

Беҙҙең Байым ауылы эшһөйәр, татыу халҡы менән данлы. Һуңғы йылдарҙа ауыл тормошо йәнләнеп киткәндәй: гөрләп өмәләр үтә, һәр ҙур эште – зыяратты кәртәләү булһынмы, ауыл урамдарын, шишмә буйҙарын, обелиск кеүек иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтереү тиһеңме – бергәләп башҡарабыҙ. Бындай эштәргә фатиха биреп, бар халыҡтың ихтирам-хөрмәтен яулаған аҡһаҡалдарыбыҙҙың булыуы – үҙе мәртәбә. Бөгөн һүҙем – шундай абруйлы ауылдаштарымдың береһе хаҡында.
Рафаил Хәлитов 1942 йылдың 9 ғинуарында Баймаҡ районының Байым ауылында тыуған. Уның атаһы Ризаитдин Ғималетдин улы Хәлитов 1941 йылдың май айында, күптән түгел генә өйләнгән йәш кәләше Тайбаны ҡалдырып, әрме хеҙмәтенә китә. Ул Украинаның Житомир өлкәһенә, сик буйы ғәскәренә эләгә. Шул китеүҙән Ризаитдин Ғималетдин улына тыуған ауылына ҡайтыу бәхете насип булмай. 22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ризаитдин Хәлитов 1943 йылдың ғинуар айында, Сталинград ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә, хәбәрһеҙ юғала.
Атаһы һуғышта саҡта тыуған Рафаил ярым етем ҡала. Шул заманда тиҫтерҙәре ни кисерһә, шуны күреп үҫә ул. Тик, ни генә тиһәң дә, атайһыҙҙарға ҡыйынға тура килә.
“Атаһынан етем ҡалған бала
Күкрәк көсө менән мал таба”,
– тип йырлана йырҙа. Был йыр ҡәһәрле һуғыш арҡаһында ғәзиз кешеһенә “атай” тип әйтә, арҡалана алмай үҫкән, ауырлыҡ менән буй еткергән ауылдаштарыбыҙ – Рафаил Хәлитов, Садиҡ Байтүрин, Сәфәрғәле Тажетдинов, Зәйнетдин (Рушан) Ғәлин һәм башҡа бик күптәр тураһында ла.
Рафаил Байым башланғыс мәктәбен, артабан Икенсе Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай һәм белем алыу теләге менән Түбә урта мәктәбенә уҡырға бара, тик үҫмергә уны тамамлау бәхете теймәй. Уның ҡарауы, 1956 йылда, 14 йәшендә, “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозына ағза итеп алына. Шунан башлана ла инде Р. Хәлитовтың 45 йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәт юлы.
Тәүҙә ул ер һөргән тракторсылар звеноһында ярҙамсы булып, йәғни тағылма техникала эшләй. 1958 йылдың декабренән 1959 йылдың апреленә тиклем Бикештә тракторсылар әҙерләү буйынса асылған алты айлыҡ курста (Баймаҡ РПС-ы), артабан Сибайҙа, хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса ДОСААФ янындағы курста уҡып, шоферлыҡ танытмаһы ала. Шунан алып Р. Хәлитов Байым бригадаһында ДТ, “Беларусь” тракторҙарында эшләй, кәрәк саҡта колхоз машиналарының руленә лә ултыра. 1972 йылдан һуң ул – комбайнсы, “Сибиряк”, “Нива” комбайндарының штурвалдарын ҡулына алып, туған ҡырҙарында иген ура.
Рафаил Ризаитдин улының тырыш хеҙмәте тураһында уның наградалары һөйләй: “РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш алдынғыһы”, 1972, 1973, 1974 йылдарҙа “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “IX биш йыллыҡ еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһе. Быларҙан тыш, бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була бала саҡтан эш күреп үҫкән уҙаман.
Өлгөлө ғаилә башлығы, өлгөлө йорт хужаһы ла ул. Үкенесле юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килде Рафаил ағайға тормошта. Ҡатыны Зәбирә Билал ҡыҙы Байым ауылының арҙаҡлы килене булды. Ул 1942 йылдың майында Икенсе Этҡол ауылында, Рафаил кеүек, атаһы һуғышҡа киткәс тыуған. Икеһе лә атайһыҙлыҡтың нимә икәнен белеп-күреп үҫкәс, ғаилә, бала, әсә ҡәҙерен бик яҡшы белделәр.
Сибай медицина училищеһын тамамлап, Байымға эшкә килгән Зәбирә менән Рафаил Хәлитовтар яратышып өйләнешеп, 40 йыл матур ғүмер итте, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Икеһенең дә әсәләре уларҙан ҡәҙер күреп, улар ҡулында баҡыйлыҡҡа күсте.
Зәбирә Билал ҡыҙы үҙ эшен шул тиклем яратып башҡарҙы, фельдшер-акушер пункты мөдире булараҡ та абруй ҡаҙанды. Байымда һәр икенсе баланың кендек инәһе лә ул булғандыр. Үкенескә ҡаршы, бик иртә мәрхүмә булды Зәбирә Билал ҡыҙы. Уның тураһында Байым халҡы һәр саҡ тәрән ихтирам менән хәтирә һаҡлай. Ни хәл итәһең, тормош дауам итә: Рафаил ағай бөгөн Зәкиә апай менән донъя көтә.
Рафаил Ризаитдин улы 2007 йылдың декабрендә, күптәнге изге хыялын тормошҡа ашырып, хаж ғәмәлен үтәп ҡайтты. Бөгөн дә Рафаил хажи изгелек, иман таратыу юлында ауылдаштарына ихлас хеҙмәт итә.
Бына ошондай арҙаҡлы ауылдашыбыҙ бар беҙҙең. Ундай хажи Байымда ғына!
- Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Баймаҡ районы,
Байым ауылы.