

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле старт алды. Әлеге ваҡытта бөтә ҡала һәм район хакимиәттәре күп фатирлы йорттарға йылы бирә башланы. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.
Бөгөнгә ҡарата үҙәк йылылыҡ системаһына 16 мең күп фатирлы йорт тоташтырылған. Был – дөйөм һандың 98 проценты. Өфөлә йылы йорттарҙың 96 процентына бирелгән.
– Әле республика буйынса 242 күп фатирлы йортҡа йылы бирелмәгән, уларҙың 212-һе Өфөлә. Баш ҡалала йылыны ике көн элек саҡ бирә башланылар, шуға күрә ҡайһы бер йорттарға ул килеп өлгөрмәгән, – тине Ирина Голованова.
Бынан тыш, Салауат ҡалаһында, Әлшәй һәм Ишембай райондарында йылы бирелмәгән йорттар бар.
– Бының төп сәбәптәре икәү: беренсеһе – был йорттарҙа йәшәгән кешеләр йылыны һуңғараҡ биреүҙе теләгән. Икенсенән, йылы биргән саҡта йылылыҡ трассаһында етешһеҙлектәр асыҡланған. Министрлыҡ барлыҡ объекттарҙы ла контролдә тота, – тине ул.
Социаль объекттарға килгәндә, үҙәк йылылыҡ системаһына республиканың 5464 объекты тоташтырылған. Был – 99 процент. 29 учреждение тоташмаған килеш ҡала.
– 26 объект Өфө өлөшөнә тура килә. Уларҙың береһе лә һаулыҡ һаҡлау йәки мәғариф объектына ҡарамай. Йылы ҡулланыусылар ғаризаһына ярашлы бирелә, – тине министр урынбаҫары.
Әйткәндәй, Өфөлә йылытыу миҙгелендә эшләйәсәк ҡала штабы колл-үҙәге асылды. Унда шылтыратып йылылыҡ йәки ҡар таҙартыу буйынса проблеманы тиҙ арала хәл итеп буласаҡ. Уның телефоны: 277-09-11.
Фото: ok.ru