Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 09:01

Өлкән ағай ярған юлдан

Ил мәнфәғәтенә өҫтөнлөк бирҙеләр.

Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле бер туған Шаһиевтар менән байтаҡтан бирле аралашырға, улар хаҡында яҙырға, үҙем өсөн фәһем алырға насип булды. Егәрле, аҡыллы, татыу һәм көслө кешеләр улар. Араларынан иң өлкәне – Марс Хызыр улы – ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

 

Тәрбиә мәктәбе

 

Өлкән ағайҙың байрамына бәйле, бер туғандарҙың тормош юлының бер-береһенә оҡшаш, хатта уртаҡ яҡтарын барлап ҡарарға, әгәр мөмкин булһа, һәр ҡайһы­һы­ның айырым сифаттарын күрһәтер­гә теләк бар. Улар менән 35 йыллап аралашыу, төрлө шарттарҙа бер-беребеҙҙе һынау, әле лә бергә булыу миңә шундай мөм­кин­лек бирә һымаҡ.

Хызыр Хафиз улы менән Фәтиха инәйҙең иң кеселекле һәм кешелекле холоҡ-фиғелен үҙләштергән, үҙҙәренә туплаған, бер-береһенә оҡшап торған, икенсе яҡтан – һәр береһе үҙенсә­лекле ике ҡыҙының һәм алты улының бөтәһе лә белгән һәм уларҙы берләш­тергән ҡабат­ланмаҫ өҫтөнлөгө – ул моң, йәки йыр-моңға һөйөү. Марс ағайҙың йыр­ла­ғанын тәүгә ишеткәс, һорай­һы иттем:

– Бер кешелә шул тиклем моң ҡайҙан килә һәм һыя ул? – тинем.

– Атайҙан, – тине ул ҡыҫҡа ғына итеп. – Ауылда эш бөтәме ни? Бесән­гә сығабыҙ, яланға етеүебеҙ була, атай йырлап ебәрә. Беҙ, арбала уйнап-шаярып килгән улдары, шымабыҙ һәм тын да алмай тыңлайбыҙ.

– Атайығыҙ һеҙҙең һымаҡ моңло йырлай инеме?

– Беҙҙең атайға еткергән кеше бармы һуң инде? Беҙ үҫеп еткәс, һөйләне. Һуғыш ваҡытында окопта яталар. Урыҫ яуҙаштары: “Хызыр, пой, ты же хорошо поешь”, – тип үтенә икән. Атай инәлтеп тормаған, “Азамат”ты йырлап ебәргән. Йырлап бөткәс, окопташтары: “Хорошо поешь! О чем поешь?” – тип ҡыҙыҡ­һынған. Атай ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып биргән: “Парень с конем на войне, а издалека белеет гора”. “Так мало слов и так долго поешь?!” – тип аптырай икән һалдаттар.

Хызыр бабай улдары менән утын әҙерләргә барғанда ла, картуф йыйғанда ла йыр менән әүрә­теп йөрөй. Эшкә өйрәтә. Бабайға үҙенең ҙур ғаиләһен ҡарарға кәрәк. Урындағы сельпола әҙерләүсе булып эшләй һәм был эшкә улдарын да йәлеп итә. Марсҡа VII класта уҡығанда уҡ ауылдар буйлап йөрөп, артып ҡалған ауыл хужалығы тауар­ҙарын һатып алырға, аҙаҡ келәткә тапшырыу менән шөғөллә­нергә тура килә. Ауылдан китеү хаҡында уйламай ҙа – ғаилә ҙур, ҡустылары үҫеп килә, атай менән әсәйгә ярҙам итергә кәрәк.  Стәрле­тамаҡ зооветтехникумын тамамлап, тыуған яғында эш башлай. Йылдар үтәсәк, ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлая­саҡ. Колхоз рәйесе, Ишембай район советы баш­ҡар­ма комитеты рәйесе, партияның Хәйбулла райкомы беренсе секретары, министр урынбаҫары булып эшләйәсәк. Ошо дәүерҙә һәр урында үҙен оҫта ойоштороусы, ғәҙел етәксе итеп күрһәтәсәк.

Әлегә Шаһиевтар ғаиләһе Кинйә­булаттың нефтселәр төйәк иткән ҡасаба тип аталған өлөшөндә йәшәй. Марс атаһына ярҙам итә, ҡусты­ларын ҡарай, уларҙы эшкә өйрәтә. Ана, артынан уҡ эйәреп, Харис үҫеп килә. Атаһына оҡшап төплө һәм ипле. Йырға ла оҫтара бара. Уны етәкләп тигәндәй әлеге зооветтехникумға алып барҙы, имтихандар биреп сыҡҡанын көтөп торҙо, исемен уҡырға ҡабул ителгәндәр исемлегендә күргәс, үҙенән бигерәк ҡыуанды. Бер осор ҡушарлап йөрөп уҡыясаҡтар һәм икеһе лә ауыл хужалығында эшләйә­сәк. Мәҙинә һеңлеһе әсәлә­ренә би­герәк ылыҡты. Уларҙың – үҙ донъяһы һәм тәрбиә мәктәбе. Мәғиә лә шулай, эш, ғаилә менән мәшғүл. 

 

Баш баҫып эшләнеләр

 

Ғәле мәктәпте тамамлап килә. Ул, да йырлай. Үҙенең башҡарыу һәләте, моңло тауышы бар. Хызыр бабай улдарының йырлауына ҡыуана, ҡайһылары үҙенән дә уҙҙырып ебәрә бит, ләкин атай  дөрөҫ әйтә: йырлап ҡына тамаҡ туймай, тимәк, һөнәргә уҡырға кәрәк.

Ниндәй һөнәр һайлар Ғәле? Ҡайһы юлдан атлар? Әлбиттә, юлы билдәле – Харис менән Марстың исемдәре зооветтехникумда һәр уҡытыусыға таныш. Бер концерт та уларҙан башҡа үтмәй. Берәмләп тә, икешәрләп тә, хорҙа тороп та, гармунға ла, ҡурайға ла ҡушылып йырлайҙар. “Варшавянка”мы? Мөм­кин! Халыҡ йырымы? Ҡайһыһы кәрәк?  “Буранбай”мы, әллә “Ашҡаҙар”мы?

Марс, ҡусты-һеңлеләрен ҡурса­лап, уларҙы оло тормош юлына сығарып, үҙенең шәхси тормошон  тамам онотоуын иҫенә төшөрҙө. Бәй, шулай булмай ни, ана, ҡусты­һы Харис 19 йәшендә өйләнде, Ғәле лә кәләш һоратырға йөрөй. Мәҙи­нә, кейәүгә сығып, Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Әсәһе лә әйтеп тора: “Марс улым, өйләнергә кәрәк”.

Марс 28 йәшендә Борай ҡыҙы Әлфиә Әхмәзыя ҡыҙына өйләнде. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Балалары һәр береһе тормошта үҙ урынын тапты. Әлфиә еңгәләре ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, өй ишек­тә­ре ҡәйнештәр, килендәштәр, кейәү­ҙәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ булды, өҫтәл­дән һый өҙөлмәне.

Харис менән Ғәле, Марс ағала­рының кәңәшен тыңлап, Башҡортос­тан ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инде. Тармаҡ белгестәргә мохтаж. Уларҙы һәр район­да ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Харис Ишембай районында эшләһә, Ғәле Стәрлетамаҡ районын һайланы. Шаһиевтар егәрле һәм тырыш ҡына түгел, үҙҙәренең шәхси тәртиптәре лә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Ауыл хужалығы белгесе тигәндә,  һирәк айныған ферма мөдире  йәки төшөргөләп тә йөрөгән, эшен дә башҡарған агрономды, йә зоотехникты тәнҡитләп өйрәттеләр. Ни хәл итәһең, бөтә илдә шулай ине. Эсмәгән белгес­тәргә ихтыяж ҙур, улар күп, ләкин барыбер етмәй. Бер туғандар ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә вазифалар биләһә лә, был донъяла араҡыһыҙ ҙа йәшәп була тигән фекерҙе үҙ өлгөләрендә күрһәтте һәм башҡаларҙы ла үҙҙәренә эйәр­тергә тырышты. Йәл, бик күптәр был айныҡ юлдан атлай алмай харап булды.

