

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, Өфөлә 2021-2022 йылдарҙағы йылытыу миҙгеле эштәре буйынса штаб булдырылды. Ҡалала йәшәүселәр йылылыҡ системаһына ҡағылышлы һорауҙары менән шунда мөрәжәғәт итә ала.
Штабтың колл-үҙәге хатта ял көндәрендә лә тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә. Уның телефон һандары: 8 (347) 277-09-11. Операторҙар мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә лә шунда уҡ тәғәйен ойошмаларға ебәрә, мәсьәләне яйға һалыуға ваҡыт та билдәләй. Яуаплы кешеләр дәғүә белдереүселәр менән тиҙ арала бәйләнешкә инеп, проблемаларҙы асыҡларға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә керешергә тейеш.
Йылылыҡ селтәрҙәренә тоташыуға бәйле һорауҙар менән Өфө халҡы түбәндәге ойошмаларға туранан-тура шылтырата ала:
- "БашРТС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә. Күп каналлы телефон: 8-800-511-30-15 (дүшәмбенән йомаға тиклем – 08.30 – 17.30 сәғ., шәмбе – 09.00 – 18.00 сәғ.);
- “Өфө инженер селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһына. Күп каналлы телефон: 8-800-250-52-80 (дүшәмбенән йомаға тиклем – 08.00 – 19.00 сәғ., шәмбе һәм йәкшәмбе – ял);
- “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһына. Күп каналлы телефон: 8-800-775-77-61 (дүшәмбенән кесе йомаға тиклем – 08.30 – 17.30 сәғ., йома – 08.30 – 17.00 сәғ., шәмбе һәм йәкшәмбе – ял);
- үҙҙәренең идарасы ойошмаһына йәки торлаҡ милекселәре ширҡәтенә диспетчер хеҙмәттәре телефондары буйынса (улар коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанцияларында, мәғлүмәт стендтарында күрһәтелгән).
Бынан тыш, киләһе аҙнанан һәр кесе йомала 16.00 – 18.00 сәғәттәрҙә ҡала штабы Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында (Комсомол урамы, 165/1-се йорт) граждандарҙы шәхсән ҡабул итә башлаясаҡ. Шишәмбе һайын 16.00 – 18.00 сәғәттәрҙә баш ҡала райондарының штабтары ла муниципаль хакимиәт биналарында ҡабул итеү ойошторасаҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.