

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй Ғаилә йылы конкурсына йомғаҡ яһалды. “Минең ғаиләм – минең Рәсәйем” тип аталған конкурс алтынсы тапҡыр үткәрелә. Башҡортостан данын биш номинацияла биш ғаилә яҡланы.
Мәләүез районынан Мәхмүтовтар (“Алтын ғаилә” номинацияһында), Краснокама районынан Дербеневтар (“Күп балалы ғаилә”), Салауат районынан Хәйрисламовтар (“Йәш ғаилә”), Бишбүләк районынан Сираевтар (“Ауыл ғаиләһе”), Өфө районынан Мәхмүтовтар (“Ғаилә – традицияларҙы һаҡлаусы”) еңеү яулау өсөн көрәште. Бөтә Рәсәй конкурсында илдең 85 төбәгенән килгән 366 ғаиләнең 85-е конкурста еңеүсе тип табылды, шуларҙың береһе – Хәйрисламовтар.
Ирина менән Айбулат бынан ун йыл элек ғаилә ҡора. Икеһе лә – тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан булыуы менән күптәргә өлгө. Ғаилә башлығы бизнес менән шөғөлләнә, хәләл ефете рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә. Ике бала тәрбиәләйҙәр.
“Йыл ғаиләһе” конкурсын йомғаҡлауға арналған сара, эпидемиологик хәл менән бәйле ”Роспотребнадзор” тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, ноябрь айында үткәреләсәк. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Милли китап – йылъяҙма донъя күрәсәк.
- Динә АРЫҪЛАНОВА.