Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 11:20

Йортта тыныслыҡ мөһим

legko.comlegko.com
Фото:legko.com

Йәшәгән йорт-ерең тынысмы, уңайлымы? Борон-борондан ололар йорт һалыу өсөн урын билдәләгәндә бик уйлап эш иткән.

Йәшәү өсөн яйлы, сәләмәтлек өсөн зарарһыҙ ерҙе тәжрибәләренә таянып һайлай белгәндәр. Әлбиттә, хәҙер ҡала фатирҙарында ундай һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, шулай ҙа ыңғай энергиялы урынды асыҡларға була.

Яҡшы энергиялы йортта түгелгән һыу яй кибә, ваза­лар­ҙағы сәскәләр оҙаҡ һу­лымай тора, ағас әйберҙәр йылылыҡ һаҡлай, ти күҙәтеүселәр. Дөрөҫтөрмө-юҡмы, насар энергиялы йорттарҙа һөттөң тиҙерәк әсеүен, ҡайнар аштың тиҙ һыуыныуын, шәмдең һүрән яныуын билдәләгәндәр.

Йортта һәр саҡ йәмле, тыныс һәм уңайлы булһын өсөн тәүҙә үҙебеҙгә бер ни тиклем тырышлыҡ һалырға кәрәк, һәр һүҙебеҙ, хәүеф­ләнеүебеҙ, кире хис-тойғо­боҙ фатирҙағы йыһазда, стеналарҙа, әйберҙәрҙә, картиналарҙа сағылыш таба. Асыу, әрләшеү һеҙгә тыныс йоҡларға, ял итергә форсат бирмәйәсәк. Төшөн­кө кәйефтән ҡотолорға ҡыҙыҡлы китап, күңелле музыка йәки фильм ярҙам итер.

Өйҙәге оҙаҡ ҡулла­ныл­маған, иҫкергән, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән, айырыуса вафат булған кешеләрҙең кейемен йылдар буйы һаҡлау­ҙан ҡотолоғоҙ, тигән кәңәш бирә психологтар. Йорт йәки фатир – тамаҡ ялғай  һәм йоҡлай торған ғына урын түгел, ә беҙҙең йәшәү билә­мәһе. Ул беҙҙең кем һәм ниндәй икәнебеҙҙе асыҡ сағылдыра, энергияһы ме­нән бүлешеп, көс-ҡеүәт, күңелгә тыныслыҡ бирә. Юҡҡа ғына “Йортом – ҡәл­ғәм” тимәгәндәр. Элек ке­шеләр насар уйлы әҙәм­дәр­ҙең күҙе теймәһен, ундай­ҙарҙың кире энергияһын кире ҡағыу өсөн хатта кәртә башына иҫке аяҡ кейеме элер булған, тиҙәр...

Үҙ-ара һәйбәт мөнәсәбәт, татыулыҡ хөкөм һөргән, таҙа, йыйнаҡ, һәр ерҙә тәртип булған йортта йәшәү сәләмәтлегегеҙҙе оҙаҡ йылдарға һаҡларға ярҙам итер. Барыһы ла үҙебеҙҙең теләктән тора.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас