

Бөгөн Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан вәкиллегендә Италия менән эшлекле һәм фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса комитеттың беренсе ултырышы үтте.
Ул Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан вәкиллеге йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Руслан Кинйәкәев етәкселегендә республика Хөкүмәте йортонда уҙҙы. Ултырыш эшендә Мәскәүҙән һәм Италиянан вәкилдәр видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Һөйләшеүҙә комитет, Евразия халыҡтары ассамблеяһы ағзалары, Башҡортостан Хөкүмәте, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, "Эшлекле Рәсәй" ойошмаһы, Рәсәйҙең Туристик индустрия союзы, Италия-Рәсәй сауҙа палатаһының республикалағы бүлексәләре, Италия вәкилдәре булды.
Кәңәшмә башында Р. Кинйәкәев Хөкүмәт Премьер-министры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе А. Назаровтың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Һөйләшеүҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды, ике яҡлы эшлекле саралар үткәреү буйынса фекер алышынды.
Кәңәшмәлә Евразия халыҡтары ассамблеяһы генераль секретарының беренсе урынбаҫары Светлана Смирнова, Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге менән бәйләнеш буйынса департамент етәксеһе Марина Плясунова, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге секретары Дмитрий Трапезников, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, Италия вәкилдәре һәм башҡалар сығыш яһаны.
Эш аҙағында комитет ағзалары Италия менән эшлекле һәм фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса комитет тураһында положение проектын раҫлауға сығарҙы, комитеттың саралар планын әҙерләү, уны Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллегендә раҫлау тураһында ҡарар ҡабул итте. "Бөгөнгә беҙҙең илдәр араһында ярайһы хеҙмәттәшлек бар, ул үҙ-ара хөрмәткә, ышанысҡа, уртаҡ файҙаға нигеҙләнгән, дөйөм мәнфәғәттәрҙе күҙ уңында тота. Комитет эшмәкәрлеге хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтереүгә йүнәлтеләсәк", – тине Р. Кинйәкәев.
Фото: agidel.bashkortostan.ru