

Ишембай ҡалаһында 19-сы быуатта йәшәгән Стәрлетамаҡ купчихаһының ҡәбер ташы табылған, тип хәбәр итә «Башинформ».
Был сәйер табышҡа Ишембай кешеһе иҫке йортто һүткәндә юлыҡҡан. Бөтә Рәсәй һәйкәлдәрҙе, мәҙәниәтте һәм тарихты һаҡлау ойошмаһы етәксеһе Эльза Мәүлимшина әйтеүенсә, был таш ҡасандыр Матрена Григорьевна Михайловаға ҡуйылған. Ул 1871 йылда 68 йәшендә мәрхүм булған. Хәҙер был ҡәбер ташын артабан ҡайҙа итеү мәсьәләһе хәл ителә. Шуға ла был ҡатын тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белеүселәр булһа, хәбәр итеү һорала.
Шуныһы: белгестәр фекеренсә, Матрена Михайлова был урында ерләнмәгән, сөнки бер ниндәй ҙә һөлдә ҡалдыҡтары табылмаған. Таш 1917 йылғы революция ваҡытында килтереп ташланғандыр, тип фаразлана.
Фото: Д. Никулочкин.