Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 09:13

Башҡаса ла йәшәп була икән...

fb.rufb.ru
Фото:fb.ru

Ул башҡаса йәшәп булыуҙы күҙ алдына ла килтерә алманы. Өлкәндәр бынан ары уны бер ҡасан да туҡмамаясаҡ, ә әсәһе башын да күтәрә алмай, ыңғыраша-ыңғыраша төшкә тиклем түшәктә аунамаясаҡ, хатта танауҙы сирыштырырлыҡ ауыр еҫ унан бер ҡасан да аңҡымаясаҡ... Атаһы бүлмә уртаһында тубыҡланған көйөнә әсе тәмәке көлөн иҙәнгә ҡаҡҡылап ултырмаясаҡ. Мөйөштәге һыуытҡыста ҡалған наҡыҫ ҡына аҙыҡ-түлек өсөн дә талашмаясаҡтар, хатта урлашмаясаҡтар ҙа...

Иң мөһиме, быныһын бөтөнләй күҙ алдына килтереү ҡыйын, уны һәр кем хәстәрләргә тырышып, көн һайын ашатасаҡ, бер генә тапҡыр түгел, иртән, төшөн, кисен дә. Ғә­жәп, уны сәбәпһеҙ-ниһеҙ башына һуҡҡылап, үткән-һүткәндә бәргелә­мәй, бер ҡасан да тиерлек парикмахер ҡайсыһын күрмәгән тыңлау­һыҙ сәстәренән һыйпаясаҡтар. Хатта уға йәмһеҙ итеп аҡырған кеше лә юҡ, шым ғына тыныс тауыш менән аңлатырға тырышалар...

Ул бындай ғәжәп хәлде бер ҡасан да күҙ алдына килтерә алманы. Ата-әсәһе менән көн күргән, тараҡандар мыжғып торған, сүп-сар, бысраҡ менән елһеткән ятаҡ бүлмәһенән алып, балалар йортона урынлаштырғас та шатлыҡ йә иһә үкенеү, юҡһыныу тойғоларын кисермәне. Ни өсөн ҡайғырманы тигәндә, ул бик бәләкәй шул, ни бары биш кенә йәш. Ә атаһының ғәйрәтләнеп китеп, йоҙроҡтарын төйнәп өҫтөнә менеп килеүе, әсәһенән араҡы шешәһен ҡайҙа йәшереүен таптырыуы хәтерендә. Ирҙең күҙҙәрен алартып, көслө ҡулдары менән һуғып осорасағын, типкеләйәсәген малай яҡшы белә. Әсәһе, һәр ваҡыттағыса, сәрелдәп, ҡулына нимә эләкһә, шуны ире яғына осорасаҡ. Йыш ҡына ҡаты-ҡото әйберҙәрҙең малайға эләгеүе ҡатынды һис тә борсомай...

Ни өсөн яңы урынға эләгеүенә шатланмауының да сәбәбе бар: ул үҙе менән ни булырын белмәй. Һөйөнмәне лә, ҡаршылыҡ та күр­һәтмәне малай. Йыуындырҙылар, кейендерҙеләр, ашаттылар, ғүмер­ҙә булмаған бындай туҡлыҡтан иҙрәп йоҡоға талғанын да тойманы.

Ул донъяла башҡаса йәшәп булыуын ҡайҙан белһен? Балалар йортонда ябыҡ, хәлһеҙ, шып-шым малайға хатта “һуғыш суҡмары” тигән даны сыҡҡан тиктормаҫ малайҙарҙың да ҡағылмауы, ҡы­ҙыҡһындырыу тыуҙырмауы бил­дәле. Тик ҡыҙҙар ғына бәхәс­ләшмәгән, өнһөҙ малай менән рәхәтләнеп уйнарға яратты. Ярты йылдан һуң уны ғаиләгә алырға килделәр. Аҡ йөҙлө, ҡурсаҡҡа оҡшаш ҡатын малайҙа ышаныс тыуҙырманы, тәү күреүҙән яратманы. Ә бына ҙур, айыуҙай кәүҙәле ир, киреһенсә, күңеленә ятты. Өҫтәүенә табалай устарына уны ултыртып бәүетә башлағас, малай йылмайҙы, шым ғына көлөп ебәрҙе. Ҡысҡырып көлә белеүҙән мәхрүм бала өсөн быныһы ла көтөлмәгән ҡыйыулыҡ ине. Тап ошо тыйылып ҡына көлөү барыһын да хәл итте...

Шулай йәшәрмен тип кем уйлаһын! Ошо бәләкәй генә, шымтай малай өсөн мини-спорт залы, уҡыу өсөн махсус урын булдырылды. Айырым карауат, уйынсыҡтар... Рәйес ағаһы менән тиҙ дуҫлашһа ла, ”ҡурсаҡ” апайҙы үҙһенмәне, оҙаҡ ҡына ҡурҡыбыраҡ, һаға­йыбыраҡ йәшәне. Балалар баҡса­һына йөрөгән һуңғы йылда вируслы сир эләктереп, аҙаҡ пневмонияға әүерелгәс, Миңзәлә апайҙың ҡайғырыуын бәләкәй йөрәге менән тойҙо, йылы ҡулдарының ҡағы­лыуынан еңеллек кисерҙе. Бер аҙ хәл ингәс, күҙҙәре ҡыҙарынған, төндәр буйы уның эргәһендә ултырып талсыҡҡан, хатта йөҙөндә һырҙар барлыҡҡа килгән апай уға бик яҡын, йылы, ҡәҙерле булып тойолдо. Быға тиклем “таш йөҙлө” күренгән ҡатын илай ҙа, уның өсөн ҡайғыра ла белә икән! Барыһы ла уның эргәһендә йүгерешеп йөрөй, Рәйес ағаһы тағы уйынсыҡтар алып килгән, Миңзәлә апаһы – тәмле ризыҡтар. Барыһы ла уның һауы­ғыуына шатлана, хатта энә ҡаҙап йонсотҡан табиптар ҙа... Ике аҙна ваҡыт эсендә ҡаты ауырыған баланы барыһы ла үҙ итеп өлгөргәйне шул.

Бындай ҙа ҡыҙыҡлы тормош булыуын ул ҡайҙан белһен? Һауығып өйгә ҡайтҡан баланың, әйтерһең дә, икенсе һулышы асылды, йылмайыуын, хәрәкәтләнеүен, иркен тотоуын, хатта тартынмай һөй­ләшеүен шәйләп, ата-әсә ҡыуаны­уын йәшермәне.

Таң ҡалдырғаны алда булған икән. Ете йәшлек Әмир, уҡырға өйрәнеп, шиғырҙар ятлай баш­лағас, уның тормошта башҡалар кеүек ғәҙәти, һәләтле бала булыуын шиккә алған ҡайһы берәүҙәр ҙә аптырашта ҡалды. Тик Рәйес менән Миңзәләнең үҙ ейәндәренән айырмалы, Әмирҙең шәхси әйберҙәренә үтә һаҡсыл мөнәсәбәте, тәүге йылда аҙыҡтарҙы ҡайҙалыр йәшерергә тырышыу ғәҙәте көслө булды. Яйлап был ғәҙәттәр урынына яңылары барлыҡҡа килде, уның мөкиббән китеп китаптар уҡыуына Миңзәлә апаһы ҡыуанып бөтә алмаһа, Рәйес ағаһы уҡыу-яҙыуҙан тиҙерәк баш ҡалҡытыуын түҙем­һеҙлек менән көтә, сөнки донъяла тағы ла мауыҡтырғысыраҡ шөғөл­дәр етерлек. Ниңә бөгөн көн ма­турҙа бәшмәк йыйырға йәки балыҡҡа барып әйләнмәҫкә? Тормоштоң иҫтә ҡалырлыҡ сағыу биттәрҙән, ҡабатланмаҫ ваҡи­ғаларҙан тороу мөмкинлеген ун йәшлек Әмир ҙә төшөнөргә тейеш тәбаһа.

- Динә Арыҫланова

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас