

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһында төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы (штабы) ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.
Ултырышта туғыҙ төбәккә инфраструктур бюджет кредиты биреүҙе хупланылар. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Республика 14,8 миллиард һум кредит ала.
Аҡсаны Өфөнө, Нефтекаманы комплекслы үҫтереү йәһәтенән яңы биҫтәләрҙә инженерлыҡ, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөүгә йүнәлтеү күҙаллана. Мәҫәлән, республиканың баш ҡалаһында 2200 урынлыҡ мәктәп һалына. Бынан тыш, хупланған проекттар иҫәбендә транспорт селтәрен үҫтереү буйынса эштәр бар. Юлды, юл айырсаларын реконструкциялау, Өфөнө көньяҡтан урап үтеү юлын, Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыу ҡарала. Яңы биҫтәләр өсөн шулай уҡ автобустар һатып алалар. Проектҡа ярашлы, был биләмәләрҙә 5,7 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереү, 20 мең самаһы эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Вице-премьер Марат Хөснуллин әйтеүенсә, инфраструктур бюджет кредитын алыуға ғаризаны 75 төбәк ебәргән.
"Төбәктәрҙә ошондай кредит алымын файҙаланып финанслауға ихтыяж ҙур. Был урындарҙа яңы торлаҡ төҙөү, уңайлы ҡала мөхитен үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барылыуы тураһында һөйләй", – тине Марат Хөснуллин.
Мәғлүм булыуынса, төбәктәрҙе үҫтереүҙең инфраструктур бюджет кредиты кеүек яңы механизмын ғәмәлгә индереү башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәйне. Уны федераль кимәлдә ентекле экспертиза үткән аныҡ инфраструктура проекттарына йылына өс проценттан артмаған ставка менән 15 йылға тиклем түләү ваҡыты менән бирәләр. Бындай проекттар иҫәбенә автомобиль юлдары һалыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын һәм йәмәғәт транспортын яңыртыу, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү, туризм индустрияһы объекттары асыу инә.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145947.html
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145947.html