Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 07:16

Әүҙем тормош сәләмәтлек өсөн файҙалы

Тракторсы гүзәл заттар зарланырға яратмай.

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Тыуған еренә, үҙ һөнәренә, ғүмер юлын бергә үткән иптәштәренә оло мөхәббәт һаҡлап йөрөткән кешеләрҙең береһе ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, данлыҡлы механизатор Мөнирә Шәйбәкова. Утыҙ йыл ғүмере рулдә, тимер-томор, техника араһында үткән ханымдың кешеләр менән иркен аралашыуы, район, республика яңылыҡтары менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы, төбәктәге саралар эсендә ҡайнап йәшәүе һоҡланыу тыуҙыра.

Ғәжәп кеше инде ул Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн тапшырылған юғары наградаларын өйөндә һаҡламай, райондың тарихи йылъяҙмаһын һаҡлаған йәмәғәт урынына илткән. 72 йәшлек ханым интернет селтәрен рәхәтләнеп гиҙә, матбуғат баҫмаларын алдыра, сайттарҙағы хәбәрҙәр менән танышып бара. Паша Ангелина исемендәге премия лауреаты, Кушнаренко районының почетлы гражданы, Хеҙмәт даны ордены кавалеры бөгөн нисек йәшәй, техника ене ҡағылған, “тимер ат”ты йүгәнләгән әхирәттәре иҫән-һаумы? Халыҡ-ара өлкәндәр көнө алдынан хеҙмәт ветеранына шылтыратып хәл-әхүәлен белеш­мәксе булдыҡ.

– Бына диктант яҙыу акция­һында ҡатнашып, өйгә ҡайтып ҡына торам, – тине Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы. – Бер аҙ борсолдора әле, орфография һәм грамматика хаталары, моғайын, барҙыр, тип уңайһыҙланам. Хәйер, уныһы әллә ни мөһим дә түгел. Ҡорҙаштар, ауылдаштар менән осрашып, хәл-әхүәл белешеп, рәхәтләнеп арала­шыуыбыҙ үҙе ни тора! Китапханаға йыйылған пенсионерҙарҙың һөйләр хәбәре, уртаҡлашыр фекере күп булыуы ғәжәп түгел инде, – ти Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы. – Ғөмүмән, Кушнаренко ветерандары бик әүҙем, тынғыһыҙ. Араларында маҡтаулы исемдәргә, оло хөрмәткә лайыҡ булғандары ла етерлек.

“Ветерандар хоры”на ҙур теләк менән йөрөй пенсионерҙарыбыҙ. Хор етәксеһе Роза Сабурова башҡорт, татар һәм рус телдәрендә йырлау маһирлығына өйрәтә. Йырлап йәшәү сәләмәтлеккә лә, кәйефте күтәреү өсөн дә файҙалы, тип уйлайым. Китапханасы Миңзә­лә Вәлиева, ололарға ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле баҫмалар, күңелгә ятырлыҡ әҫәрҙәр тәҡдим итеп, күңелдәрҙе бөтәйтә, рухи аҙыҡ өләшә.

Өлкәндәрҙең ниндәй күтәрен­келек менән өмәләрҙә ҡатнаш­ҡанын күрһәгеҙ икән! Һәр ерҙә юл ярып, алдан йөрөйҙәр. Тыуған ауылым Иҫке Ҡормашҡа эҙҙе һыуыт­ҡаным юҡ. Ауылдаш­тарымдың зыяратты йыл да тәртипкә килтереп, ҡәҙерләп тотоуына рәхмәт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында төҙөлгән обелиск – иғтибар һәм ихтирам менән  солғанған ҡәҙерле урын.

Ниндәй генә иҡтисади ауырлыҡтар булмаһын, ҡормаштар зарланырға яратмай, йәшәргә тырышып ята. Кредитка батып-сумып булһа ла, йорт һәм ихаталарын төҙөкләндерәләр, ҡаласа уңайлы шарттарҙа йәшәргә тырышалар. Йорттарҙың күбеһенә һыу, канализация индерелгән, ихаталар бөхтә, баҡсаларында емеш-еләк, йәшелсә емерелеп үҫә.

Ауыл советы рәйесе Флорид Ғирфанов олоһо-кесеһе менән уртаҡ тел табып эшләй белә, гел халыҡ араһында. Моделле китапхана мөдире Гүзәл Ғайсина ауылдаштарының көнитмешен төрләндереү, ялдарын ойоштороу өсөн ниҙәр генә уйлап тапмай! Яңыраҡ “Күршеләр көнө” үткәреп, йәше-ҡартының күңелен асты. Өлкәндәрҙең Нәҙер шишмәһен төҙөкләндереүҙә ҙур теләк, ихласлыҡ менән ҡатнашыуын да телгә алғым килә.

Күңелде нимә ҡырғанын да әйтәйем әле. Ололар көнөн билдә­ләгәндә ауылдарҙа йәшәгән пен­сио­нерҙар ҙа ситтә ҡалмаһа ине, улар араһында ил байлығын арттырыу өсөн алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән, орден-миҙалдарға, ихтирам­ға лайыҡ ветерандар күп. Заманында “Большевик” колхозының биш бригадаһы ағзалары бер командалай эшләнек. Миңә ябай хеҙмәт кешеһенең тырышлығын күрә белгән намыҫлы етәкселәр, егәрле, йор һүҙле, тапҡыр телле яҡташтарым менән эшләргә насип булды. Шуға күрә яҙмышыма рәхмәт, – ти Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы.

Яҡташтары тураһында һүҙ сыҡҡас, беҙ унан оҙаҡ йылдар киң баҫыуҙарҙы иңләгән Кушнарен­коның данлыҡлы тракторсылары Раушания Мөхтәсимова, Галина Еремина, Лена Әхиәрова тура­һын­да ла һорашмай булдыра алманыҡ. Әхирәттәр нисек йәшәй бөгөн?

– Хоҙайға шөкөр, әхирәттә­ремдең барыһы ла иҫән-һау, Лена менән Раушания ла хәҙер беҙҙең пенсионерҙар рәтен тулылан­дырырға йыйына, – тип йылмая Мөнирә ханым. – Өлкән йәштәгеләр көнө алдынан барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, оҙайлы ғүмер теләге килә.

 

- Динә Арыҫланова. 

Кушнаренко районы.

Читайте нас