

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев быйыл “Башҡортостан ихаталары” һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаларының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта быйылға планлаштырылған 140 ихатаны төҙөкләндереү тамамланып килә. Бөгөнгә ҡарата программа 99 процентҡа үтәлгән. Өфөлә 17 объекттың алтыһы һәм Ишембайҙа дүртәүҙең икәүһе тамамланмаған. Әле уларҙа балалар һәм спорт ҡорамалдары ҡуялар. 19 ҡалала эштәр тулыһынса бөткән.
– Ағымдағы йылдың иң яҡшы өлгөләре тип Октябрьский ҡалаһын атарға була. Бында ике ҙур балалар майҙансығы төҙөлдө, һәр йәштәге балалар өсөн махсус ҡорамалдар урынлаштырылды. Бынан тыш, ихатала аллеяны төҙөкләндергәндәр, эскәмйә һәм арт-объекттар ҡуйғандар. Тағы бер матур өлгө Учалы ҡалаһында бар. Бында йәйәүлеләр юлына тәбиғи таш түшәгәндәр. Мәләүездә төҙөкләндереү барышында йәйәүлеләр аллеяһы эшләнде, кристалдар формаһында балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылды. Баймаҡ, Күмертау, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙа ла матур тәжрибәләр күп, – тине Алан Марзаев.
Республика буйынса иң ҙур проект быйыл Күмертауҙа тормошҡа ашырылған. Ихата биләмәһе дөйөм майҙаны дүрт гектарлыҡ туғыҙ күп фатирлы йортто берләштерә. Проекттың хаҡы 42 миллион һум тәшкил иткән. Проектты үтәгән саҡта беренсе тапҡыр йүгереү өсөн юлдар булдырылған, биш балалар майҙансығы, ике тренажерлы спорт майҙансығы һәм бер универаль спорт майҙансығы эшләнгән.
Быйыл “Башҡортостанр ихаталары” программаһын тормошҡа ашырған саҡта тик урындағы етештереүселәр тауары һәм ҡорамалдары файҙаланылған.
– Беҙҙең министрлыҡ иң яҡшы төҙөкләндерелгән ихатаны һайлай башланы. Йорт буйынса яуаплыларҙы һәм халыҡты әүҙем рәүештә “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” конкурсында ҡатнашырға саҡырам. Иң яҡшы проекттар диплом һәм аҡсалата бүләк менән наградланасаҡ. Өсөнсө урынға - 500 мең, икенсе урынға – 700 мең һәм беренсе урын өсөн бер миллион һумлыҡ премия ҡаралған, – тине Алан Марзаев.
Шулай уҡ министр “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты тураһында ла һөйләне. Уның сиктәрендә 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, шулай уҡ 13 Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе ҡала проекты тормошҡа ашырыла.
Әле 38 район һәм ҡалала эштәр тулыһынса тамамланған. Иң уңышлыһы тип Ҡыйғы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Нуриман райондарындағы һәм Бөрө ҡалаһындағы проекттар танылды.
18 муниципалитетта эштәр тамамланыу өҫтөндә. Бында әҙерлек кимәле 70-тән 90 процентҡа тиклем. Башлыса йәшелләндереү, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу, видеокүҙәтеү һәм яҡтылыҡ системалары урынлаштырыу эштәре ҡалған.
Ете ҡала һәм райондың әҙерлеге 70 проценттан кәмерәк, улар министрлыҡ контролендә. Бында артта ҡалыу материалдар хаҡының артыуы һәм проектты үҙгәртеү менән бәйле.
Бөтә проекттар ҙа 1 декабргә тиклем тамамланасаҡ.
Фото: ufa.bezformata.com