Йәмғиәт
30 Сентябрь 2021, 16:15

Транспортыңды газға күсерһәң...

Күпме ташлама буласаҡ?

Транспортыңды газға күсерһәң...Транспортыңды газға күсерһәң...
Транспортыңды газға күсерһәң...

Башҡортостанда транспорт сараларын тәбиғи газға күсереүгә ярҙам итеү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә.

2020 йылдан алып республика Рәсәйҙә газ моторы яғыулығы баҙары үҫешенә ярҙам итеү һәм автомобилдәрҙе бензиндан тәбиғи газға күсереү сығымдарын субсидиялау программаһында ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе булып тора.

Программа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә ярҙам итеүҙе үҙ эсенә ала. Машиналарҙы яңынан ҡорамалландырыу менән шөғөлләнгән ойошмаларға газ баллоны һәм уны ҡуйыу буйынса эштең яртыһы кимәленә тиклем субсидия биреләсәк.

Бынан тыш, бюджеттан алынған субсидия менән бер рәттән, автомобиль хужалары “Газпром” йәмғиәтенең маркетинг программаһы нигеҙендә лә ярҙам ала аласаҡ. Уның күләме автомобилде метанға күсереү хаҡының 30 проценты самаһын тәшкил итәсәк. “Газпром”дың маркетинг программаһында ҡатнашыу өсөн килешеүгә ҡул ҡуйыр кәрәк, шулай уҡ быны сервис үҙәгендә газ баллонын ҡуйған саҡта бер юлы эшләргә була.

Еңел автомобиль өсөн субсидия күләме 36,4 мең һумдан 56,7 мең һумға тиклем, хаҡы техниканың үлсәменән тора. “ГАЗель” тибындағы йөк транспорты өсөн – 64,8 мең һум, автобустар һәм йөк машиналарына – 198,4 мең һумға тиклем.

Техника хужаларына ағымдағы йылда был программала ҡатнашыу өсөн бер генә сикләү бара: транспорт сараһын эксплуатациялау ваҡыты. Ул һигеҙ йылдан ашмаҫҡа тейеш.

Йыллыҡ экономия яғыулыҡ сығымынан торасаҡ, анығыраҡ әйткәндә, автомобиль маркаһы һәм уның күпме йөрөүенән. Мәҫәлән, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре араһында популяр булған “ГАЗель” автомобиле өсөн ул йылына 150-200 мең һум, еңел автомобиль өсөн - 80-120 мең һум.

Бынан тыш, Башҡортостанда тәбиғи газда йөрөгән транспорт сараларына транспорт һалымына 50 процент ташлама биреү тураһындағы закон ғәмәлдә.

Ағымдағы йылда транспортты метанға күсереү өсөн яңынан ҡорамалландырыу сараларына республиканың Транспорт министрлығына 53,1 миллион һум аҡса бүленгән. Уның 46,8 миллион һумы (88 проценты) - федераль бюджеттан, 6,3 миллион һумы (12 процент) - республика ҡаҙнаһынан.  

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы төбәктә газ мотор яғыулығы үҫеше өсөн яуаплы башҡарма власть органы булараҡ билдәләнгән. Министрлыҡ тейешле талаптарға яуап биргән яңынан ҡорамалландырыу пункттары реестры булдырған, бында кәрәкле сертификаттар һәм тәжрибә булыуы, етерлек постар, майҙан һаны инә. Ресстрға индерелгән пункттар клиенттарға билдәләнгән күләмдә ташлама бирә ала. Был осраҡта алып етмәгән килемде уларға республика бюджетынан ҡаплаясаҡтар.

Әлеге ваҡытҡа дөйөм суммаһы 18,5 миллион һум субсидияға 397 транспорт сараһы яңынан ҡорамалландырылған. Ғаризалар ҡабул итеү дауам итә, әле үҙәктәрҙән субсидияға 19 ғариза бирелгән. Быйыл барлығы 511 транспорт сараһына газ ҡорамалы ҡуйырға йыйыналар.

Субсидия алыу тәртибе менән https://transport.bashkortostan.ru/activity/22785/ һылтанмаһы буйынса инеп танышырға була.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас