Йәмғиәт
2 Октябрь 2021, 13:00

Еңеүселәргә 100, 150, 200 мең һум биреләсәк!

Волга буйы федераль округының “ФормаАRT” стрит-арт фестивалендәге эштәр өсөн тауыш биреү башланды. Һылтанма - яҙмала.

Еңеүселәргә 100, 150, 200 мең һум биреләсәк!Еңеүселәргә 100, 150, 200 мең һум биреләсәк!
Еңеүселәргә 100, 150, 200 мең һум биреләсәк!

Волга буйы федераль округының “ФормаАRT” стрит-арт фестивалендәге иң яҡшы эш өсөн тауыш биреү башланды.

Иң яҡшы графитти эше өсөн тауышты 15 октябргә тиклем бирергә мөмкин. “ФормаАRT” стрит-арт фестивале яңы этапҡа сыға. Һәр кем үҙенә оҡшаған эш өсөн, фестивалдә ҡатнашыусының 1-ҙән 14-кә тиклемге шәхси номерын күрһәтеп, 8 (800)301-50-23 телефоны буйынса тауыш (бер генә) бирә ала. Шуның менән бергә, округтың һәр төбәгендә эксперт жюриһы конкурсанттарҙың эшенә һөнәри күҙлектән баһа бирәсәк.

Конкурсанттарҙың бар фото һәм видеоматериалдары htto://formartpfo.ru сайтында урынлашҡан. Финалсының йомғаҡлау һөҙөмтәһен өс таблицалағы урындар суммаһы билдәләй.

“Волга буйы федераль округы буйынса “ФормаАRT” стрит-арт фестиваленең һайлап алыу этабы тамамланды. Финалға иң яҡшы 14 эш сыҡты. Һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм юғары баһаға лайыҡ. Ошондай ҙур фестивалдә ҡатнашыу йәмәғәтселектә танылыу алыу форсаты ғына түгел, ә тыуған ҡалаңдың йөҙөн үҙгәртеү мөмкинлеге лә”, – ти Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев.

Быйыл конкурстың приздар фонды арттырылды. I, II һәм III урындарҙы яулағандар 100, 150, 200 меңәр һумлыҡ гранттар аласаҡ. Фестиваль йомғаҡтары 21 октябрҙә formartpfo.ru сайтындағы онлайн-трансляцияла иғлан ителәсәк.

Фото: zen.yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас