

Бына көҙ ҙә етте. Оҙаҡламай һалҡын ҡышҡа аяҡ баҫырбыҙ. Ауыл кешеләре, ҡала ерендә йәшәп шәхси хужалыҡ тотоусылар өсөн малды имен ҡышлатыу мөһим мәсьәлә булып тора.
Быйыл бесән шәптән булманы. Шуға булғанын тәләфләмәй һаҡларға кәрәк. Бесәнде нисек күгәртмәй һаҡларға? Кәңәштәремде һеҙгә еткергем килә. Әлбиттә, барлыҡ бесәнде лапаҫта, ҡыйыҡ аҫтында һаҡлау мөмкин түгел. Кәбәнде ябып ҡына ла мәсьәләне тулыһынса хәл итеп булмай, сөнки көслө көҙгө ел ҡаплаған материалдарҙы осороп төшөрөп кенә тора.
Бесәнде боҙолоуҙан һаҡлау өсөн, ағас ботаҡтары, сытыр-сатыр, һайғау ҡулланып ҡыуыш яһарға һәм бесәнде шуның өҫтөнә һалып эҫкертләргә тәҡдим итәм. Бесәндең сифатын юғалтмау өсөн уртаса бер кәбәнгә 3-4 килограмм тоҙ һибергә кәрәк.
Төккә уралған бесәнде һаҡлау уңайлыраҡ һәм ышаныслыраҡ, ләкин был ысулды ҡулланырға бөтә кешенең дә мөмкинлеге юҡ. Күпселек халыҡ әле булһа бесәнде ҡул көсө менән эшләй.
Сифатлы йәшел бесәндең файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән, һыйыр быҙаулар алдынан сифатлы бесән генә ашарға тейеш. Ә күгәргән, туңған бесән менән туҡланған һыйыр иртә быҙаулап ауырыу быҙау һала. Етмәһә, күгәргән бесәндән һыйыр һөтөнөң сифаты һәм тәме юғала. Яңы тыуған быҙауға, бәрәстәргә, быуаҙ һыйырға ашатырға тип, бесәндең күпмелер өлөшөн һыуға тейҙермәй, йәшел килеш һаҡлау сараһын күрегеҙ.
Малға йәшелсә, төрлө ҡалдыҡтар ашатҡанда ла һаҡ булыу кәңәш ителә. Йәшелсә ваҡлап туралған булырға тейеш. Әгәр ҙә туралмаған йәшелсә (сөгөлдөр, картуф һ.б) ашап мал ҡарлыға ҡалһа, ветеринар килгәнсе һыйырҙың ауыҙына ике-өс стакан үҫемлек майы ҡойоғоҙ. Резина шланг менән тамағына төртөп ҡарарға була. Тығылған йәшелсә тел төбөндә генә булһа, уны ҡул менән дә тартып сығарырға мөмкин.
Малдарығыҙ имен ҡышлаһын, ҡураларығыҙ тулы булһын.
- Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Хәйбулла районы.