

Һуңғы дүрт йылда Башҡортостан халҡы араһында хеҙмәт өлкәһендә күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү, автотранспортты һәм мотоциклдарҙы ремонтлау тармағы иң популяр булып ҡала. 2017 – 2020 йылдарға Башҡортостанстат ошондай мәғлүмәттәр биргән.
Шулай итеп, рәсми статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эшкәртеү сәнәғәте популярлыҡ буйынса икенсе урынды яулаған. Был өлкәлә 241,8 мең, йәғни 15,2 процент кеше эш менән тәьмин ителгән.
Артабан төҙөлөш (9 процент йәки 143,3 мең кеше), мәғариф (7,8 процент йәки 124,1 мең кеше), һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр (6,9 процент йәки 109,4 мең кеше), ауыл, урман хужалыҡтары, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ (6,9 процент йәки 109,3 мең кеше), пассажирҙарҙы ташыу (6,4 процент йәки 101,1 мең кеше).
Мәҙәниәт, спорт, хеҙмәттәрҙе ойоштороу һәм страховкалау эшмәкәрлегендә 1,3 процент йәки 21,1 һәм 21,2 мең кеше йәлеп ителгән. Һыу менән тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы ташыу һәм утилләштереү менән бер процент йәки 15,6 мең кеше шөғөлләнгән.
Граждандарҙы эш менән тәьмин итеү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарының береһе.
- Айһылыу НИЗАМОВА.