Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 07:32

Үпкәһе 100 процентҡа зарарланғайны...

Олег Яровиков.Олег Яровиков.
Фото:Олег Яровиков.

Зубов ковид госпиталендә табиптар пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләй. Хәүефле сирҙе еңгәндәр араһында Эске эштәр министрлығының медицина-санитария часы госпитале табибы, медицинаға утыҙ йыл ғүмерен биргән 55 йәшлек Зөһрә Халиҡова ла бар.

 – Бөтә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә тырышһам да, ошо йылдың март аҙағында сирҙе эләктерҙем, – ти ул. – Дауаханаға ятҡым килмәй, өйҙә генә дауаланып аяҡҡа баҫырға уйланым (миндә онкология сире лә бар, тик ремиссия рәүешендә). Юғары тән температураһы, тын ҡыҫылыуы, хәлһеҙлек яфаланы, ә йәкшәмбелә хәлем кинәт насарланды. Реанимация бригадаһын са­ҡыртырға тура килде. Бик ауыр хәлдә дауаханаға эләктем.

Табип булып эшләү осоронда нимә генә күрергә тура килмәне. Тәүге минуттарҙан уҡ ҡабул итеү бүлмәһенән алып палаталарға тиклем эштең нисек аныҡ ойошторолоуына хайран ҡалдым. Бер ниндәй тәнәфес, пауза юҡ, табип мине ҡарау менән компьютер томографына ебәрҙе. Үпкәнең 85 проценты зарарланған! Ковид бик мәкерле, әле генә үпкәнең дүрт проценты зарарланған булһа, ике сәғәттән 80 процентҡа етеүе ихтимал. Медицина хеҙмәткәрҙәре быны яҡшы аңлап, оператив эш итә.

18 көн дауаландым. Бәхеткә күрә, яйлап хәлем һәйбәтләнде. Мине дауалаған терапевт Динә Тимер­хановаға рәхмәт һүҙҙәрен нисек еткерергә лә белмәйем. Грамоталы, иғтибарлы табип. Палатаға биш-алты тапҡыр инә. Онкология буйынса мине Мәскәү клиникаһында күҙәт­кәнлектән, табип дауалау планын онкологтар менән кәңәшләшеп тәғә­йенләне. Табип булараҡ, хәлемдең нисек ауыр булыуын яҡшы аңлайым, психологик яҡтан ҡыйын.

Дүрт көндән һуң клиникаға иремде лә килтерҙеләр. Уның үпкәһе 100 процентҡа зарарланған. Ул да 18 көн буйы дауаланғандан һуң аяғына баҫты. Клиниканан сыҡҡанда уның үпкәһе 58 процентҡа зарарланғайны, ә минеке – 48 процентҡа. Ҡыҙҙа­рыбыҙ ҙа ауырыны, тик еңел үткәр­ҙеләр. Ғөмүмән, туғандар араһында вирусты йоҡторғандар байтаҡ булды. Бәхеткә күрә, барыһы ла ковидты еңеп сыҡты.

Онкология буйынса даими күҙә­телеп торғас, табиптар миңә ҡасан прививка яһатырға кәрәклеген дә әйткәйне, тик өлгөрмәнем, сир йылдамыраҡ булып сыҡты. Өс ай буйы “больничный”ҙа булдым. Хәҙер хәл тотороҡланды, антиесемдәргә даими анализ бирәм. Үҙемде дауа­лаған табибыма, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән оло рәхмәт!

 

- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.

Өфө районы.

Читайте нас