Барлап ҡарайым да шуға инанам: Шаһиевтар баш баҫып эшләгән, шуға күрә уларҙың күңел асып йөрөргә ваҡыты ла булмаған. Харис менән Ғәле бер-бер артлы ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлап ҡайтыуға, Хәйҙәр, Альберт үҫеп етте.

70-се йылдарҙа ауыл хужалығы институтында уҡығандар үҙҙәренең яҡлаусыһы, алмаштырғыһыҙ студсовет рәйесе Хәйҙәрҙе әле лә һағынып хәтерләй. Институтты тамамлағас, хеҙмәт юлын ул Стәрлетамаҡ райо­нында дауам итәсәк. Хужалыҡтар рәйесе, Ҡыр­мыҫҡалы, аҙаҡ Стәрлета­маҡ район хакимиәттәре башлығы булып эшләйәсәк. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хужалыҡтарҙы һәм райондарҙы  алдынғылар сафына сығарасаҡ, байтаҡ маҡтау һүҙҙәре ишетәсәк, дәүләт наградаларына лайыҡ була­саҡ.

 

Үҙ асылдарына хыянат итмәне

 

Ошо уҡ юлдан Альберт та атларға тейеш ине. Һәр хәлдә, Марс ағаһы бәрхәт тауышлы ҡустыһының ағай­ҙары артынан эйәреренә шикләнмәй ине. Тәүҙә – техникумға, аҙаҡ инсти­тутҡа уҡырға инде. Һуңынан сән­ғәт институтында вокал бүлегендә мәш­һүр Миләүшә Ғәле ҡыҙы Мортазина класында уҡыны. Уның һоҡланғыс тауышына таң ҡалып: “Альберт, берүк йырла, үҙеңде әрәм итмә”, – тип өгөт­ләп тә ҡараны атаҡлы педагог. Альберт иреккә, иркенлеккә, сәнғәткә ынтыл­ды. Аға­ларының юлын ҡабатлауҙан баш тартты. Ҙур-ҙур концерт залдарында меңдәрсә кеше алдында йырланы, моңло тауышы менән Татарстан тамашасыларын да әсир итте. Хәҙер ул Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Үҙенең моңо менән ағайҙа­рының йырын дауам итә, дөрөҫөрәге, улар өсөн дә йырлай һәм тамашасыларын һоҡлан­дыра.

Әхәт– Шаһиевтарҙың иң кесеһе. Әгәр ул Альберт ағаһына эйәрһә, берәү ҙә ғәжәпләнмәҫ ине. Уйлауымса, Әхәттеке һымаҡ тембр, беҙҙеңсә – моң, Альберттан башҡа, Шаһиев­тарҙың береһендә лә юҡ. Уның ҡарауы, ауыл хужалығы Әхәт Хызыр улы һымаҡ көслө, аҡыллы һәм һәр ваҡыт кешеләр хаҡында хәстәрлек күреүсе етәксене күрҙе.

Тормош дауам итә. Берәү ҙә ғүмер буйы етәксе вазифалар биләмәй. Юғары урындар мираҫ буйынса күсмәй. Марс Хызыр улы быны яҡшы аңлай. Пенсионер булыу һымаҡ ҡартлыҡтың айырыл­ғыһыҙ бер ҡушымтаһы  бөтәбеҙ өсөн дә хас.

Хәҙер Шаһиевтарҙың күбеһе хаҡлы ялда һәм тормоштарын ла­йыҡлы дауам итә. Әгәр Кинйә­булатҡа барып сыҡһағыҙ, ауыл уртаһында ултырған ике мәсеткә иғтибар итегеҙ. Уларҙың икеһе лә өлкән ағайҙары Марстың тәҡдиме менән төҙөлдө. Ошондағы һәм күрше ауылдарҙағы мосолман­дарҙың йыйылыу урындары. Марс Хызыр улына эйәреп, ҡустылары барыһы ла биш намаҙын ҡалдыр­май, ураҙаһын тота, хаж сә­фәрҙәре ҡыла. Ауыл халҡының күп­селеге йома намаҙҙарына йөрөүҙе үҙҙәренең изге бурысы һанай һәм башҡаларҙы ла үҙҙәре артынан эйәртә.

Марс Хызыр улының бер ураҙа ғәйетенән һуң доғалар уҡып, ауылдаштарын сәләмләүен шул тиклем кинәнеп тыңланым. Уның моңло тауышы намаҙын уҡығанда күптәрҙең күҙҙәрен йәшләнергә мәжбүр итте. Йомарт күңеллеләр кешеләргә лә тик яҡшылыҡ, изгелек теләп йәшәй. Ауыр хәлгә дусар булғандар, мохтаждар, әле лә йылы һүҙ эҙләп, Шаһиевтарға килә һәм ярҙамһыҙ сыҡҡандары юҡ.

Байтаҡ йылдар етәксе вазифа­ларҙы биләгәс, төрлө кешеләр менән аралашҡас, Шаһиевтар хаҡында төрлө хәбәр, хатта уйҙыр­малар ҙа таралыуын ишеткәнем бар. Уларҙың күбеһе – ыңғай, леген­даларға оҡшаш һәм дөрөҫ­лөк­кә бик яҡын.

“Улар ни өсөн көслө?” – тип һора­ғандары булды, яуап – сөнки Шаһиев­тар татыу. Улар өсөн ил, тел, әҙәп, ғаилә ҡиммәттәре юғары, милләт ихтыяжы тәүге урындарҙың бере­һен­дә тора. Үҙҙәре ябай һәм ихлас, күп мәсьәлә­ләрҙе кәңәшләшеп хәл итә­ләр. Әле үткән быуатта шундай кә­ңәш­тә миңә лә ҡатнашырға насип булды.

Редакция мәшәҡәттәре менән Өфөлә булғайным, шунда Хәйбул­лала беренсе секретарь булып эшлә­гән Марс Хызыр улы менән осраштыҡ. Ишембай аша Аҡъярға юлланмаҡсы. Стәрлетамаҡ ра­йо­ны­ның Фрунзе исемендәге  хужалығы рә­йесе Хәйҙәр Шаһиевты СССР халыҡ депутат­лығына кандидат итеп күрһәткәндәр. Күрһәткәндәр тип, партия беренсе тапҡыр һайлау­ҙарҙы альтернатив юл, йәғни үҙ-ара көрәш ярҙамында хәл итмәксе. Хәйҙәр Хызыр улына республика министры кимәлендәге кандидат менән көс һынашырға тура киләсәк. Әлбиттә, урындағы барлыҡ түрә-ҡара министр­ҙы маҡтай, ул төҙө­йәсәк объекттарҙы һанай һәм уның еңеүен тәьмин итергә тырыша.

Марс Хызыр улы мине Хызыр бабайҙың фатирына саҡырҙы. Барып инһәк, барлыҡ Шаһиевтар кәңәш ҡо­роп, һөйләшеп ултыра. Хызыр бабай­ҙың һүҙҙәре иҫтә ҡалған: “Үҙеңде лайыҡлы тот! Уйнап йөрөмә. Әгәр үт­мәҫтәй булһаң, һиңә унда ни­мә ҡал­ған?” Демократик шарт­тарҙа үткән һайлау 70 процент сама­һы тауыш йыйған Хәйҙәр Хызыр улы­ның ышаныслы еңеүе менән тамамланды.

Тормош дауам итә. Һуңғы ике-өс тиҫтә йылдар беҙгә ниндәй генә кисерештәр һәм һынауҙар килтер­мәне. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: яҙмыш ҡайһы яҡҡа ғына бормаһын, аяҡ салмаһын, Шаһиевтар бер ваҡыт­та ла үҙ асылдарына хыянат итмәне, ил мәнфәғәттәренә өҫтөнлөк бирҙе.

 

- Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Читайте нас