Йәмғиәт
4 Октября 2021, 06:00

“Донъянан тыныс китәм. Ҡурҡмайым...”

Билдәле яҡташыбыҙ Андрей Губинға нимә булған?

“Донъянан тыныс китәм. Ҡурҡмайым...”“Донъянан тыныс китәм. Ҡурҡмайым...”
“Донъянан тыныс китәм. Ҡурҡмайым...”

“Комсомольская правда” радиоһы эфирына ошо көндәрҙә билдәле яҡташыбыҙ, 90-сы йылдар йондоҙо Андрей Губин килгән һәм интервью биргән.

Һөйләүенсә, уны үҫмер сағынан һаулығы менән проблемалар борсой. Ир һәр ваҡыт ауыртыныу кисерә. Быны ул спорт менән шөғөлләнеүе һәм бала сағында ошоға бәйле алған йәрәхәттәре һөҙөмтәһе тип иҫәпләй.

"Мин 16 йәштән ауыртыуҙар кисерәм. 28 йәшемдә “Я устал от небес вечной милости ждать” тигән йыр яҙғайным, шул саҡта уҡ ныҡ һыҙлана инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ваҡыттан алып хәлем яҡшырманы. Көндән-көн насарланам, яйлап үлеүгә яҡынайыуымды тоям. Әммә тыныс китәм, ҡурҡмайым", – тигән яҡташыбыҙ.

Йырсы белдереүенсә, ул ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар эсмәй, түҙә.

"Көн һайын таңғы 5-6 сәғәттә саҡ йоҡлап китәм, сөнки ауыртыныу ҡамасаулай. Йоҡом туйһын өсөн һигеҙ сәғәт ваҡыт кәрәк. Торғас, ашарға тырышам, аппетитым юҡ, әҙләп туҡланам. Шунан ниндәй ҙә булһа физик көсөргәнеш булдырырға тырышам, улар күп булған һайын хәлем яҡшыраҡ", – тигән ул.

Билдәле булыуынса, Андрей Губин неврологик сирҙән йонсой. Был ауырыу бик һирәк осрай, прозопалгия тип атала. Уның эҙемтәһендә кешенең бите, күҙе, бар кәүҙәһе һыҙланыу кисерә. Табиптар белдереүенсә, был сирҙе дауалау мөмкин түгел. 

Фото: tvcenter.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас