

“Беҙ Бәләбәйҙең иҫке өлөшөндә йәшәйбеҙ. Үҙәк райондағы парктар – һәйбәт, әлбиттә, тик иҫке ҡалала ла төҙөкләндерелгән скверҙар һәм матур юлдар булыуын теләйбеҙ. Тик мотлаҡ рәүештә беҙҙең тарихи мираҫыбыҙҙы һаҡларға кәрәк”, – тип яҙған ҡала кешеләре 2021 йылдың 8 июнендә.
Республикаға идара итеү үҙәге был мөрәжәғәтте Бәләбәй районы хакимиәтенә ебәргән. Бик яҡшы яуап икенсе көнгә үк килгән. Бәләбәйҙең иҫке өлөшөн төҙөкләндереү өсөн бында “Старогородецкий үҙәге” тигән проект уйлап сығарғандар һәм уны бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн ебәргәндәр. Еңеү осрағында улар Коммунистик – Совет – Красноармейская – Свободы урамдары менән сикләнгән биләмәне төҙөкләндерергә планлаштыра.
Бик яҡшы идея! Һәм ул тормошҡа ашырыласаҡ! Бәләбәйҙең проекты Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға.
“Төрмә замкы кварталы” проекттың бер өлөшө булып тора. Бөйөк Екатерина осорондағы был Төрмә замкы Бәләбәйҙә 1775 йылда төҙөлгән. Хәҙер проект сиктәрендә төрмә бинаһында йәштәр һәм ижади эшҡыуарҙар өсөн үҙәк булдырасаҡтар.
Барлығы квартал биләмәһендә 20-нән ашыу мәҙәни мираҫ объекттары бар. Урынды яңынан “терелтеү” һәм кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы итеү өсөн проект авторҙары кварталдың ике тарихи функцияһын әүҙемләштерергә тәҡдим итә: белем биреү һәм сауҙа. Кәртәләрҙе алып ташларға һәм киңлекте булған ландшафт һәм ағастар ярҙамында зоналарға бүлергә итәләр. Шулай уҡ бында мәғлүмәт һәм белем биреү бәләкәй архитектура формалары ярҙамында тарихи маршрут барлыҡҡа киләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бәләбәйҙә “Йырсы шишмәләр” паркы төҙөкләндерелде лә. Улар ошо ук конкурста 2019 йылда еңгәйне.
Бишенсе Бөтә Рәсәй конкурсының приз фонды – 10 миллиард һум, уны 160 еңеүсе-проекттар араһында бүләсәктәр. Улар араһында Башҡортостандың алты ҡалаһы бар. Улар 440 миллион һум самаһы аҡса отто, был аҡса ошондай матурлыҡтар булдырыуға йүнәлтеләсәк.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.