Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 11:25

Өй эргәһендә ниндәй ағас ултыртмаҫҡа?

Баҡса үҫтерер, ағастар ултыртыр алдынан ҡаралтылар өсөн ниндәйҙәре хәүеф тыуҙырыу ихтималын да уйларға кәрәк.

Биш-ун йыл үткәндән һуң, тамырҙары көслө үҫешкән ағастарҙың етди проблема тыуҙырыуы, бетон нигеҙҙе, асфальт юлды һис ауырлыҡһыҙ күтәреүе бар. Хатта үләндең дә таш юлдарҙы ярып сыҡҡанын күргәнегеҙ булғандыр. Ә ағастар бынан йөҙ тапҡырға ҡеүәтлерәк!

Төҙөлөш объекттары эргәһенә дардар (ясень) ағасын ултыртмаҫҡа кәңәш итә күпте күргән, кисергән тәжрибәле хужалар. Ни өсөн тигәндә, был ағас бик тиҙ үҫә, ҡеүәтле тамырҙар ебәрә, хатта тотош йортто күтәрергә һәләтле, тиҙәр. Дардар ныҡлығы буйынса имәнгә торошло.

Йүкә ағасы ла йорттоң “ут күршеһе” булыу өсөн бармай. Тамырҙары ике йылда уҡ көслө булып тиҙ үҫешә. Тирәктең ныҡ тармаҡлы тамырҙары 20 метрға тиклем радиусты алыуы мөмкин. Өҫтәүенә, ағастың кәүшәк булыуы дауыллы көндәрҙә ҙур хәүеф тыуҙыра, йыш ҡына ботаҡтары һынып төшә. Өй янына яҡын ултыртылған муйыл ағасының көслө тамырҙары ла нигеҙҙе емереү һәләтенә эйә. Ҡайын, саған, ҡарама, ҡарағас тамырҙары ла таралып үҫә. Сағандың тағы бер үҙенсәлеге бар: ул тирә-яғындағы бөтә файҙалы матдәләрҙе һурып алып бөтә. Уның эргәһендәге башҡа үҫемлектәргә “асығырға” тура килә.

Әгәр ҙә был ағастарҙың береһе күңелегеҙгә бик яҡын икән, уны йортоғоҙ өсөн хәүефһеҙ араны иҫәпләп ултыртырға тырышығыҙ, тигән кәңәш бирә тәжрибәле төҙөүселәр.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас