

Бөтәһенән элек күс өсөн оя әҙерләйҙәр — был ентекләп дезинфекцияланған (быға тиклем файҙаланыуҙа булһа) ҡәҙимге умарта. Уға бер-ике әҙер кәрәҙ һәм күп итеп яһалма балауыҙлы рамдар ҡуялар (һәр 200–250 грамм ҡорт массаһына бер рам кәрәклектән сығып эш итәләр), йәғни бер килограмм айырылып сыҡҡан күскә өс-дүрт рам тура килергә тейеш.
Ҡорттарҙы урынлаштырыу
Күс яңы умартаны ташлап китмәһен тип, баллы рам ҡуйырға кәрәкмәй (аҙыҡ бирмәйһегеҙ). Киреһенсә, уға асыҡ үрсемле бер рам ҡуяһығыҙ. Быны көндөҙ түгел, ҡорттар булмаған саҡта, күсте ябырҙан алда, кис эшләйһегеҙ. Үрсемле рамды көслө ғаиләнән алырға тәҡдим ителә. “Балаларын” ҡорттар күп осраҡта ташлап китмәй. Ояны шулай итеп тултыралар: умартаға кәрәҙле һәм яһалма балауыҙлы рамдар сиратлаштырып ҡуйыла. Әгәр ҙә бал бирһәгеҙ, баллы рамды умартаның эсенә ситкә ҡуйығыҙ.
Кисен рамдар менән тултырылған умартаны яңы урында ҡаҙыҡтарға (ҡалҡытмаға) йәки әҙерләнгән төптәргә ултырталар. Умарта алдына ҡатырға, полиэтилен йәки туҡыма йәйергә кәрәк, осоп килеп ултырыу таҡтаһына баҫма (фанера йәки таҡта) ҡуялар, моҙғанан ҡорттарҙы япмаға түгәләр. Ә улар күпләп, ағым булып, умартаның асып ҡуйылған кейәһенә йүнәлә. “Аптырап” ҡалған ҡорттарҙы төтөн менән ҡыуалар.
Көн һалҡынса булғанда, рамға йәбештерелгән яһалма балауыҙ нығыраҡ саҡта, ҡорттарҙы ояның өҫтө аша урынлаштырырға мөмкин.
Әҙерләнгән умартаға буш магазин йәки корпус өҫтәп ҡуялар ҙа ҡорттарҙы моҙғанан рамдарға түгәләр. Бөтә ҡорттар ҙа ояға инеп киткәс, рамдарға киндер һалып, умартаны ҡапҡасы менән ябып, кейәне асалар. Әгәр ҙә күс ҙур булмаһа, ояның эсенә сит яҡтан йылытҡыс (яҫтыҡ) ҡуйыу мотлаҡ.
Бер көндән һуң йәки иртәгәһенә ояны күҙәтергә кәрәк. Рамдарҙағы яһалма балауыҙ өҙөлөү-өҙөлмәүен асыҡлағыҙ. Һалынып, ҡайырылып төшкән балауыҙ бар икән, уларҙы яһалма балауыҙлы яңы рамдарға алыштырырға кәрәк.
Күс сығарып ебәргән ғаиләгә тәрбиә
Күс сығып киткән ғаиләлә, ғәҙәттә, бик күп инә ҡорт оялары була. Уларҙы күс сығып киткән көндә ҡырҡып ташлайҙар, тик иң эре, иң етешкән берәүһен генә ҡалдыралар. Йәш умартасылар йыш ҡына бер ҙур хата яһай: бөтә инә көбөләрен ҡырҡып ташлайҙар. Бының менән ғаиләне инә ҡортһоҙ ҡалдырыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуялар. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡарт инә ҡорт тәүге күс менән умартаны ташлап киткәндә (бер-ике көн) йәш инә ҡорт әле үҙ ояһында ҡала, йәғни тыумаған була. Әгәр ҙә инә көбөләрен алып ташламаһаң, ғаилә күс айырырға мөмкин, тағы ла бер нисә күс сығарыуы ихтимал.
Йәш инә ҡорт сыҡҡандан һуң уның аталаныуын, йомортҡа һала башлауын күҙәтеп торорға кәрәк. Йәш инә ҡорт тәүге танышыу, таҙарыныу осошо яһағанда ҡайһы саҡта юғала, шундай осраҡта ғаиләгә запас инә ҡорт оялары йәки үрсеме, аталанған инә ҡорт бирәләр. Күс айырылып сығып китеп, ике-өс аҙна үтеүгә, төп ҡорт ғаиләһен тикшерәләр, йәш инә ҡорт аталанғанмы-юҡмы икәнлекте асыҡлайҙар. Әгәр яңы йомортҡалар һалынған икән, йәш инә ҡорттоң аталаныуын аңлата.
Был хаҡта беләһегеҙме?..
l Лев Толстойҙы ҡорттар менән шөғөлләнеү бик мауыҡтыра, ул ҡорттарҙың тормош рәүешен яҡшы өйрәнә. Күс айырыу осоронда ул өйҙән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта ятҡан умарталыҡтан бер нисә тәүлек буйы ҡайтып инмәй, шунда йәшәй, төшкө ашты уға ҡатыны ташып ашата. Л.Н. Толстойҙың “Ясная Поляна” усадьба-музейында (Тула өлкәһе) хәҙерге көндә лә ҙур умарталыҡ бар, бында бөйөк яҙыусы һатып алған түмәр умарталар һаҡлана.
l Күс айырыу торошон “һүндереү” һәм күстәрҙең юғалыуына юл ҡуймау өсөн, умартала бөтә инә ҡорттар ояларын юҡ итә һәм уны көсһөҙ ғаилә урынына ҡуя. Бында иһә инә ҡорт һаҡлыҡ өсөн ике-өс көнгә ҡаплауыс менән ябып ҡуйыла. Осоусы бал ҡорттары, көсһөҙ ғаиләгә эләгеп, бал йыйыу эшенә тотона.
l Умартанан сыҡҡан күстәргә юлда һыулы һәм ҡомло ҡаршылыҡтар булмаһа, улар төньяҡ-көнсығыш йүнәлешкә ынтыла.
l 3-4 кг ауырлыҡтағы күс бер тәүлектә 11-12 кәрәҙҙе төҙөп алырға, бал йыйыу осоронда 49–60 килограмға тиклем бал йыйырға һәләтле.
l Айырған ҡорттар, ғәҙәттә, саҡмай йәки саҡҡан осраҡтары бик һирәк, сөнки был мәлдә һәр ҡорт ахырғы сиккә тиклем бал менән тулған була (бал бөрләтәүенә 40–50 миллиграмға тиклем бал йыя) һәм умартасыны күсте алған саҡта ебәргән хаталары өсөн сағырға кәрәк булған хәлдә лә быны эшләй алмай. Шуның өсөн күсте йыйған, уны урынлаштырған (япҡан) саҡта төтөн менән артыҡ мауығырға ярамай. Умартаны бер нисә көн элек ташлап киткән күстәр генә иҫкәрмә тәшкил итә.
Балды йыйыу
Бөтә ғаиләләр ҙә аҙыҡ запасының тейешле нормаһы менән тәьмин ителгәс (улар бал ҡорттары ояһында бик күп булғас), бал ала башлайҙар. Был эште ятмалы умарталарҙа кәрәҙҙәр тулыһынса етерлек бал менән тулғас, күп корпуслы умарталарҙа — юғары (2–4) корпустар, ә һәр рамдың өҫкө өлөшө (өстән бере) балауыҙ менән көпләнгән йәки “мисәтләнгән” саҡта башҡаралар. Ул балдың бешеүен — уның тейешле дымлылыҡҡа етеүен күрһәтә, һеҙҙең иғтибарҙы шуға йүнәлтәбеҙ: өлгөрөп еткән бер литр балдың ауырлығы — 1435 грамм.
Өлгөрөп етмәгән шыйыҡ балды оҙаҡ һаҡлап булмай, ул әсергә, күпсеп сығырға мөмкин. Балдың өлгөрөү-өлгөрмәүен билдәләү өсөн рамды әйләндереп ҡарарға йәки һелкергә кәрәк — өлгөрөп етмәгән бал ағып төшәсәк, ә өлгөргәне — юҡ.
