Йәмғиәт
29 Сентябрь 2021, 13:00

92 йәшлек инәйҙең йортона баҫып инеп...

Ишекте аяҡ менән тибеп емергәндәр улар

92 йәшлек инәйҙең йортона баҫып инеп...92 йәшлек инәйҙең йортона баҫып инеп...
92 йәшлек инәйҙең йортона баҫып инеп...


Ҡыйғы районында 92 йәшлек оло кешене туҡмап талағандар. Был хәл Түбәнге Ҡыйғы ауылында булған, тип хәбәр иткәндәр Эске эштәр министрлығында.
Яуыз уйлы ике ир, әбейҙең яңғыҙ йәшәгәнлеген белеп, уның өйөнә баҫып инә, ишекте аяҡ менән тибеп емерә улар. Аҡса таптыра башлайҙар.

Ҡото алынған инәй бөтә йыйып-йыйыштырып ҡуйған аҡсаһын - 60 меңен сығарып бирә. Артабан әҙәм аҡтыҡтары  аҡсаны алып һыпырыу яғын ҡарай. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре яуыздарҙың эҙенә тиҙ төшә.
Шик аҫтына ошо уҡ ауылда йәшәгән, алдан да суд эскәмәйәһендә ултырған 36 һәм 39 йәшлек ике ир төшә. Улар ҡылған ҡылыҡтарын тулыһынса таный. Инәйҙең бөртөкләп йыйған аҡсаларының яртыһын хәмергә тотоноп өлгөргән була улар.


Етмәһә, шик аҫтына алынғандарҙың береһе алдан да ошо уҡ өйгә инеп урлашып, полиция тарафынан тотолған булған, тип хәбәр итәләр ведомствола.
Был икәүгә ҡарата талау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас