Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 14:59

Тормош девизы – хыялына тоғро ҡалыу

Гөлназ Зариф ҡыҙы Үтәгәнова – Күгәрсен районының Ҡалдар ауылы ҡыҙы.

Хозур тәбиғәтле, арҙаҡлы шәхестәргә бай ерҙә тыуып үҫкәнгәме, күңеле һәр саҡ ижадҡа ынтыла уның.

Бала саҡтан уҡ әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә, иҫ белгәндән алып шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә ҡатнаша Гөлназ. “Сәхнәлә сығыш яһау мине яңы үрҙәргә  әйҙәй”, – ти ул. 2019 йылда “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсән­дәр республика конкурсында Гра-при яулай. Шулай уҡ ҡурай һәм ҡумыҙ кеүек музыка ҡорал­да­рында уйнау менән дә ҡыҙыҡһына.

Ижадҡа ынтылыш, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт уни­верситетының журналистика бүле­генә алып килә. Әлеге ваҡытта, уҡыу менән бер рәттән, Өфө баҫма­ларының береһендә хә­бәрсе булып эшләп тә йөрөй   өлгөр ҡыҙ. “Был миңә һәр ваҡыт яңылыҡтарҙың уртаһында бу­лырға мөмкинлек бирә. Мәҡәләләр аша мин кешеләр менән үҙ уйҙарым менән уртаҡ­лаша алам, һәм бындай кисе­реш­тәр мине ҡанатландыра. Килә­сәктә лә йөрәк утым һүрелмәҫ һәм башҡорт журналистикаһына ижад өлө­шөмдө индерермен тип ышанам”, – ти Гөлназ.

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес:  bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номи­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.

- Рәзилә АБЫҘГИЛЬДИНА.

Читайте нас