Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 07:19

Өләсәйҙән йөҙйәшәрҙәр сере

Яңы тыуған көнгә, һау-сәләмәт булыуыңа ҡыуан.

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Күңеле йәш кешенең тормошо мәғәнәле, эске донъяһы бай. Ҡаты йөрәкле, аҡылы һәм йәне буш кеше, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ваҡытынан иртә ҡартая, тип иҫәпләй психологтар. Кем юлдағы ҡаршылыҡтарҙы бар тип тә белмәй еңергә тырыша, сикләүҙәрҙе алып ташлай, шул күңеле менән йәш ҡала.

 Бәхетле ҡартлыҡ – тормошоң­дан, үҙеңдән ҡәнәғәт булыу тигән һүҙ. Оҙайлы ғүмер яңы ыңғай тойғолар килтергәндә, үҙеңде уратып алған кешеләр менән ара­лашыуҙан йәм тапҡанда, ниндәй ҙә булһа пландар ҡороп йәшәгәндә, башҡаларҙың ярҙам ҡулы һуҙы­рына ышанғанда, һәр кем тормошта үҙен бәхетле тоясаҡ.

Ҡартлыҡ менән уй-фекер эшмәкәрлеге тарҡаулығы үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, тип уйлағандар яңылыша тип иҫәпләй белгестәр. 60 йәштән өлкәндәрҙең һәләттәрен өйрәнгәндә йөҙйәшәрҙәрҙең ҡайһы берҙә эшкә оҫталыҡтарын арттырыуын һәм хатта яңы һөнәрҙәр үҙләштерә алыуын асыҡлағандар.

Тормошҡа, һәр тыуған яңы көнгә, һау-сәләмәт йәшәүеңә шат­ланырға нимә ҡамасаулай һуң? Белгестәр әйтеүенсә, аныҡ тормош ритмының булмауы, аралашыу даирәһенең тарайыуы, кешенең үҙ-үҙенә бикләнеүе, ҡарттарға ҡа­рата мөнәсәбәттәрҙең һалҡы­найыуы, өлкәндәрҙең йәштәргә кире ҡарашта булыуы сәбәпсе. “Ҡартлыҡты һанға һуҡмау, яратмау йәки хурларға тырышыу – тор­моштоң үҙен кәм күреү, тигән һүҙ. Әгәр беҙ тормошто һәм ҡартлыҡты үҫешкә һәм прогресҡа юл һалыусы тип иҫәпләмәһәк, донъяла йәшәү­ҙең төп принциптарын аңламая­саҡбыҙ” тип иҫәпләй ҡартлыҡ проб­лемаларын оҙаҡ йылдар өйрән­гән танылған табип Томас Ханна.

Ололарға хөрмәт һәм аңлау, түҙемлек һәм ихтирам менән ҡарау­ҙан да тәбиғиерәк, лайыҡлыраҡ нимә булыуы мөмкин? Төрлө быуын вәкилдәренең дә һәр ваҡыт уртаҡлашыр уй-фекере була, өлкәндәр ҙә ҡасандыр йәш булған, ә йәш-елкенсәктең аҡылға ултырыры, тәжрибә туплары алда әле.

Быуындарҙың бер-береһенә йылылыҡ һәм һөйөү менән тулы мөнәсәбәте тормошобоҙҙо яҡты­раҡ, гүзәлерәк итә. Ололарҙың йылдар дауамында тупланған аҡылы һәм тәжрибәһе – баһалап бөткөһөҙ байлыҡ. Уға таянып эш иткән йәштәр үҙҙәрен ышаныс­лыраҡ тоя.

Бына һеҙгә кинәйәле һәм ғибрәтле бер хикәйә. Бик аҡыллы, изге күңелле, оҙон ғүмер кисергән ҡарсыҡтан уның йәштәрсә һәр нәмәгә шатланып, тормоштан йәм табып йәшәү сере менән уртаҡлашыуын һорағандар.

– Өләсәй! Һин шундай ҡатмарлы заманда йәшәгәнһең, һуғыш ҡайғы-хәсрәттәрен, етешһеҙ тормош ауырлыҡтарын кисергәнһең, ә йөрәгең менән беҙҙән дә йәшерәкһең. Бының сере ниҙә?

– Бар шул сере, балаҡайҙарым, бар, – тигән йөҙйәшәр. – Миңә ниндәй яҡшылыҡ күрһәткәндәр, барыһын да йөрәгемә яҙып барам, ә насарҙарын – һыуға. Киреһенсә эшләһәм, минең йөрәгем күптән телгеләнеп бөткән булыр ине. Хоҙай беҙгә ике ҡиммәтле ғәмәл бүләк иткән: хәтерләү һәм онотоу һәләтен. Үҙебеҙгә ҡарата ҡылынған изгелекте иҫтә тотоу мөһим булһа, яуызлыҡты еңергә, онотторорға һөйөү ярҙам итә.

Шуға өҫтәп, Абхазия ҡартта­рының бәхетле йәшәү серҙәре менән дә танышайыҡ. Тауҙарҙа йәшәгән аҡһаҡалдарға ҙур хөрмәт, ихтирам менән ҡарайҙар, ололар үҙҙәренең баһаһын яҡшы белә. Йәштәрҙең уларға яҡшы мөнәсә­бәте сикһеҙ. Ҡарттар яңғыҙлыҡтың нимә икәнен белмәй, улар туған-тыумасаһы, күрше-күләненең иғти­бар үҙәгендә йәшәй. Тәбиғи, иң шәп дарыуҙың мөхәббәт һәм яҡын кешеләреңдең хәстәрлеге икәненә һәр кем инанған. Уларҙа мөһим мәсьәләләрҙә йәштәрҙең һәм ололарҙың бергәләп кәңәш ҡороуы ғәҙәти хәл. Тауҙарҙа ғүмер иткән ҡарттарҙың тынғыһыҙ тормоштан айырылмауы, юморға, фәһемле хикәйәттәргә, һабаҡ булырлыҡ аҡыл тәжрибәһенә бай булыуы билдәле. Ҡунаҡсыллыҡ, йомартлыҡ – уларға хас күркәм сифаттар.

Шуныһы ла мәғлүм: аҡһаҡал­дарҙың сирҙәргә зарланыу ғәҙәте юҡ, депрессия билдәләре лә күҙәтелмәй. Был хаҡта әллә күпме ғилми хеҙмәт яҙылған. Тирә-яҡтарындағы хәл-ваҡиғаларҙың сәбәбен бары үҙҙәренән икәнен беләләр һәм был уларға тормош ауырлыҡтарын еңергә көс бирә. Ололар яуаплылыҡты һәр ваҡыт үҙ өҫтәренә алырға ғәҙәтләнгән, ә ситтәргә япһарырға күнекмәгән, шуға күрә улар үҙҙәрен яҙмыш­тарының хужаһы итеп тоя.

Ғалимдарыбыҙ бәхетле ҡартлыҡ серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итә. Улар өлкәндәрҙең бер нисә социаль-психологик тибын билдәләгән. Беренсеһе – әүҙем ижади ҡарашлы кешеләр, улар йәмәғәт тормошонда, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә рәхәтлә­неп ҡатнаша, пенсияға сыҡҡандан һуң да эштән туҡтамай. Икенселәр элек ваҡыттары етмәгәнлектән тотонорға баҙнат итмәгән эштәренә ҡуш ҡуллап йәбешә, ял итә, күңел аса, яҡындары менән осраша... Тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр, баҡсала эшләүҙән йәм табыусылар өсөнсө типҡа ҡарай. Ҡәнәғәтлек тойғоһон ғаиләгә бағышлаған, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә биргән олатай-өләсәйҙәрҙе дүртенсе типҡа индерергә мөмкин.

Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та юҡ. Йорт мәшәҡәттәре икһеҙ-сикһеҙ. Олоғая төшкәс, тормош мәғәнәһе сәләмәтлекте хәстәрләүгә боролоуы ла бар. Уның формалары төрлө-төрлө, урамда скандинавса йөрөштө үҙләштергән, паркта йүгергән ололарҙы күреп, хәҙер ғәжәпләнмәйбеҙ. Күңел йәш булһа, ҡартлыҡҡа һеҙҙе ҡыуып тотоуы еңел булмаясаҡ.

- Динә Арыҫланова

Читайте нас