

Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, ауыл биләмәләрендә ауыл советтарының отчет ултырыштарында ҡатнашып, район халҡының шәхси хужалыҡтарында һыйыр аҫрауҙы тергеҙеү, ауыл халҡы һыйырлы ла, һыйлы ла, аҡсалы ла булып йәшәһен, тигән фекерҙән сығып, халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе. Ауыл кешеһе һыйыр аҫраһа, һыйлы ла булыр, көн дә килгән һый-ниғмәт – һөттө тапшырып, һатып аҡсаһы ла була тигән уй-ниәтен йыйылыштағы халыҡҡа еткерҙе. Яҡын киләсәктә шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу ойоштороласағы хаҡында белдерҙе Рушан Ҡәҙим улы.
“Атайһыҙ ҙа, малһыҙ ҙа ҡалдыҡ”
Райондың баш зоотехнигы Линар Баһауов: “Ауылда һыйыр тотоусыларға һәр төрлө ярҙам итәсәкбеҙ, халыҡтан һөт йыйыуҙы ла ойошторасаҡбыҙ. Район ветстанцияһы һыйырҙарҙы яһалма аталандырыу хеҙмәтен шәхси хужалыҡтарға күрһәтә ала. Бары юғарыға мөрәжәғәт итергә генә кәрәк”, – тине.
Ауылда йәшәп, эш көсөндә булған хужаның бөгөн шәхси хужалығында һыйыр малы аҫрамауын ни тип аңлатып була һуң? Был заманда сапһаң, бесәне лә етерлек. Сабырға мөмкинлегең булмаһа, уны әҙерләп һатыусылар ҙа бихисап. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалдатка апайҙарыбыҙ сабыйҙарының ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн нисек тә һыйырын бөтөрмәҫкә тырышҡан. Әлбиттә, мәжбүри заданиеларҙы түләү-тапшырыуҙарҙан тыш, үҙҙәренә сепарат һөтө генә ҡалһа ла, кешене үлемдән алып ҡалған ризыҡ булған ул.
Әле лә оло йәштәге апайҙарыбыҙҙың “Һуғыш ваҡытында инәйебеҙ һыйырҙы бөтөрмәгәнлектән генә беҙ аслыҡтан үлмәй ҡалдыҡ” тип, ошо малға рәхмәтле булып һөйләүҙәрен тыңлап, ғаилә ағзаһылай яҡын, нигеҙ күрке – һыйырҙың дәрәжәһенә төшөнәһең. Ул ҡырыҫ йылдарҙа ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә ваҡыттары ҡалғанмы инде ирҙәре фронтта йөрөгән аслы-туҡлы ҡатындарҙың?!
Һаламы ла ҡаты-ҡото ғына булған. Көлтәгә урғандан ҡалған ҡамыл һаламын йолҡоп ташып булһа ла һыйырҙы ҡыш сығарырға әҙерләнгәндәр. Быҙауы тыуһа, хөкүмәткә тапшыраһы ит планынан һуң, көҙгөлөккә һуғым яһап, барыбер әҙ генә булһа ла ите ғаиләгә лә эләккән.
Әжәк ауылында тормоштоң мәғәнәһен тәрән аңлап донъя көткән өлгөлө колхозсы, үрнәкле ғаилә башлығы Фоат Әхмәтшин бар ине. Уның һуғыш осоронда ауылдағы кеше өсөн һыйыр малҡайының алтындарҙан артыҡ булыуы тураһында күҙ йәштәре менән иҫкә алғанын хәтерләйем. “Ас бүреләр ауылға килеп, күҙ терәп торған һыйырыбыҙҙы ботарлап ташлағас, һығылып илауҙарыбыҙ. Әсәйебеҙҙең “балаларымды нисек кенә һаҡлайым хәҙер” тип үрһәләнеүе. Ошо уҡ көндә, әлеге ҡайғы өҫтөнә ҡара ҡайғы булып, фронттағы атайыбыҙҙың үле хәбәренең килеүе ғүмерлек әрнеүебеҙгә әйләнде. Шул саҡта асҡа үлмәҫ өсөн өмөт булған һыйырыбыҙҙы – бүреләр, ышанысыбыҙ, терәгебеҙ булған атайыбыҙҙы фашист тартып алды, бер көндә атайһыҙ ҙа, һыйырһыҙ ҙа ҡалдыҡ”, – тип гел иҫкә алыр ине ул.
