Йәмғиәт
30 Сентябрь 2021, 17:30

Йәштәр йыйыны башланды

"Киләсәктә форумды федераль кимәлгә сығарырға теләйбеҙ".

Йәштәр йыйыны башландыЙәштәр йыйыны башланды
Йәштәр йыйыны башланды

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында республиканың төп йәштәр форумы эш башланы.

II "Башҡортостан йәштәре йыйыны-2021" төбәк-ара мәғрифәти-мәҙәни форум мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, ауыл йәштәрен, йәштәр ойошмалары әүҙемселәрен, ирекмәндәрҙе, йәш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, эшҡыуарҙарҙы, йәштәр проекттары авторҙарын бергә йыйҙы.

"Форум идеяһы бынан бер нисә йыл элек тыуғайны. Беренсе йыйын 2020 йылда Күгәрсен районында үтте, ә хәҙер был осрашыуҙар йолаға әйләнде. Киләсәктә форумды федераль кимәлгә сығарырға теләйбеҙ", – ти Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук.

Форум 2 октябргә ҡәҙәр бара. Өс көн дауамында ҡатнашыусылар менән федераль һәм төбәк спикерҙары аралаша. Улар проектлау сессиялары үткәрә, социаль проектлау, менеджмент, йәштәр идеяһы брендингы өлкәләрендәге трендтар тураһында һөйләй.

Беренсе көндә форумда ҡатнашыусылар менән Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы эксперты Светлана Астахова, стендап-тренер Алёна Лепёшкина, дизайнсы, блогер, эшҡыуар Ринат Королёв, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республика йәштәре лидерҙары эшләне.

Форумда ҡатнашҡан уҡыусылар өсөн айырым платформа эшләй, унда фекер алышыу майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре, спорт-патриотик программалар ойошторола.

Йыйын ябыла торған көндә йәштәр проекттары конкурсы һәм "Рәсәйҙең йәш эшҡыуары-2021" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы финалы үтә.

Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас