Йәмғиәт
5 Октябрь 2021, 09:30

Иң яҡшы рәсем кемдеке?

1 – 15 октябрҙә Волга буйы федераль округының "ФормART" стрит-арт фестивалендәге иң яҡшы граффити өсөн тауыш биреү бара.

Иң яҡшы рәсем кемдеке?Иң яҡшы рәсем кемдеке?
Иң яҡшы рәсем кемдеке?

1 октябрҙә Волга буйы федераль округының "ФормART" стрит-арт фестивалендәге иң яҡшы граффити өсөн тауыш биреү иғлан ителгәйне. Еңеүселәрҙе асыҡлау 15 октябргә тиклем бара.

Шарттарға ярашлы, теләгән һәр кем, 8 (800) 301-50-23 телефонына бушлай шылтыратып, үҙенә оҡшаған эш өсөн уға беркетелгән шәхси һан буйынса баһаһын ҡуйып ҡалдыра ала. Бер кеше бер генә тауыш бирергә хоҡуҡлы. Бынан тыш, федераль округтың һәр төбәгендә эксперттар жюриһы бар, ул конкурста ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтен һөнәри яҡтан тикшерә.

Граффити оҫталарының фото һәм видеолары www.formartpfo.ru  сайтындағы "Финалсылар" бүлегендә урынлаштырылған. "Яңы технологиялар", "Кеше һәм фән", "Киләсәк донъяһы" йүнәлештәре буйынса эш эскиздары тәҡдим иткән авторҙар араһында профессиональ стрит-арт рәссамдары ла, 16-нан 35 йәшкә тиклемге һәүәҫкәрҙәр ҙә бар. Уларҙың иң лайыҡлыларын билдәләгәндә халыҡтан йыйылған тауыштар ҙа, жюри баһаһы ла иҫәпкә алына.

– Фестивалдең һайлап алыу этабын үтеп, 14 эш финалға сыҡты. Уларҙың барыһы ла юғары кимәлдә башҡарылған, үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм ҡабатланмаҫ. Бындай фестивалдә ҡатнашыу – халыҡ араһында танылыу яулау ғына түгел, тыуған ҡалаңдың йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге лә, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев.

Приздар фонды быйыл икеләтә арттырылған: I, II һәм III урындар өсөн 100, 150 һәм 200 мең һумлыҡ гранттар, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тәғәйенләнгән.

Стрит-арт фестиваленә йомғаҡ 21 октябрҙә www.formartpfo.ru  сайты аша тура эфирҙа яһаласаҡ. Унда төрлө төбәктәрҙән финалсылар, ойоштороу комитеты һәм жюри ағзалары ҡатнаша. Сараны Интернет аша бөтә кеше лә ҡарай ала.

Башҡортостандан финалға сыҡҡан граффити "Киләсәк – йөрәктә" тип атала. Уға тауыш биреү өсөн "1" һанына баҫырға кәрәк.

 

Фото: youtube.com

 

#formartpfo #formart #artfestpfo #streetartfest #вяткаfuture #формарт #фестивальформарт

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас