

Күптән түгел федераль каналда “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында Башҡортостан инәйҙәренең милли кейемдә бейеп-йырлап йөрөгәнен күреп “аһ” иттек, һоҡландыҡ, ғорурландыҡ. Кем һуң улар? Нисек үҙәк телевидениеға барып эләккәндәр?
Салауат ҡалаһының 4-се моделле тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы – “Мираҫ” – мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаҡлаусы һәм таратыусы” махсуслаштырылған учреждениеһы ҡарамағындағы “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор коллективының уңышлы эшләүе күптәргә билдәле. Китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллина йыр-моңға, халыҡ мираҫына ғашиҡ өлкәндәрҙең Мәскәүгә барырға нисек әҙерләнеүе, ниндәй тойғолар кисереүе хаҡында һөйләне.
– Көтөлмәгән хәл булды ул беҙҙең өсөн. Коллективыбыҙ ағзаһы Альбина Хәйбуллина “Мөғжизәләр яланы”на кроссворд эшләп ебәргәс, уға тапшырыуҙа ҡатнашырға саҡырыу килеп төштө. Ул унда беҙгә, “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор коллективына, йыр-бейеү менән сығыш яһарға тәҡдим итте. Был, әлбиттә, беҙҙең өсөн башҡа ла килмәгән, тулҡынландырғыс хәл булды, етмәһә, әҙерләнеү өсөн ваҡыт бик тығыҙ ине. Клубҡа йөрөгән апайҙарыбыҙ, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үтә лә сая, ҡурҡыу белмәҫ, үткер булып сыҡты. Барабыҙмы, тәүәккәлләйбеҙме, тигәс, һис һүҙһеҙ ризалаштылар. Шулай ойоштороу эштәрен башлап ебәрҙем, – ти Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы.
– Оҙаҡ әҙерләндегеҙме?
– “Мөғжизәләр яланы”на эләгеү еңелдән түгел икән. Тапшырыу өсөн яуаплы етәкселәр, әллә күпме хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп, беҙҙе энә күҙәүенән үткәрҙе. Йөҙәрләгән фотоһүрәт, егермеләгән видео, репетициянан видеолар ебәргәс кенә саҡырыу алдыҡ. Бер нисә көндән һуң Мәскәүгә остоҡ. Тапшырыу июндә төшөрөлһә лә, футбол матчтарының трансляцияһы арҡаһында эфирҙы авгусҡа күсерҙеләр. Салауаттан аэропортҡа тиклем микроавтобус менән барҙыҡ. Бындай ҙур ярҙамдары өсөн үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Юлиә Әбүбәкероваға һәм ҡала хакимиәтенән мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Алина Сәлиховаға рәхмәт. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимов ағинәйҙәребеҙгә башҡорт камзулдары һәм күлдәктәре биреп торҙо. Иҫ киткес матур милли кейемдәр күңелебеҙҙе күтәрҙе, күргәнһегеҙҙер, моғайын.
Сығыш яһағанда ныҡ тулҡынландыҡ, әйтеүе генә анһат, бөтә ил алдында республика, башҡорт халҡы исеменән музыкаль бүләк тапшырып ҡара әле! Бер аҙ борсолһаҡ та, лайыҡлы сығыш яһаныҡ, тип уйлайым.
Башҡорт милли кейемен, биҙәүестәр алып барҙыҡ, Леонид Якубовичҡа күстәнәскә бауырһаҡ тапшырҙыҡ, бик тә ихлас ауыҙ итте. Искәндәр Ғәзизов башҡарған “Гөлнәзирә” башҡорт халыҡ йырына фольклор композицияһы күрһәттек, барыһы ла беҙ теләгәнсә яҡшы булды. Якубович беҙҙең сығыштан бик ҡәнәғәт ҡалды, коллективта ҡатнашыусыларҙы “алтын инәйҙәр” тип атаны.
– Тапшырыуға тотош коллектив менән барып сығыш яһауығыҙҙың маҡсаты ла булғандыр, уға өлгәшә алдығыҙмы?
– Беҙ үҙебеҙҙе түгел, ә башҡорт милләтенең бай мәҙәниәтен, милли костюмдарын, түшелдерек-ҡашмауҙарын, халҡыбыҙҙың ихласлығын, ысын булмышын күрһәтеү теләге менән барҙыҡ. Быға ирештек, тип уйлайым.
Китапханабыҙҙа эшләп килгән “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор коллективы ҡала, республика һәм төбәк-ара сараларҙа әүҙем ҡатнаша. БЮТ каналының “Бәхетнамә”, “Россия 1” каналының “Хәйерле иртә”, Сыуаш Республикаһының дәүләт телеканалы, Мәскәү ҡалаһының РБК каналы тапшырыуҙарында ҡатнаштыҡ. Уларҙа халҡыбыҙҙың милли йолалары, кейемдәре, күркәм традициялары, башҡорт халыҡ бейеүҙәре, йырҙары менән бер рәттән, Салауат ҡалаһы китапханалар селтәренең эшмәкәрлеге, Салауат йәштәре, ҡала халҡы, әҙәбиәт һөйөүселәр, китап уҡыусылар тураһында ла матур, тулы мәғлүмәттәр бирҙек. Өфөлә уҙғарылған “Башҡортостан, Урал һәм Волга буйы халыҡтарының милли кейемендә” тигән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, “Милли кейем – “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор коллективы өлгөһөндә” тигән темаға сығыш яһаным һәм тәңкәләр бейеү-дефилеһын күрһәттек. Был сараға Сыуаш Республикаһынан килгән вәкил беҙҙе үҙҙәренә конкурста ҡатнашырға саҡырҙы һәм беҙ Чебоксар ҡалаһында үткән “Быуаттарҙың алтын йәшмәләре”ндә лауреат исемен алдыҡ. “Көмөш тәңкә” шулай уҡ “Уфа-Ладья.Арт” халыҡ сәнғәте күргәҙмәһе-фестивалендә ҡатнашып, концерт менән сығыш яһаны.
– Хайран ҡалдырырлыҡ эштәр башҡараһағыҙ икән, Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы. Коллектив ағзаларын “инәйҙәр” тип әйтергә һис тел әйләнмәй. Күңелдәре йәш, дәрт-дарманлы, алсаҡ “көмөш тәңкә”ләргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
- Динә ҒӘЛИЕВА.
Салауат ҡалаһы.