Һыйлы көнөң…
Ат аунаған ерҙә төк ҡалыр, тигән әйтем бар халыҡта. Ә һыйыр булған ерҙә – ризыҡ ҡалыр. Үҙ һыйырыңдың һөтө, ҡаймаҡ-һөт өҫтө, эремсеге, ҡатығы, ҡорото көндәлек һый булһа, быҙауы, әлбиттә, көҙгөлөккә һуғым. Магазиндарҙағы төрлө ҡушымталар менән байытылған (хатта “молочный напиток” тигән яҙыулы “һөт”тәр ҙә бар хәҙер һатыуҙа) һөт ризыҡтары организмыбыҙға нисек тәьҫир итә һуң?! Мәҫәлән, “Ҡатыҡ” тигән яҙыулы һауыттағы ҡатыҡты элек әсәйҙәр һөттө оҙаҡ итеп ҡайнатып ойота торған һарғылт төҫтәге ымһындырғыс ризыҡ тип һатып алабыҙ. Тик күптәрҙең организмы уны ҡабул итмәй, ауырый башлай икән. Магазин кәштәләрендә ризыҡтарҙың нисә төрлөһө һәм ниндәй генәләре юҡ бит. Әммә үҙ һыйырыңды гөбөрҙәтеп һауып алып кереп, сепараттан үткәргән һөттән генә ойотолған ҡатығың магазиндағыларға биргеһеҙ була. Сәләмәтлегеңә һәм балаларыңдың һаулығына бармаҡ аша ҡарарға ярамай, әлбиттә. Нисә ай буйы әсемәй тигән яҙыулы һөттәрҙең, антибиотик һәм төрлө ферменттар ҡушылып, һатып алыусыға тәҡдим ителеүе беҙгә, ҡулланыусылар организмына, файҙалымы, әллә үҙебеҙҙекеме? Иренмәйенсә, мөмкинлек булып, һыйыр малы аҫраһаң, үҙең өсөн дә яҡшы, ғаиләңдең именлегенә лә отошло икәнлеге хаҡында уйланабыҙ, әммә ауылда йәшәгәндәрҙең ихаталарында һыйырҙар кәмей бара.
Мулла ауылында көн иткән Әнәс Әминев: “Бәләкәй ейәндәребеҙ ысын һөт эсһен, таҙа булып үҫһендәр тип, һыйыр аҫрайым. Ҡатыным мәрхүм булғанға 10 йыл, бер үҙем йәшәйем, һыйырымды үҙем һауам, сепараттан айыртам, эремсек эретәм, ҡатыҡ ойотам. Балалар даими ҡайтып, ейәндәремә һөтөн-майын алып китеп тора. Магазиндыҡына ышаныс юҡ, ысын һөт түгел бит ул, ә бәләкәстәргә экологик яҡтан таҙа ризыҡ кәрәк”, – тигәйне уның менән ошо темаға әңгәмәләшкән саҡта.
Был хәҡиҡәтте аңлаған ауыл кешеләре күберәк булһын ине лә һуң. Ни өсөн ауыл кешеләре тимен, сөнки аҙбар-һарайың була тороп та, ул буш булһа, йорт-ихатаның йәме буламы икән? “Көтөү көтөргә ауыр, көтөүсе юҡ” тигән һүҙҙәргә яуап булып, күпселек ауылдарҙа “электрон көтөүсе” лә барлыҡҡа килде. Уның да үҙ мәшәҡәте бар тиеүселәргә, йәйен бер һыйырҙы аҙбар утарында аҫрап, ваҡыт-ваҡыт бесәнен, ҡатнаш аҙыҡ, ашлы һыуын, йәшелсә ҡалдыҡтарын биреп тә аҫраусылар бар, тип белдергем килә.
Тәнең һәм йәнең сәләмәт булһын тиһәң…
Бесән хәҙер өҫтөңә ишелергә тора. Бәләкәй ауылдарҙа, ана, урамдарҙа бесән сабып, сүмәлә эшләп ҡуйыуҙар ябай күренешкә әйләнде. Элек ағайҙарҙың бер һыйыр, дүрт һарыҡтан башҡа мал аҫрарға ярамаған йылдарҙы иҫкә алып, соҡор-саҡырҙан, йә төнгә табан, йә таң һарыһынан ҡаса-боҫа бесән сабыуҙары, колхоз бесәнен әҙерләп бөтмәйенсә, шәхси хужалыҡтарҙың һәндерәләренә бер һәнәк тә бесән ҡайтарып һалырға тейеш булмағанлыҡты, комиссия ағзалары аҙбар һәндерәләрен өй рәтенә тикшереп йөрөгән сәйер йылдар тураһында һөйләгәндәренә ғәжәпләнәбеҙ. Мал аҫрар өсөн хәҙерге рәхәтлек! Нисә баш һыйыр аҫрағың килһә, рәхим ит. Аяҡ аҫтында уралып үлән үҫә, ҡул салғыһы менән сапмаһаң, моторлы салғылар бакуй теҙеп һала. Ауыл уңғандарының мотоблок тигән техникаһы ла эште ни ҡәҙәр еңеләйтә! Ялҡауландыҡмы әллә, йәмәғәт? Туйып һикереүебеҙ шулмы? Аҙбарыңда һыйырың булһа, уңған һәм тырыш халҡыбыҙға хас булмағанса урамда буш ваҡыт үткәреп йөрөргә ваҡыт та ҡалмаҫ ине. Малың янында мәж килеп, тәндәге ҡан да яҙылыр, саф һауа ла һуланыр ине.
Өй менән ҡура араһында йөрөп, “мең аҙым”дар ҙа йыйылыр, күңелдәр ҙә күтәрелер, һөтлөбикәң менән һөйләшеп стресҡа ла урын ҡалмаҫ, бирешмәҫ инең. Һыйыр ағы тәнеңә йәшлек, таҙалыҡ биреп, ғүмерең оҙонайыр ине. Боронғонан “ихатаңдағы һыйырҙы бөтөрөү үлемгә беренсе аҙым булһа, икенсеһе – һарыҡтарыңды бөтөрөү, аҙағы – ҡош-ҡорт тотмау” тигән хәҡиҡәт тә халыҡ телендә һаҡланып ҡалған. Тимәк, йорт-ҡураңда ҡош-ҡорт, һыйыр аҫрамаһаң, кешегә хәрәкәт бөтә тигән һүҙ. Әбей-әсәйҙәребеҙ, өй менән аҙбар араһында урай-урай, көнөнә нисәшәр мең аҙымдар яһай ине икән? Уларҙың ғүмер оҙонлоғо, сәләмәтлеге лә хәҙерге гүзәл заттарҙыҡына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ине бит!
Элегерәк ауылдағы яңғыҙ әбейгә, һыйырын бөтөргәс, “хәлһеҙләнгән” исемен күтәрткәндәр, ғөмүмән, аҙбарҙағы хәлдәр ауыл кешеһенең сәләмәтлеген, көс-хәлен дә билдәләгән шул. Яңғыҙ йәшәгән 84 йәшлек әсәйемдең, ҡыш һарыҡтары янына сығып, яңылыш йығылып, һалҡында имгәнеп, туңып ятыр тигән уйҙан, уға: “Әсәй, бөтөр инде һарыҡтарыңды”, – тип кәңәш иттек. Тормош тәжрибәһе бай булған берәү: “Әбейҙең һарыҡтары бөткәс, күпкә бармай инде ул хәҙер фанилыҡта”, – тине. Дөрөҫ икән, 80 йәшендә һыйырын бөтөргәс, күңеле кителгән һымаҡ ҡалған әсәйҙең, һарыҡтарын бөтөрөүгә, ысынлап та, тормош дәрте һүрелеп, хәрәкәте лә аҙайып, күҙгә күренеп һүнде. Халыҡ белмәй әйтмәй шул, быуаттар дауамындағы йәшәйеш тураһында фекер, хәҡиҡәт был.
Халыҡта “аҡ белмәгән, аҡ күрмәгән” тип ауылдағы ялҡау кешене шелтәләп, асыуланып әйтелә торған һүҙ булған. Аҙбар-ҡуралар һалҡын, иҫке, ергә һеңгән мәлдәрҙә лә ауыл кешеһе һыйырһыҙ тормаған. Бынан илле йыл элек тә яңы быҙаулаған һыйырҙың елененә һалҡын теймәһен тип, тыуғас та мөйөштән урын алған быҙауҡай янына имеҙер өсөн өйгә алып кереүселәр ҙә бар ине. Иң ҡәҙерле мал, ғаиләне туйындырыусы һыйырҙы ни өсөн әлеге көндә аҫрамаҫҡа тейешбеҙ?
Ғинуар айынан һыйырҡайҙар быҙаулай башлап, яҙын ҡара ергә аяҡ баҫҡансы ауылдарҙа ыуыҙ аштарына йөрөшкәндәр. Быҙауынан ҡалған ыуыҙлы һөттө айырым йыя барып, яғылған мейескә ҡуйып, сыр һымаҡ ыуыҙ төшөргәндәр. Өҫтөнә ултырған ҡаймағын йәйеп, унан һап-һары ыуыҙ майын яҙып, ыумаслы ыуыҙ ашына ҡушҡандар. Яҙғы авитаминоз, хәлһеҙлек ваҡытында ыуыҙ ашы кешегә 70 төрлө сихәт бирә, тигән боронғолар. Өҫтәлеңдәге ҡаймаҡ, эремсек, йүкә балына яҙылған һары май, көн дә һауылған парлы һөт табын күрке, ауыл кешеһенең ғорурлығы булған. Өҫтәүенә, ауылдың төп күрке, йәме лә һөтлө-майлы булыуҙа сағылған.
Ауыл күрке
Районыбыҙ ауылдарында көсөнән килгән кеше лә һыйыр аҫрарға бик ашҡынып бармай шул хәҙер. Ҡыҙғаныс. Һөтлөбикәһе булғандарҙан ауыл халҡы сиратлап килеп, һөтөн-ҡаймағын, эремсеген һатып алып йөрөй. Ике банка ҡаймаҡ хаҡы бер ҡапсыҡ ҡатнаш аҙыҡҡа бүленеп алып ҡуйылһа, һөтләтә кергән аҡсаның да файҙаһы бик тә урынлы булып ҡуя. Килгән менән киткән бер түгел. Һөт һатҡан ғаиләгә яҡшы ярҙам булыуын, көн дә килгән ризыҡты эшкәртергә генә иренмә, тигән аҫыл тәжрибәне үҙемдең тормошомдан сығып та әйтә алам.
Йәшел үләнгә аяҡ баҫыуыбыҙға мал аҫрау ҙа еңеләйә төшә. Хәҙер ауылдарҙа бесән сапҡан кеше лә аҙ шул. Сүлйебаш ауылында биш хужалыҡ ҡына ҡалды инде. Бынан 40–35 йыл элек әлеге бәләкәй генә ауыл көтөүендә 60-тан ашыу һыйыр һанап була ине. Көн дә иртән һөт йыйыусы, ат арбаһына феләктәр ултыртып ҡуйып, һәр ҡапҡа төбөнә килеп туҡтап, апайҙар бер йәки ике силәгендәге күбекләнеп торған һөтөн сығарып тапшыра ине. Һыйырҙың ҡазаланыуын оло ҡайғы тип ҡабул итә ине халыҡ.
Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында көтөүҙәге мал баҫыуҙағы ашлама ашап зыянлана. Ауылға хәбәр килеп етә, халыҡ көтөүгә үҙҙәренең малдары янына йүгерә. Кемдер әсе ҡатыҡ эсерергә, кемдер шыйыҡ май тотоп, көтөүгә ашыға. Беҙ, ҡыҙҙар, был мәлдә еләктән ҡайтып ҡына керҙек. Ауыл өҫтөндә шом таралғайны. Ни булғанын белеүгә, көтөүҙән һыйырҙарын ҡыуып алып ҡайтыусылар күренде. Уларҙың йөҙөндә – бәхет сатҡылары, сөнки һыйыр малҡайҙары иҫән ҡалған бит! Һәр ҡайтыусы көтөү ерендә нисә һыйырҙың үлеп ятҡанын әйтеп китә. Беҙҙең ҡара һыйыр ҙа ауылға сабып ҡайтыусы малдар араһында күренде. Күңелемә ҡыуаныс йүгерҙе. Буш ҡалған өйҙә һуғыш сыҡҡан кеүек ҡурҡыныс шомлоҡ, әсәйем ишек-ҡапҡаны ла ябып тормайынса көтөүгә йүгергән.
Ҡайтыусыларҙан: “Әсәйемде күрмәнегеҙме?” – тип һорайым. “И балам, үлгән һыйырығыҙҙы ҡосаҡлап, әсәйең илап, көтөүҙә ҡалды”, – тип яуаплайҙар. “Беҙҙең ҡара һыйыр ҡайтты бит!” тип әйтергә көтөүлеккә табан сабам. Беҙҙең малҡайға ике тамсы һыу кеүек оҡшаш Тәнзилә апайҙың үлгән ҡара һыйырын муйынынан ҡосаҡлап, уның янына теҙләнгән, илап бөткән әсәйемдең, уның янына килеп еткәнсе үк: “Ейәндәрем ҡайтҡас эсерергә һөткәйем дә булмай инде!” – тип һыҡтауын ишетәм. “Әсәй, беҙҙең һыйыр ҡайтты, үҙем күрҙем, беҙҙең һыйыр иҫән”, – тимен. Ҡайғыһына иҫәңгерәгән әсәйем: “И балам, йығылып ятҡан ҡара һыйыр янына килеп, ярҙам итергә тырыштым, йән бирҙе шул. Ҡайғымды беҙҙеке генә тип уйланым шул”, – тине. Ауылға шундай ҡаза килеүенән һаман илаған, күҙҙәрендә “ышанырғамы-юҡмы” тигән шиге һаман бөтмәгән әсәй менән ауылға ҡарап атланыҡ…
Күкрәк һөтөнән һуң һыйырҙың ағы менән ризыҡланып үҫкән ауыл кешеһенә унан да изгерәк хайуан бармы һуң?! Әле ошо ауылдың ике ихатаһында ғына һыйыр малы аҫрала. Борис Шәрәфисламов һәм Рәүеф Ғаязовтар йәйен арҡанда тотоп, үләнле ергә күсереп йөрөтөп ҡарай һыйырҙарын. Бөтөп барған ауылдың тарихына тоғро ҡалып, тырышып тормош алып барған, йәштәре илленән уҙған ошо ауылдаштарыма ихтирамым ҙур. Улар шулай өйрәнгән, йорттоң йәме лә, файҙа килтереүсеһе лә һыйыр икәне ҡандарына һеңгән. Төрлөсә аҫрап була ауыл күрке булған ошо малҡайҙы, теләк кенә булһын.
Миләүшә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Борай районы.