Йәмғиәт
3 Октябрь 2021, 06:00

"Һеҙ беҙҙең матурҡайыбыҙ!"

Яҡташыбыҙ Флүрә Ҡәҙерғолова гүзәллек конкурсында 51 йәштән өлкәндәр араһында 1-се урынды яуланы.

"Һеҙ беҙҙең матурҡайыбыҙ!""Һеҙ беҙҙең матурҡайыбыҙ!"
"Һеҙ беҙҙең матурҡайыбыҙ!"

Өфөнән Флүрә Ҡәҙерғолова тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. 82 йәшлек яҡташыбыҙ хаҡлы ялда ла ҡыҙыҡлы шөғөлдәр тапҡан – көн дә физкультура, спорт менән шөғөлләнә, сит телдәр өйрәнә, мода күрһәтеү өлкәһендә үҙен уңышлы һынап ҡарай. Ул Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында юғары мода фестивалдәрендә билдәле модельерҙарҙың коллекцияһынан өҫ кейемдәрен күрһәткән дә инде.

Йәнә яңыраҡ "Мисс Рәсәй интернет-2021" гүзәллек конкурсында ҡатнашты. Унда илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙары төрлө йәш төркөмдәрендә иң-иңдәр исеме өсөн көрәште.

Флүрә Ғаяз ҡыҙы 51 йәштән өлкәндәр араһында 1-се урынды яуланы. Призлы урындарға сыҡҡан тағы ике гүзәл зат вәкиленә 53 һәм 55 йәш булыуын иҫәпкә алғанда, быны беҙҙең яҡташыбыҙҙың оло еңеүе тип һанарға мөмкин.

Флүрә Ҡәҙерғолованың туғаны Сибәғәт Рахманғолов үҙенең сәхифәһенә уға тапшырылған дипломдың күсермәһен ҡуйып: "Афарин, апай! Һин беҙҙең матурҡайыбыҙ, ғорурлығыбыҙ!" – тип яҙған.

Фото: C. Рахманғоловтың сәхифәһе.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас