Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 08:59

Ҡышҡа әҙерһегеҙме?

Боронғолар “йыл ҡартая” тип әйткән, йәғни йәй йәй кеүек булмаҫ, ҡыш – ҡыш кеүек. Ысынлап та, һуңғы йылдар шул ата-бабаларҙың фаразына тура килә түгелме? Нисек кенә булмаһын, умартасылар өсөн йыл да умарта күстәрен ҡышҡа яҡшылап әҙерләү бурыс һәм яуаплылыҡ булып тора.

 

Ҡорттар асыҡмаһын...

 

Август аҙағында – сентябрҙә, бал йыйып алыу тамам­ланғандан һуң, умартасылар ҡорттарға көҙгө ревизия үткәрә. Был саҡта һәр умарта күсенең торошон асыҡларға кәрәк: ул көс­лөмө, унда инә ҡорт бармы, умартала күпме бал ҡалған? Бөтә был мәғлүмәттәрҙе яҙып алырға кәрәк, улар һуңынан кәрәк була.

Умарта күсенең торошон белгәс, умартасы ҡорттар ҡышлаясаҡ ояны әҙерләү эшен башҡара. Был ва­ҡытта инде бөтә бала ҡорт, үрсем сыҡҡан була, насар эшләнелгән, эшләнеп бөтмәгән, иҫкергән кә­рәҙҙәрҙе һәм балы кило ярымдан да аҙ булған рамдарҙы умартанан алалар. Уның эсендә (әгәр булһа) яһалма балауыҙлы рамдарҙы ла ҡалдырмайҙар. Ҡышлау осоронда ҡорттарҙың асығыуына юл ҡуймаҫ өсөн бигерәк тә оя уртаһында аҙ баллы һәм буш кәрәҙле рамдарҙы ҡалдырырға ярамай.

Көҙгө ревизия ваҡытында кә­мендә туғыҙ оя рамы араһын ҡорт биләгән күс көслө ғаилә тип иҫәпләнә. 7-8 оя рамында ҡорт булғаны уртаса ғаиләгә инә. 5-6 оя рамда һәм унан да аҙыраҡ ҡорт булһа, улар көсһөҙ тип иҫәпләнә, һәм уларҙы (күстең хәленә бәйле рәүештә) башҡа күстәр менән ҡушырға йәки көслө ғаиләнән алынған ҡортло рамдарҙы өҫтәп ҡуйырға тейешбеҙ. Умартала бары 3-4 рамды ғына биләгән ҡорттар бик көсһөҙ ғаилә була, уларҙы көслө ғаиләгә ҡушырға кәрәк. Шулай итмәһәң, ҡыш үлеүгә дусар булалар. Сибек ғаиләне ҡышҡылыҡҡа ҡалдырырға булһа­ғыҙ, ҡышлау урынында өҫкө стел­лажға, йылы урынға урынлаштырыу хәйерле. Насар инә ҡорттарҙы (ауырыу, ҡарт), шулай уҡ аталан­мағандарын юҡ итәләр һәм уларҙы нуклеустарҙан, бәләкәй запас ғаиләләрҙән (әгәр улар булһа) йәш үрсемле инә ҡорттар менән алмаштыралар.

 

Көҙгө мәшәҡәттәр

 

Бер корпуслы 12 рамлы дадан умартала ояны ҡышҡылыҡҡа, кә­рәҙҙәре менән 8–10 рам ҡалдырып, кәметәләр, ә ҡалғандарын (2-4 рамды) алалар. 8-9 рам менән улар яҡшы ҡышлай. Оя ситенә, иң аҙаҡҡы рам эргәһенә бүлгес таҡта ҡуйырға кәрәк һәм ян-яҡҡа – йылытыусы мендәр, ә һуңынан тағы бер мендәрҙе киндер өҫтөнән һалыу мотлаҡ. Күп корпуслы америка умарталарында көслө ғаиләне ҡышлатыуға ике корпуста ҡалды­ралар (юғары, 2-се корпуста баллы рамдар урынлашты­ра­һығыҙ), ә көсһөҙ күстәр баллы 10 рамда бер корпуста ҡыш сыға.

Ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа тулы ҡиммәтле, сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү бик мөһим. Уларға рамына йәки йәнәш кәрәҙҙәр, рамдар араһына кәмендә ике килограмм иҫәбенән иң яҡшы сәскә балын ҡалдыралар, балдың рамда күберәк булыуы ла мөмкин, әгәр 2–2,5 килограмм һыйҙырышлы баллы кәрәҙҙәр юҡ йәки етмәй икән, ояны 1,5-3,5 килограмм балы булған кәрәҙҙәрҙе сиратлаштырып та төҙөргә була. Ул саҡта йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы буш урын­дарға, бал ҡорттары урынлашҡан ергә яҡынса икешәр килограмм аҙыҡ тура киләсәк. Ояның үҙәгенә 5-6 килограмм балы булған тулы рамдарҙы ҡуйырға ярамай, сөнки ҡыш ҡорттарҙың күбеһе ошо урынға йыйылып, түбәнге өлөштә булған ҡорттарҙың һалҡындан өшөп һәм сәңгеп һәләк булыуы мөмкин, һәр ғаиләгә ҡышҡылыҡҡа бөтәһе 25 – 28 килограмм аҙыҡ кә­рәк: 15 – 18 килограмы ояла бу­ла, 10 – 12 килограмы келәттә  һаҡлана, ул, ҡышлап сыҡ­ҡас, ҡорт­тарға яҙғы үҫеш өсөн бирелә.

Әгәр ҡорттарҙы ҡышлатыуға ҡалдырған бал сифатһыҙ булһа, тиҙ ҡомоҡһа, шәкәрләнһә, япраҡ балы, рәшә балы осраһа, уларҙы сәскә балына алмаштыралар йәки өҫтәмә рәүештә шәкәр шәрбәте бирәләр. Балдың сифатын белер өсөн яҡындағы ветеринария ла­бораторияһына анализға ебәрәләр. Сиропҡа ҡушып, антибиотик та бирергә кәрәк. Мәҫәлән, киң тарал­ған көслө ауырыу, эзбизлы үрсем аскосферозға ҡаршы аскоцин препаратын ҡулланалар. Ул умарта­сылыҡ келәттәрендә, магазиндарында була. Шәкәр шәрбәтен (2:1 нисбәтендә йылы һыу һәм шәкәр­ҙән эшләнә) август аҙағында бирергә кәрәк. Был эште 5–10 сентябрҙән дә һуңлатырға ярамай, сөнки ул бал ҡорто ғаиләһенең тормошона тығыҙ бәйләнгән.

Умарталарға сысҡандарҙың үтеп инеүенә юл ҡуймау маҡ­са­тында кейәләргә селтәрле тимер яп­ма ҡуялар. Ҡорт елеме һәм бала­уыҙ менән ныҡ ҡапланған киндер япмаларҙы таҙалары менән ал­маш­тырыу мотлаҡ. Умартаның өҫтөнән, сысҡан үтмәҫлек итеп, вентиляция селтәре ябалар.

Әгәр ҡорттар кейәне һәм ояның тирә-яғын елем менән ныҡ һылаһа, был күренеш ҡаты һыуыҡлы һәм оҙайлы ҡыш килеүе тураһында һөйләй.

Яңы эш башлаған һәүәҫкәр умартасыларға ошоно иҫтә тоторға кәрәк: киләһе йылда күп бал һәм умартасылыҡтың башҡа продук­цияларын мул алыу ҡышлатыуға ҡорт күстәрен ни тиклем үҙ ва­ҡытында һәм дөрөҫ әҙерләүгә бәйләнгән. Нисек яҡшы әҙер­ләнһәгеҙ, шул тиклем ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшәсәкһегеҙ.

 

Ояларҙы йыйыу

 

Әгәр һеҙ, һәүәҫкәр умартасылар, үҙегеҙҙең умарта күстәрен ҡыш­ҡылыҡҡа әҙерләмәгәнһегеҙ икән, булған һуңғы йылы ҡояшлы көндәрҙән файҙаланып, тиҙ арала ояларҙы ҡышҡа йыйығыҙ. Умарта ояларын ҡышҡа әҙерләү өсөн, өҫтәп, тағы ла ҡиммәтле кәңәштәр биреү кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа умарта ояларын һуңғы тапҡыр йыйыу мәле бал ҡорто ғаиләһенең иң аҙаҡҡы бала ҡорто сығып бөтөүенә тура килә. Ул уртаса 10–18 сентябрь көн­дәрендә була. Был осорҙа инә ҡорттоң бала һалыуҙан туҡтауын тәбиғи хәл тип аңларға кәрәк. Сентябрҙә тыуған үрсем яҡшы ҡышлай. Ҡышҡылыҡҡа ҡалған ҡорттар йәйгеләрҙән ныҡ айырыла. Әгәр йәйге осорҙа эшсе ҡорттар 30–45 көн йәшәһә, ҡышҡа ҡал­ғандары 250–270 көн йәшәй (8-9 айға тиклем). Ни өсөн? Уларҙың был һәләте бала тәрбиәләүҙә, аҙыҡ әҙерләүҙә, шәкәр шәрбәте эшкәртеүҙә һәм башҡа эштә ҡатнашмауҙары менән аңлатыла. Ҡышҡа ҡалған ҡорттар, йәйгеләре менән сағыштырғанда, кәүҙәгә ҙурыраҡ, эске ағзаларында май тупланыу сәбәпле тулыраҡ, һимеҙерәк була. Ҡышлаусы ҡорттарҙың тәнендә һыу ҙа аҙыраҡ.

Һәүәҫкәр умартасыларға шуны оноторға ярамай: быйыл тыуған үрсем (сентябрь айында) кәмендә бер тапҡыр осош яһарға тейеш.

Ҡапыл һыуыҡ көҙ, ҡаты ҡыш ир­тә килеп, һуң сыҡҡан бал ҡорт­тары осош яһамаһа, улар ҡышлай алмай, үлә. Ҡорттарҙың һуңғы осошо – октябрҙә, ә көҙ йылы тура килеп, октябрь аҙағында булһа, бигерәк тә хәйерле, сөнки улар ҡышлатыу урынында – оялар­ҙа аҙыраҡ ваҡыт буласаҡ, тигән һүҙ.

Был айҙа эшсе ҡорттар, ояның уртаһында кәрәҙҙәрҙең аҫҡы өлө­шөн балдан таҙартып, ҡыш­ҡылыҡ­ҡа күс өйөрөнә урын әҙерләй. Умарта ояларын ҡышҡа йыйыу маҡса­тында умартасылар һәр күсте ентекләп ҡарап сыға. Ҡайһы бер умартала, йәш үрсем сығып бөткәс, буш кәрәҙҙәрҙе баллылары менән алмаштырырға һәм, күстең көсөнә ҡарап (йәнәш кәрәҙ­ҙәр араһындағы ҡорттар иҫәбенә), рамдар һанын кәметергә кәрәк. Умарта ояһына кәмендә икешәр килограмм баллы рам­дарҙан тор­ған кәрәҙҙәрҙе ҡуялар. Уларҙы дөрөҫ урынлаштырыу бик мөһим.

1-се һүрәттә һеҙ бер тигеҙ йы­йылған умарта ояһын күрәһегеҙ. Унда икешәр килограмм иҫәбенән рамдар ҡуйылған. Бындай йыйылманы уртаса ғаиләләр, йәғни көҙ­гөһөн ҡорттар 7–9 оя рамын биләгән ғаиләләр өсөн ҡуллана.

