

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков Ағиҙел аръяғында объекттар һәм инженер селтәрҙәре төҙөү тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта баш ҡала өсөн перспективалы үҫеш нөктәһе булып Ағиҙел аръяғы районы тора. Ҡала властары бында арзан торлаҡ төҙөүҙе үҫтерергә йыйына.
Был биләмәне проектлау 2008 йылда уҡ башланған. Тик күп йылдар уны үҙләштереүгә инженер селтәрҙәре булмауы ҡамасаулаған. 2010 йылдан алып газ, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителә башлаған.
– Былтыр Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән Өфө “Стимул” федераль программаһына индерелде. Был инженер селтәрҙәре төҙөү өсөн һигеҙ миллиард һум аҡса йәлеп итеү мөмкинлеген бирҙе. Беҙ был эште 2024 йылға тиклем башҡарырға йыйынабыҙ, – тине Сергей Греков.
Мэр белдереүенсә, программаны үҫтереү Өфө ҡалаһы һәм районында 10 миллион самаһы квадрат метр яңы торлаҡ булдырыу һәм бөтә кәрәкле социаль инфраструктура менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Был – балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар. Шулай уҡ булған сәнәғәт ҡеүәттәрен яңыртыу һәм яңыларын булдырыу ҙа ҡарала. Шулай иткәндә яңы биҫтәлә эш урындары ла булдырыласаҡ. Һөҙөмтәлә бында 448 мең самаһы кеше йәшәй аласаҡ.
Ағиҙел аръяғын һыу менән тәьмин итеү һәм канализация объекттрын төҙөү эше ике этапҡа бүленгән. Беренсеһе 2021-2023 йылдарҙа, финанслау һигеҙ миллиард һум тәшкил итәсәк. Бында дүрт миллион квадрат метр яңы торлаҡ һыу һәм канализация менән тәьмин ителәсәк. Был өс йыл эсендә оҙонлоғо 50 километрлыҡ торба үткәргестәр һалынасаҡ. Икенсе этап 2024-2027 йылдарға ҡаралған. Бында ла финанслау 8,5 миллиард һум булыр тип күҙаллана һәм алты миллион квадрат метр яңы торлаҡты һыу һәм канализация менән тәьмин итеү мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәлә 2027 йылға 10 миллион квадарт метр яңы торлаҡ һыу һәм канализация менән тәьмин ителәсәк.
Сергей Греков белдереүенсә, бында һыу үткәргестәр техник яҡтан ҡатмарлы технологиялар буйынса төҙөлә. Эш бер юлы дүрт участкала алып барыла.
Фото: Инстаграм.