Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 07:24

Ғаилә мәнфәғәттәре өҫтөн

Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем Демография сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса яңы план ҡабул ителде. Уны Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин раҫланы.

Планда ете бүлек ҡарал­ған. Иң күләмлеһе бала үҫтергән ғаиләләргә, тыуым­ды арттырыуға ҡағыла. 2024 йылға бер генә ғариза нигеҙендә йә иһә ғариза яҙмайынса ла ғаиләләрҙең 60 проценты социаль ярҙам сараларын аласаҡ. Балалар тыуғанда дәүләттән ярҙам алыусылар һаны был ваҡыт­ҡа 2,26 миллионға етәсәк.

Әсәләр һәм сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыуға йүнәл­телгән саралар ҙа ҡаралған: репродуктив сәләмәтлекте яҡшыртыу, ғаилә ҡиммәттә­рен һаҡлау, әүҙем ғүмер оҙайлылығын арттырыу. Пландағы ике бүлек өлкән йәштәгеләрҙең, производствола эшләгәндәрҙең сәлә­мәт­леге мәсьәләләренә арнал­ған. Документта шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен дәртләндереү, физкультура һәм спортҡа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән саралар ҙа бар.

“Беҙ тәү тапҡыр ошондай комплекслы документ ҡабул иттек. Унда өр-яңы саралар һәм механизмдар тормошҡа ашырылғандары менән бер­ләш­терелгән”, – тине Михаил Мишустин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балалар­ҙы тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, граждан­дарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу системаһын булдырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

 

- Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас