Йәмғиәт
28 Сентябрь 2021, 03:47

Мәкерле сир йәнә арта башланы

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкенләшә. Көндән-көн сирләгәндәр һаны арта, вирус­тан һәләк булғандар ҙа байтаҡ. Был, ғөмүмән, бөтә Рәсәйгә хас күренеш. Төбәктәрҙә күпләп ковид-госпиталдәр асыла башланы, табиптарға йәнә мобилләшергә тура килә.

 

Балалар ҙа сирләй

 

Республикала һуңғы тәүлектә 374 кешелә инфекция асыҡланған. Дөйөм һандар ҙа арта – пандемия башланғаны бирле был диагноз 65684 кешегә ҡуйылған. Был турала кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә респуб­ликаның һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һөйләне.

Уның белдереүенсә, әле 6752 кеше амбулатор дауалана, уларҙың 291-е – балалар. 5564 кеше дауаханаларҙа ята, 89-ы – балалар.

– Республикала коронавирус менән сирләгән кешеләр һаны арта. Шуға күрә дауаханаларҙа урындар һанын арттырырға ҡарар ителде. Әле өҫтәмә рәүештә дүрт ковид-госпиталь асылды, 770 урын булдырылды, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала битлек кейеү режимын үтәүгә контролде арттырырға ҡушты. Был тәү сиратта сауҙа нөктә­ләренә һәм йәмәғәт транспортына ҡағыла.

– Ошо көндәрҙә битлек кейеү тәртибенең үтәлешен тикшерҙек. Тикшерелгән 30 сауҙа объектының алтыһы ғына “йәшел зона”ла. Был йәһәттән эште әүҙемләштерергә кәрәк, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы мөмкин булғанса күмәк кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы кәметергә ҡушты.

– Йәйгеһен күп саралар үткәрҙек. Хәҙер, әйҙәгеҙ, төрлө форумдар, осрашыуҙар һәм башҡаларҙы мөмкин булғанса кәметәйек. Ни бары Транспорт форумын үткәреп ебәрәйек, сөнки ҡунаҡтар саҡырылған, – тине ул.

Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, әле республикала календарға индерелгән рәсми спорт саралары ғына үткәрелә. Спортсылар буш залдарҙа сығыш яһай. Был сикләү профессиональ “Салауат Юлаев” хоккей клубы, “Өфө” футбол клубы һәм “Урал” волейбол клубтарына ҡағылмай. Уларҙың етәкселеге коронавирус буйынса оператив штабҡа мөрәжәғәт итеп, залдарҙы 50 процентҡа тултырыуға рөхсәт алғайны.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡо­ва белдереүенсә, мәҙәни саралар ҙа календарь һәм гастроль планына ярашлы үткәрелә. Учреждениеларға ПЦР-тестар һәм прививка тураһындағы сертификат менән генә инергә ярай.

Коронавирустан башҡа миҙгелле сирҙәр ҙә артты. Кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы башлығы Анна Казак белдереүенсә, республикала ОРВИ менән сирләү буйынса эпидемиологик сик 98,4 процентҡа артҡан.

– Был үткән аҙна менән сағыш­тырғанда 38,2 процентҡа юғарыраҡ. Был аҙнала һигеҙ меңдән ашыу кеше тикшерелде. Уларҙың ике меңе – балалар. Һөҙөмтәлә парагрипп, аденовирус, РС-вирустар асыҡланды. Әлегә киҙеү тейеү осраҡтары юҡ. Ғәҙәттә, был сирҙе декабрҙең икенсе яртыһында теркәйбеҙ, – тине ул.

“Роспотребнадзор” етәксеһе республикала киҙеүҙән вакцинация кимәленең түбән булыуына борсолоу белдерҙе. Әле Башҡортостанға был сиргә ҡаршы прививканы халыҡтың 18,3 проценты ғына яһатҡан. Был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.

– Беҙ дауахананан тыш пневмо­нияның артыуын да күҙәтәбеҙ. Был үткән аҙна менән сағыштырғанда 2,3 процентҡа күберәк, – тине ул.

Анна Казак коронавирусҡа ла туҡталды. Был йәһәттән ул балаларҙың күпләп сирләүенә баҫым яһаны. Статистикаға ярашлы, әле 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы осраҡтары теркәлгән.

– Әгәр бер класта биштән ашыу кеше сирләй икән, карантин иғлан ителә. Әле сикләү сараһы 279 мәктәптә, 768 класта индерелгән. Был аҙнала белем биреү ойошмалары буйлап рейдтар үткәреләсәк, – тине ул.

Етәксе белдереүенсә, кешеләр сикләүҙәргә йәнә йомшаҡ ҡарай башланы. Сауҙа үҙәктәрендә, транспортта һәм күмәк кешеләр ҡатнашҡан сараларҙа битлек кейеү тәртибе һәм социаль арауыҡ талабы үтәлмәй. Анна Казак контролләү сараларын көсәйтергә тәҡдим итте.

Йылылыҡ бирелеп бөттө тиерлек

 

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле старт алды. Әлеге ваҡытта бөтә ҡала һәм район хакимиәттәре күп фатирлы йорттарға йылылыҡ бирә башланы. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.

Бөгөнгә ҡарата һандар шундай: үҙәк йылылыҡ системаһына 16 мең күп фатирлы йорт тоташтырылған. Был – 98 процент. Өфөлә йылы йорттарҙың 96 процентына бирелгән.

– Әле республика буйынса 242 күп фатирлы йортҡа йылы бирелмәгән, уларҙың 212-һе – Өфөлә. Баш ҡалала йылыны ике көн элек саҡ бирә башланылар, шуға күрә ҡайһы бер йорттарға биреп өлгөрмәгәндәр, – тине Ирина Голованова.

Бынан тыш Салауат ҡалаһында, Әлшәй һәм Ишембай райондарында йылы бирелмәгән йорттар бар.

– Бының төп сәбәптәре икәү – был йорттарҙа йәшәгән кешеләр йылыны һуңғараҡ биреүҙе теләгән. Икенсенән, йылы биргән саҡта йылылыҡ трасса­һында етешһеҙлектәр асыҡланған. Министрлыҡ барлыҡ объекттарҙы ла контролдә тота, – тине ул.

Социаль объекттарға килгәндә, үҙәк йылылыҡҡа республиканың 5464 объекты тоташтырылған. Был – 99 процент. 29 учреждение тоташмаған килеш ҡала.

– 26 объект Өфө өлөшөнә тура килә. Уларҙың береһе лә һаулыҡ һаҡлау йәки мәғариф объектына ҡарамай. Ҡала йылыны ҡулланыусыларҙың ғариза­һына ярашлы бирә, – тине министр урынбаҫары.

Әйткәндәй, Өфөлә йылытыу миҙгелендә эшләйәсәк ҡала штабы колл-үҙәге асылды. Унда шылтыратып йылылыҡ йәки ҡар таҙартыу буйынса проблеманы тиҙ арала хәл итеп буласаҡ. Уның телефоны: 277-09-11.

Шулай уҡ кәңәшмәлә торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Агапов та сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, йылытыу миҙгеле башланған һәм дауам иткән саҡта күҙәтеү ойоштороу – уларҙың дәүләт комитеты эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе.

 

Яңы биҫтә – яңы мөмкинлектәр

 

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков Ағиҙел аръяғында объекттар һәм инженер селтәрҙәре төҙөү тураһында һөйләне.

Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта баш ҡала өсөн перспективалы үҫеш нөктәһе булып Ағиҙел аръяғы районы тора. Ҡала властары бында арзан торлаҡ сегментын үҫтерергә йыйына.

Был биләмәне проектлау 2008 йылда уҡ башланған. Тик уны үҙләштереүгә күп йылдар инженер селтәрҙәре булмауы ҡамасаулаған. 2010 йылдан алып газ, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителә башлаған.

– Былтыр Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән Өфө “Стимул” федераль программаһына индерелде. Был инженер селтәрҙәре төҙөү өсөн 8 миллиард һум аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бирҙе. Эште 2024 йылға тиклем үтәргә йыйынабыҙ, – тине Сергей Греков.

Мэр белдереүенсә, программаны үҫтереү Өфө һәм Өфө районында ун миллион самаһы квадрат метр яңы торлаҡ булдырыу һәм бөтә кәрәкле социаль инфраструктура менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк. Был – балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар. Шулай уҡ булған сәнәғәт ҡеүәттәрен яңыртыу һәм яңыларын ойоштороу ҙа мөмкин буласаҡ. Яңы биҫтәлә эш урындары ла булды­рыласаҡ. Һөҙөмтәлә бында 448 мең самаһы кеше йәшәй аласаҡ.

Ағиҙел аръяғын һыу менән тәьмин итеү һәм канализация объекттарын төҙөү эше ике этапҡа бүленгән. Беренсеһе, 2021 – 2023 йылдар, финанслау 8 миллиард һум. Бында һыу һәм канализация менән 4 миллион квадрат метр яңы торлаҡ тәьмин ителәсәк. Өс йыл эсендә оҙонлоғо 50 километрлыҡ торба үткәргестәр төҙөләсәк. Икенсе этап 2024 – 2027 йылдарға ҡаралған. Бында ла финанслау 8,5 миллиард һум булыр тип күҙаллана һәм алты миллион квадрат метр яңы торлаҡты һыу һәм канализация менән тәьмин итеү мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәлә 2027 йылға 10 миллион квадрат метр яңы торлаҡ һыу һәм канализация менән тәьмин ителәсәк.

Сергей Греков белдереүенсә, бындай һыу үткәргестәр техник яҡтан ҡатмарлы технологиялар буйынса төҙөлә. Эш бер юлы дүрт участкала алып барыла.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов ҙур доклад менән сығыш яһап, республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ торошо, бизнес-шәрифтәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас