Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 07:12

Тормош ҡәҙерен белгән “алтын быуын”

simplereceptik.rusimplereceptik.ru
Фото:simplereceptik.ru

Кемдер өсөн тормош – намыҫлы хеҙмәт, кемдәргәлер – ауырлыҡтарҙы еңеү, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыу, кемгәлер – ул йәшәү өсөн көрәш, яҡындарың өсөн янып-көйөү... Һәм, әлбиттә, тыуған яғыңа, ата-әсәйеңә сикһеҙ һөйөү. Көндәр һиҙелмәй тиҙерәк үткән, олпатлыҡ мәленә, ғүмерҙең көҙгө миҙгеленә аяҡ баҫҡан мәлдә тормош ҡәҙерен нығыраҡ баһалай башлайһың.

Моғайын, Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөн көҙгө айҙың тәүге көнөндә, 1 октябрҙә, билдәләүҙе осраҡлы һайламағандарҙыр. Көҙ­ҙөң алтын төҫкә мансылған, бер аҙ моңһоулыҡ, һиллек хакимлыҡ иткән мәлендә өлкән быуын байрамды 31-се тапҡыр ҡаршы ала. Һис шикһеҙ, беҙҙе уратып алған кү­ңелебеҙгә бик яҡын кешеләрҙе – атай-әсәйҙәребеҙҙе, олатай-өләсәйҙәребеҙҙе, ветеран­да­рыбыҙҙы ошо айҡанлы ҡотлап, уларға иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Әйткәндәй, байрамдың үҙ логотибы ла бар. Асыҡ устар изгелек һәм ярҙамды кәүҙәләндерә. Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөн булдырыуҙың төп маҡсаты – планетала йәшәгәндәрҙең иғтибарын ололар яҙмышына, уларҙы борсоған мәсьәләләргә йүнәлтеү. Ә улар, үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә етерлек, айырыуса пандемия осоронда тормоштоң ҡатмарланыуы, ярҙамға мохтажлыҡ бөтә сағыулығында күренде.

Аҙ ғына тарихҡа күҙ һалайыҡ. Кешеләр тәүге тапҡыр өлкәндәр өсөн байрам ойоштороу мөмкин­леге тураһында ХХ быуат аҙағында уйлана башлаған. Бындай фекер Ер шарында халыҡтың ҡартайыуын һәм өлкәндәрҙең иҡтисадҡа тәьҫирен өйрәнгән тикшере­неүселәрҙең башына килгән. Байрамды беренселәрҙән булып скандинавтар билдәләй башлаған. Аҙаҡ АҠШ-та пенсио­нер­ҙар өсөн махсус көн бул­дырғандар. 1990 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошма­һының Генераль ассамблеяһы Өлкән йәштә­геләр көнөн булдырыу тураһында резолюция ҡабул итә. Ике йылдан һуң Рәсәйҙә лә оло быуынға хөрмәт йөҙөнән 1 октябрҙә яңы байрам булдырыла.

Октябрҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә өләсәй-олатайҙарға, әсәй-атайҙарға шылтыратып, хәлдәрен белеү, күстәнәстәр тейәп ҡунаҡҡа барыу, иң мөһиме, тағы ла бер тапҡыр уларҙы нисек ныҡ яратҡаныбыҙҙы белдереү ғәҙәте бар. Йәш-елкенсәктең иҫенә тағы бер ҡат уларға ғүмер бүләк иткән, тормош юлына баҫтырған кешеләрҙең барлығын, ярҙамға мохтажлығын төшөрөү зарур.

Донъяның күп кенә илдәрендә өлкән быуын өсөн фестивалдәр, концерттар, байрамдар үткәрелә. Башҡортостанда ла байрамда пенсионерҙар өсөн төрлө саралар уҙа, был көндә бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын, йылы һүҙҙәребеҙ күңелдәренә барып етһен өсөн, һәр хеҙмәт коллективы ветерандарын иҫкә ала, байрам менән ҡотлай.

- Динә Арыҫланова 

Читайте нас