

“Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары төбәктә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмен арттырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика кәңәшмәһендә.
Былтыр фермерҙар 27,1 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Быйыл республикалағы дөйөм ауыл хужалығы продукция күләмендә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларының өлөшө 15 процентҡа етеүе көтөлә.
Илшат Фәзрахманов ауылда йүнселлекте системалы үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы телгә алды. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 620,1 миллион һум аҡса бүленә. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты нигеҙендә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын, компетенция үҙәктәрен үҫтереү йәһәтенән саралар күрелә, “Агростартап” программаһы уңышлы эшләй.
Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына “Агропрогресс”, “Ғаилә фермалары”, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү программалары буйынса грант бирелә. Улар ҙа ярҙамдың һөҙөмтәле алымын тәшкил итә. Баймаҡ, Әлшәй, Миәкә, Әбйәлил, Ғафури райондары грант программаларында әүҙем ҡатнаша.
- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.