2-се һүрәттә – көслө күс ғаилә­һенә йыйылған умарта ояһы. Ул осраҡта бүлем таҡтаһы янына күп баллы рам ҡуялар. Ҡалған­дарын кәметеп, аҙайтыбыраҡ, ә иң һуңғыһына тулы баллы кәрәҙ ҡуйыла.

Күстәрҙең көслө булыуына ҡарамаҫтан, өҫтән һәм ян-яҡтан мендәр менән йылыталар (һүрәт­те ҡарағыҙ).

Бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡы­лыҡҡа әҙерләп бөткәс, буш умар­таларҙы, корпустарҙы, кәрәҙҙәрҙе ҡышҡы һаҡлау урындарына урын­лаштырырға кәрәк.

 

Бал ҡортоноң тоҡомдары

 

Тоҡом тип бер үк төрлө бал ҡорт­тары ғаиләләренең ҙур төркө­мөн атайҙар. Улар сығышы буйынса төрлө була, мөхиттең бер үк шарт­тарына ҡулайлашҡан физиологик, морфологик һәм хужалыҡ-файҙа билдәләрен йәш быуынға тапшырып ҡалдырыу сифаттарына эйә.

Умартасылыҡта завод әҙерлә­гән, йәғни культуралы тоҡом юҡ әле, бары тик эволюция (үҫеш) процесында барлыҡҡа килгән һәм тышҡы мөхиттең урындағы шарттарына (климат, бал йыйыу һәм башҡалар) яҡшы яраҡлашҡан абориген йәки ябай тоҡомдар ғына бар. Рәсәй һәм БДБ илдәре билә­мәһендә тәбиғәт-климат шарттары төрлөсә булғанлыҡтан, күп абориген тоҡомдар барлыҡҡа килгән, умартасылыҡтың ҡиммәтле генофондын улар кәүҙәләндерә.

Илдә бал ҡорттарының түбән­дәге тәбиғи тоҡомдары бар: урта Рәсәй, һоро Кавказ тау, үҙән, һары Кавказ үҙән, Карпат, Алыҫ Көн­сығыш һәм украин дала тоҡом­дары. Бөтә төр ҡорттар ҙа район­лаштырылған, йәғни 1979 йылдың ғинуарында раҫланған тоҡомдо районлаштырыу планына ярашлы рәүештә бал ҡортоноң һәр тоҡомо билдәле бер төбәктә үрсетелә. Башҡортостанда урта Рәсәй то­ҡомо тотола. Урындағы ҡорттарҙы таҙа килеш (генофонд йәһәтенән) һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында, ситтән башҡа тоҡомдарҙы индереү тыйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ­ҙең республикаға йыл һайын тиерлек көньяҡ тоҡомо килтерелә.

 

- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

 

Беләһегеҙме?..

 

l Иң күп балды Алыҫ Көнсы­ғышта һәм Себерҙә йыялар. Шундай осраҡтар мәғлүм: йүкә сәскә атҡан осорҙа Алыҫ Көнсығышта үлсәүгә ҡуйылған умартанан көнөнә 30-33 килограмм артым алалар. Айырым ғаиләләр Себер шарттарында миҙгелгә 420-шәр, ә Алыҫ Көнсығышта 330 – 340-ар килограмм тулайым бал йыя.

l Бер бал ҡорто ғаиләһе ба­лының уртаса сығышы 15 – 20 килограмм тәшкил итә. Ә Красноярск крайы Боготол районының “За коммунизм” колхозы умарта­сыһы Алексей Демко 1970 йыл­дарҙа (хәҙер ул мәрхүм) 160 ғаиләнән торған умарталыҡтың һәр береһенән уртаса 180-ешәр килограмм бал алған. Бындай рекордлы бал йыйыуға илдең бер умартасыһы ла өлгәшкәне юҡ әле. Ошо күрһәткестәре өсөн берҙән-бер умартасы тәүге тапҡыр “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

Читайте нас