Әгәр ҙә балды ваҡытында айыртып алмаһаң һәм кәрәҙҙәрҙе бушатмаһаң, бал ҡорттары татлы һут йыйыуҙы туҡтата. Көндөң тәүге яртыһында сәскә һутын күберәк йыйырға мөмкин булыуын һәм ҡорттарҙың әүҙемерәк эшләүен иҫтә тотоп, балды төштән һуң, кискә табан алырға кәрәк. Быныһы инде ҡорттарға мәшәҡәт тыуҙырмау маҡсатында эшләнә. Айыртып алғас, балдан бушаған кәрәҙҙәр шунда уҡ умарталарға кире ҡуйыла. Төн сыҡҡансы ҡорттар тыныслана, кәрәҙҙәрҙе тәртипкә килтерә, таҙарта һәм иртәгәһенә иртәнсәктән башлап ғәҙәттәге эшкә тотона.
Бал ҡараған саҡта йылытҡысты һәм өҫкө япма таҡталарын алып торалар, унан һәр ҡорт йөрөй торған “урам”ға бер аҙ төтөн өрҙөрәләр, ҡорттарҙы аҫҡы рамдарға ҡыуалар. Ҡорттарҙы рамдарҙан һелкеп төшөрәләр, ә төшмәй тороп ҡалғандарын ваҡ щетка йәки ҡаурый, бумала, ҡанат менән һеперәләр. Эште тиҙләтеү һәм ҡорттарҙы артыҡ борсомау өсөн алған рамдар урынына кәрәҙҙәре төҙөлгән һаҡлыҡтағы рамдарҙы ҡуйырға кәрәк. Әгәр ҙә инде улар булмаһа, яһалма балауыҙлы рамдар ҙа ярай.
Бал айыртыу
Балды айыртҡан саҡта ветеринар-санитар ҡағиҙәләрҙе һаҡларға кәрәк. Ҡулдарҙы йыуыу, аҡ халат кейеү талап ителә. Бина таҙа булырға, унда сит еҫтәр аңҡымаҫҡа тейеш.
Бал ҡыуғысты 25–35 сантиметр бейеклектәге ныҡлы төп – асамайға ултырталар (был һеҙҙең үҙегеҙҙең бейеклеккә бәйле), уның һабын кешенең терһәге менән бер кимәлдә ҡуйырға кәрәк. Бал ҡыуғыстың аҫтындағы һемәктән бал ағыҙыу өсөн биҙрә йәки бидон ҡуйырлыҡ урын булырға тейеш, һемәккә селтәр (фильтр) эләләр, ул аҡҡан балды һөҙә. Бал ҡыуғыс эргәһенә баллы көпләнгән кәрәҙҙәрҙең (көбөн) асыу өсөн өҫтәл, шулай уҡ бысаҡты йылытыу өсөн ҡайнар һыу ҡойолған һауыт ултырталар.
Кәрәҙҙәрҙән балды алыу эштәрен башҡарыу өсон ике кеше кәрәк, берәү кәрәҙҙәрҙең мисәтен ҡырҡып аса, ә икенсеһе балды айырта һәм уны һауытҡа ҡоя.
Умарталарҙан алынған бал 30–32 градус температуралы була. Йылы парлы бал аҙыраҡ йәбешеүсән, тиҙ һәм яҡшы айыртыла, сөнки күҙәнәктәрҙән еңел ағып сыға. Әгәр ҙә бинала йылылыҡ 25 градустан юғарыраҡ булһа, балды икенсе көндә иртән айыртып алырға ла мөмкин. Әгәр ҙә бал ваҡытында айыртып алынмаһа, һыуынған кәрәҙҙәрҙе 8–10 сәғәт буйы 25–30 градусҡа тиклем йылытылған бинала епшетәләр.
Балауыҙлы көптәрҙе асҡан саҡта рамды өҫтәлгә вертикаль килеш ҡуялар. Кәрәҙҙең өҫтөн умартасының кәкре һаплы махсус бысағы менән ҡырҡалар. Бысаҡ эҫе һыуҙа йылытылырға тейеш. Кәрәҙҙәрҙең көбөн асыу өсөн сәнске ҡулланырға ла мөмкин (ул умартасылыҡ магазиндарында осрай). Ике бысаҡ ҡулланһаң, эш йылдамыраҡ барасаҡ: берәүһе менән эшләгән арала икенсеһе йылынып тора. Кәрәҙҙең көптәрен асҡанда бер үк ваҡытта кәрәҙҙәрҙе тигеҙләп тә ҡуйырға кәрәк, уларҙың өҫтөндә бөтә ҡалҡып торған урындар, йыуанайған ерҙәр, рамдың ситендә өрөлгән оролар ҡырҡып ташлана.
Ике яғы ла асылған рамдарҙы бал айыртҡыстың барабанына ҡуялар, уларҙы тимер селтәрҙәргә мөмкин тиклем тығыҙ итеп урынлаштырыу хәйерле. Рамдарҙың аҫҡы планкаларын кассетаның әйләнеше йүнәлешендә урынлаштыралар. Ҡаршылағы кассеталарға бер үк ауырлыҡтағы рамдарҙы ҡуйырға тырышығыҙ, юҡһа, бал айыртҡыс болғанып, ышаныслы эшләмәйәсәк.
Яңынан төҙөлгән һәм бал тулған кәрәҙҙәрҙе айыртҡан саҡта, һынмаһын өсөн, кассеталарҙы аҡрын ғына өйөрөлтөп, уның бер яғының яртыһын ғына айырталар ҙа унан рамдың икенсе яғын әйләндереп ҡуялар, һуңынан кәрәҙҙәрҙе яңынан әйләндереп, тәүге яҡтың балын аҙағынаса тиклем айыртып алалар. Барабандың хәрәкәте тигеҙ булырға тейеш: тәүҙә аҡрын ғына өйөрөлтөп башлайһың да унан тотҡаны яйлап ҡына 70–80 әйләнешкә тиклем еткерәһең. Бындай тиҙлектә барабан 250-гә тиклем әйләнеш яһай. Бал тулыһынса сығып бөтһөн өсөн етерлек әйләнеш ул. Бал айыртҡыс корпусының кәрәҙ ҡарап торған яҡ стенаһына һирпелә. Ҙур тиҙлектә әйләндерһәң, күҙәнәктәрҙең төбө тишелергә, кәрәҙҙәр ысҡынырға һәм емерелергә мөмкин.
Бал йыйыу яҡшы булған саҡта рамдарҙың көбөн асыуҙы һәм балды айыртыуҙы асыҡ һауала үткәрергә мөмкин. Татлы бал һуты йыйыу менән ҡыҙыҡһынған һәм мауыҡҡан ҡорттар бында осоп килмәй. Ә йыйым бөткәс, бал йыймай торған осорҙа һәм һалҡынсараҡ көндә был эште ҡорттар осоп килә алмаҫлыҡ, ябыҡ бинала башҡаралар.
Эш тамамланғас, бал айыртҡысты һүтәләр, йыуалар, ҡояшта киптерәләр йәки ентекләп һөртәләр. Өлөштәре тутыҡмаһын өсөн үҫемлек майы һеңдерелгән таҙа сепрәк менән еңелсә һөртөп сығырға кәрәк, ә унан һуң япма ябып, ҡоро урында һаҡлайҙар.
Кәрәҙҙәрҙән айыртып алынған балды эмалле бакка йәки һөт феләгенә, бидонға һалалар һәм уға ике-өс көн тоноп ултырыу мөмкинлеге бирәләр. Бер нисә көн үтеүгә, бөтә балауыҙ валсыҡтары, сүп-сар һәм балға эләккән ҡорттар өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Уларҙы, шулай уҡ барлыҡҡа килгән күперекте ҡалаҡ менән алып ташлағыҙ. Күперекте йыйып алғас, таҙа балды вағыраҡ быяла йәки эмалле һауыттарға тултыралар.
Балды айыртып алғандан һуң кәрәҙҙәрҙе киптереү өсөн ҡорттарға бирәләр. Әгәр ҙә ҡорттарығыҙҙың ҡурҡыныс сире булмаһа, кәрәҙҙәрҙе ялау өсөн теләһә ниндәй ғаиләгә бирергә мөмкин. Ә таҙа ғаиләләр юҡ икән, кәрәҙҙәр элекке умарталарына кире ҡайтарылырға тейеш. Ауырыу ғаилә балын айырым, бары тик һау ғаиләләрҙең балын айыртҡандан һуң ғына айырталар. Ике-өс көндән һуң ҡорттар айыртылған рамдарҙы киптереп ҡуя, шунан уларҙы һаҡлауға һалырға мөмкин.
- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.