

ҠУҘЫ
Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу аҙнаһы. Шишәмбе әүҙемлегегеҙ артҡанын тойорһоғоҙ. Шәмбе, йәкшәмбелә яңғыҙҙар тормош юлдашын осратыуы ихтимал.
БУҒА
Йондоҙҙар тормошҡа, шәхси мөнәсәбәттәргә, эшкә икенсе юҫыҡтан ҡараш ташларға кәңәш итә. Бер аҙ ял итеп алырға ваҡыт түгелме? Эшлекле сәфәрҙәр уңышлы булмаҡсы.
ИГЕҘӘКТӘР
Ярайһы уҡ уңышлы аҙна. Күптән борсоған мәсьәләләрҙе хәл итә алырһығыҙ. Тәүге планға күсемһеҙ милек мәсьәләһе сығыр. Ҡайһы берәүҙәр шәхси мөнәсәбәттәрҙе тамырынан үҙгәртергә ҡарар итер.
ҠЫҪАЛА
Сағыу аҙна көтә. Дүшәмбе эштә уңырһығыҙ. Ә бына шишәмбенән алып кесаҙна кисенә тиклем үҙегеҙҙе ныҡлыҡҡа һынау үткәндәй тойорһоғоҙ. Борсолмағыҙ, аҙна аҙағына барыһы ла яйланыр, ярҙамдан баш тартмағыҙ.
АРЫҪЛАН
Аҙна башында аҡсаға бәйле мөһим килешеүҙәр төҙөрһөгөҙ. Йоманан башлап шәмбе төштән һуңға тиклем мөһим ҡарарҙарҙан баш тартыу хәйерле, сөнки хата ебәреү хәүефе ҙур.
ҠЫҘ
Йондоҙҙар мөһим эште шаршамбы башларға кәңәш итә. Кесаҙна мул ғына килем алып ҡыуанырһығыҙ. Ял көндәрендә иҫтәлекле осрашыу көтә. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ.
ҮЛСӘҮ
Осор башы бер аҙ ҡаршылыҡлы килер. Уйламайынса вәғәҙә бирмәгеҙ, ҡыйынға тура килер. Уның ҡарауы аҡса йәһәтенән аҙна уңышлы булыр. Көтмәгәндә бүләк яһауҙары ла ихтимал.
САЯН
Йондоҙҙар һеҙгә үткәндәр менән йәшәүҙе туҡтатырға, мәғәнәһеҙ һорауҙар менән башығыҙҙы ҡатырмаҫҡа кәңәш итә. Аҙнаның иң уңышлы көнө – дүшәмбе. Шәмбе эштә иғтибар талап ителер.
УҠСЫ
Осор ыңғай ваҡиғаларға бай булыр. Вазифала үрләү йәһәтенән тәҡдим яһарҙар. Йүнселлек менән шөғөлләнгәндәр отошло килешеү төҙөй ала. Мөһим эште шишәмбегә ҡалдырыу хәйерле.
ЫЛАҠ
Тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртеү теләге тыуыр. Шишәмбе көнсөлдәр аяҡ салырға маташыр. Әммә уларҙың мәкерле эштәре килеп сыҡмаҫ, кесаҙна ғәҙеллек тантана итер.
ҺЫУҒОЯР
Кисектерә килгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңышлы осор. Матди хәлегеҙ тотороҡһоҙ күренә, аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламағыҙ. Бурысҡа алмаҫҡа тырышығыҙ.
БАЛЫҠ
Был аҙнала һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Ойоштороу һәләтен тейешенсә баһаларҙар. Абруйлы кешеләрҙең ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Туҡланыуға ныҡлы иғтибар бирегеҙ.