Йәмғиәт
2 Октябрь 2021, 13:00

Еңеүселәрҙе 100, 150, 200 мең һум көтә!

Волга буйы федераль округының “ФормаАRT” стрит-арт фестивалендә иң яҡшы эште билдәләү өсөн тауыш биреү башланды. Һылтанма - яҙмала.

Еңеүселәрҙе 100, 150, 200 мең һум көтә!Еңеүселәрҙе 100, 150, 200 мең һум көтә!
Еңеүселәрҙе 100, 150, 200 мең һум көтә!

Волга буйы федераль округының “ФормаАRT” стрит-арт фестивалендә иң яҡшы эште билдәләү өсөн тауыш биреү башланды.

Ул 15 октябргә тиклем дауам итәсәк. “ФормаАRT” яңы этапҡа сыға. Һәр кем үҙенә оҡшаған эш өсөн, фестивалдә ҡатнашыусының 1-ҙән 14-кә тиклемге шәхси номерын күрһәтеп, 8 (800)301-50-23 телефоны буйынса тауыш (бер генә) бирә ала. Шуның менән бергә, округтың барлыҡ төбәктәрендә эксперт жюриһы эштәргә һөнәри күҙлектән баһа бирәсәк.

Конкурсанттарҙың бөтә фото һәм видеоматериалдары htto://formartpfo.ru сайтында урынлашҡан. Финалға сыҡҡандарҙың йомғаҡлау һөҙөмтәһен өс таблицалағы урындар суммаһы билдәләй.

“Волга буйы федераль округы буйынса барған “ФормаАRT” стрит-арт фестиваленең һайлап алыу этабы тамамланды. Финалға иң яҡшы 14 эш сыҡты. Һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм юғары баһаға лайыҡ. Ошондай ҙур фестивалдә ҡатнашыу йәмәғәтселектә танылыу алыу форсаты ғына түгел, ә тыуған ҡалаңдың йөҙөн үҙгәртеү мөмкинлеге лә”, – ти Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев.

Быйыл конкурстың приздар фонды арттырылды. I, II һәм III урындарҙы яулағандар 100, 150 һәм 200 меңәр һумлыҡ гранттар аласаҡ. Фестивалдең йомғаҡтары 21 октябрҙә formartpfo.ru сайтындағы онлайн-трансляцияла иғлан ителәсәк.

Башҡортостандан ҡатнашҡан Ләйсән Билалованың эше “Киләсәк – йөрәккә” тип атала һәм ул әлеге исемлектә беренсе урынлашҡан (һүрәттә).

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас