Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 07:57

Хазиналарҙы берләштерә “Хазина”

Таулыҡайҙың уңған апайҙары һәм еңгәйҙәре.

Баймаҡ районындағы Таулыҡай ауылының уңған апайҙарын, егәрле еңгәйҙәрен берләштергән “Хазина” фольклор ансамбле ауылда үткән һәр сараны биҙәй. Улар район, хатта республика конкурстарында ла үҙҙәрен танытып өлгөргән. Ансамблгә элекке уҡытыусылар, колхоз эшсәндәре, идара хеҙмәткәрҙәре тупланған. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң күңелгә ял бирер шөғөлгә тотоноп, улар үҙ тормоштарын да байыта, ауыл йәшәйешен дә йәмләй. Хәйер, алсаҡ йөҙлө, йыр-моң һөйгән, күҙҙәрендә лә, йөҙҙәрендә лә нур уйнаған был ханымдарҙы хаҡлы ялда тип әйтмәҫһең дә!

“Хазина” фольклор ансамбле 2008 йылда ойошторола. Ул ваҡытта унда ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәре Кинйәбикә Байрамғолова, Зифа Ғүмәрова һәм башҡалар йөрөй. 2013 йылда мәктәптә йыр дәрестәрен алып барған хөрмәтле уҡытыусы Йәүҙәт Мөхәмәтйәров ансамблгә етәксе булып килә. Уның менән ансамбль икенсе һулыш ала, яңы ағзалар менән тулылана. Йәүҙәт Шәһит улы – оҫта баянсы ла, йырҙарҙы ике тауышҡа һала.

Бөгөнгө “Хазина”ның хазиналары – Сәлимә Һатыбалды ҡыҙы Исхаҡова, Зинәйҙә Динислам ҡыҙы Үҙәнбаева, Ғәтиә Йыһанур ҡыҙы Байегетова, Миңнур Сәмиғулла ҡыҙы Ураҙбаева, Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы Хәсәнова, Зәйтүнә Шәһәрғәзе ҡыҙы Сәлихова, Хәлимә Ибраһим ҡыҙы Яҡупова, Зөлфиә Фәтих ҡыҙы Солтанова, Гәүсәриә Исрафил ҡыҙы Әхмәтшина, Мәзүнә Сафа ҡыҙы Күсәрбаева, Мансура Рәфис ҡыҙы Дауытбаева. Ә етәксе бурысын Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ветеран-уҡытыусы Зөлфирә Зәйнетдин ҡыҙы Оморҙаҡова үҙ иңенә алған, ул – сценарийҙар төҙөүсе лә, таҡмаҡтар сығарыусы ла, репертуар һайлаусы ла.  Абруйлы мәғариф ветераны, сәсәниә Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнова ла таҡмаҡ сығарыуҙа, репертуарҙы байытыуҙа ихлас ярҙам итә. Шулай уҡ моңло тауышлы һәүәҫкәр йырсы, айырыуса халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Әхсән Сәлихов та ансамблдең сығыштарын йәнләндереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Уңыш-ҡаҙаныштары тос ҡына “Хазина”ның. 2017 йылда  “Баш­ҡорт бауырһағы” республика милли байрамы сиктәрендә үткән фольклор коллективтар конкурсында – өсөнсө урын, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған “Таҡмаҡ” бәйгеһендә районда – Гран-при, ә республика буйынса “Авторлыҡ оҫталығы өсөн” номинацияһында еңеү яулайҙар. Оло йәштәгеләр араһында йыл һайын үткәрелгән “Яратам һине, тормош!” фестиваленән дә ситтә ҡалмай Таулыҡай маһирҙары. Район кимәлендә уҙғарылған “Рухиәт” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡа­рыусылар, Хөсәйен Әхмәтов призына “Һаҡмар һандуғасы” конкурс­тарында, сәсәндәр бәйгеһендә лә тос ҡына еңеүҙәр яулағандар. Былтыр ауыл биләмәләренең ижади коллективтары араһында ойош­торолған “Йырлаусы ауыл” республика конкурсында уңышлы сығыш яһап, “Иң йырсы ансамбль” исеменә лайыҡ булғандар. Ауылда үткән концерттарҙың, Милли кейем көнө кеүек матур байрамдарҙың иң сағыу биҙәге лә улар.

“Ансамблгә йөрөү тәү сиратта күңел ҡәнәғәтлеге бирә. Бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергәбеҙ, тигәндәй. Репетициялар мәлендә күмәкләшеп гөр килеп яңы йырҙар, таҡмаҡтар өйрәнәбеҙ. Хаҡлы ялға сыҡтыҡ, тип күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡытыбыҙ ҙа ҡалмай. Шулай, үҙ күңелебеҙҙе лә күреп, ауылдаштар тормошон да йәмләп йәшәүҙән йәм табабыҙ”, – ти “Хазина”ға йөрөгән апай-еңгәләр.

Ысынлап та, был ансамблгә берләшкән гүзәл ханымдарҙың барыһы ла бына тигән итеп донъя көтә, һәр береһе – уңған хужабикә, һөйөклө әсәй һәм өләсәй. Барыһы ла оло хөрмәткә, маҡтауға лайыҡ. Һәр ваҡыт шулай тормоштоң матурлығын тойоп, йырлап-бейеп, күңел көрлөгөн, йәшәү дәртен юғалтмай, ауылымдың ҡото һәм йәме булып, үҙегеҙ ҙә хазиналай балҡып йәшәгеҙ, хөрмәтле “Хазина”лар! 

 

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

 

Баймаҡ районы.

Читайте нас