

Бөгөн төш мәлендә Ҡаҙағстандағы "Байконур" космодромынан актриса Юлия Пересильд, режиссер Клим Шипенко, космонавт Антон Шкаплеров йыһанға Халыҡ-ара космик станцияһына юл алды.
Яңыраҡ улар ултырған карап тәғәйен урынға барып етте. Станцияға яҡынайғанда автоматика сафтан сығып, эшкә ҡулдан идара итергә тура килһә лә, сәфәр уңышлы булды.
Артистар йыһанда "Вызов" фәнни-мәғрифәт проектына ярашлы нәфис фильм төшөрәсәк. Унда 12 көн булып, 17 октябрҙә әлеге мәлдә йыһанда булған космонавт Олег Новицкий менән бергә Ергә әйләнеп ҡайтасаҡтар.
Йәнә, 1961 йылдағы кеүек, беҙҙекеләр – был юлы актерҙар – йыһанға тәүге булып юл ярҙы.
Фото: az.sputniknews.ru