Йәмғиәт
30 Сентябрь 2021, 10:00

Йөҙйәшәрҙәр ҙә “ярыша”

Йәше документтар  менән раҫланған берҙән-бер  122 йәшлек әбей ул Жанна Кальман.

Йөҙйәшәрҙәр ҙә “ярыша”Йөҙйәшәрҙәр ҙә “ярыша”
Йөҙйәшәрҙәр ҙә “ярыша”

Донъяла иң оҙаҡ йәшәгәндәр араһында рекордсмен әбей бар.  Ғүмер буйы тәмәке көйрәткән француз әбейе Жанна Кальман 1875 йылда тыуған  һәм 1997 йылда 122 йәшендә вафат булған.  Йәше документтар  менән раҫланған берҙән-бер йөҙйәшәр ул. Оҙаҡ йәшәү серен өйрәнеүсе ғалимдар иҫәпләүенсә,  беҙ йәшәгән быуатта  был рекордты уҙыусылар булыуы ихтимал.

 Белгестәр  Италияның  105 йәште уҙған  3,8 мең кешеһенең тормошо менән танышҡан, шулай уҡ Францияла йәшәгән 9,8 мең йөҙйәшәрҙең ғүмерен өйрәнгән. Ғалимдәр иҫәпләүенсә, 110 йыл йәшәгәндән һуң иҫән ҡалғандар нисбәте 50:50 тәшкил иткән.  130 йәшкә етеү ихтималлығы бик бәләкәй, яҡынса миллионға бер осраҡ, ти улар. Әммә коронавирус инфекцияһына ҡарамай, ғүмер оҙайлығы артыуға табан барасаҡ, хатта ошо быуатта 130 йәшкә еткән йөҙйәшәрҙең рекорд ҡуйыуы мөмкин.

Фото:ru.wikipedia.org

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас