Йәмғиәт
5 Октябрь 2021, 08:15

Матур тәжрибәләр күп

“Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә тик урындағы етештереүселәр тауары файҙаланыла.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы 488 кешелә асыҡланған. Дөйөм сирлеләр һаны 68797 кешегә еткән. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә һәр ваҡыт­тағыса вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың статистика мәғлүмәттәре менән асылды.

 

Көн үҙәгендә әле һаман коронавирус

 

Күренеүенсә, республикала был ауырыуға бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Сирлеләрҙең 6639-ы амбулатор дауа ала, 846 кеше дауаханала ята. 44 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 17 кешене үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар.

Сирлеләрҙең 86 проценты һауыҡ­ҡан, уларҙың 212-һе – һуңғы тәүлектә.

– Әле республикала сирлеләр өсөн 6550 урын булдырылған, уның 92 проценты биләнгән. Шул уҡ ваҡытта яңы пациенттар өсөн урын етмәҫ тигән ҡурҡыныс юҡ, кәрәк булһа, беҙ барлыҡ район-ара үҙәктәрҙә госпиталдәр асырға әҙербеҙ, – тине Максим Забелин.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырыу дауам итә. Әле республикаға 1 миллион 855 мең доза вакцина килтерелгән. Уның беренсе компонентын – 1 295 353, икенсе­һен 1 188 587 кеше һалдырған. Уларҙың 325 254-е – 60 йәштән өлкәндәр.

Үткән аҙнала Радий Хәбировтың Зубоволағы ковид-госпиталгә барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Башлыҡ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Беҙ үткән аҙнала Максим Васильевич менән ковид госпиталендә булдыҡ. Ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙебеҙ менән күрге килә ине. Бер нимә лә йәшермәй­беҙ: сирлеләр бик күп, күптәр коридорҙа ята. Табиптар бик ауыр хәлдә. Мин улар менән аралаштым – күптәр ошондай режимда бер йыл эшләй, – тине ул.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, әле хәлдәр ысынлап ҡатмарлы. Пандемияны еңеүҙең берҙән-бер юлы – вакцинация. Шуға күрә хәҙер төп бурыс: прививка яһатмаған кешеләр араһында аңлатыу эше алып барырға.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Хөкүмәткә һәм Финанс министрлығына һаулыҡ һаҡлау блогы һорауҙарына шунда уҡ яуап бирергә һәм кәрәкле саралар бүлергә ҡушты.

Әле Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коронавирус менән бер рәттән киҫкен респиратор вируслы инфекция осраҡтары артыуы күҙәтелә.

“Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала ОРВИ менән 40 меңдән ашыу кеше сирләп киткән. Уның 40 проценты – балалар. Был турала “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.

“Төп эпидемиологик сирҙәр буйынса әлегә төбәктә хәлдәр тотороҡло. Бөтә күрһәткестәр ҙә былтырғы йыл кимәле­нән түбәнерәк. Төп сирҙәр булып ОРВИ, киҙеү һәм коронавирус инфекцияһы ҡала”, – тине ул.

Бөгөнгә ҡарата Башҡортостанда киҙеүҙән халыҡтың 20 проценты, йәки 932 мең кеше, вакцина һалдырған. Бөтәһе республикаға был сирҙән 1 миллион 182 мең доза вакцина килгән.

Ә мәктәптәрҙә хәл тотороҡлана

 

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡатмарлашты тигәйнек. Уҡыу йылы башланыу менән балалар һәм уҡытыусылар ҙа күпләп сирләй. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы быға ҡаршы сара күрҙе һәм ҡайһы бер мәктәптәр дистанцияла уҡыуға һәм карантинға китте.

Кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республиканың бөтә мәктәптәрен дә дистанциялы уҡыуға күсереү өсөн нигеҙ юҡ, тип белдерҙе. Уның билдәләүенсә, ковид асыҡланған мәктәптәрҙә хәл ябай түгел.

– Район һәм ҡалаларҙа мәктәптәрҙе дистанцияла уҡыуға күсереү ҡарары ваҡытында ҡабул ителеү сәбәпле, ыңғай һөҙөмтә бар.  Сентябрҙән алып беренсе тапҡыр әле сирләп киткәндәр һаны буйынса кире динамика күҙәтәбеҙ. Саралар бик ваҡытлы ҡабул ителде, был хәлде контролдә тотоу мөмкинлеген бирҙе. Әле башҡа мәктәптәрҙе дистанцияла уҡыуға күсереү кәрәкмәй тип уйлайым, – тине министр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡҡа “Роспотребнадзор” идаралығы менән берлектә мәктәптәрҙә килеп сыҡҡан коронавирус усаҡтарын тиҙ арала юҡҡа сығара барырға ҡушты. 

– Бөтәһен дә күсерер өсөн нигеҙ булмаһа ла, инфекция усағы килеп сығыу менән шунда уҡ дистанцияла уҡыуға күсерегеҙ. Беҙ балаларҙы ваҡытлыса ғына өйҙән уҡыуға күсерҙек. Тимәк, ваҡыт үтә икән, улар кире мәктәптәргә ҡайтасаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әлеге ваҡытта Өфөлә һәм ҡайһы бер район-ҡалалар мәктәптәрендә 5, 6, 7, 8-се һәм 10-сы класта уҡыған балалар өйҙән уҡытыуға күсерелде.

 

Программалар быйыл ҡыуандыра

 

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев быйыл “Башҡортостан ихаталары” һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программа­ларының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.

Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта быйылға планлаштырылған 140 ихатаны төҙөкләндереү тамамланып килә. Бөгөнгә ҡарата программа 99 про­центҡа тормошҡа ашырылған. Өфөлә 17 объекттың алтыһы һәм Ишембайҙа дүртәүҙең икәүһе тамамланмаған. Әле уларҙа балалар һәм спорт ҡорамал­дары ҡуялар. 19 ҡалала эштәр тулы кимәлдә бөткән.

– Ағымдағы йылдың иң яҡшы өлгөләре тип Октябрьский ҡалаһын атарға була. Бында ике ҙур балалар майҙансығы ҡуйылды, һәр йәштәге балалар өсөн махсус ҡорамалдар урынлаштырылды. Бынан тыш ихатала аллеяны төҙөклән­дергәндәр, эскәмйә һәм арт-объекттар ҡуйғандар. Тағы бер матур өлгө Учалы ҡалаһында бар. Бында йәйәүлеләр юлына тәбиғи таш түшәгән­дәр. Һөҙөмтәлә ихата йәмәғәт киңле­генә оҡшап ҡалды хатта. Мәләүездә төҙөкләндереү барышында йәйәүлеләр аллеяһы эшләнде, кристалдар фор­маһында балалар һәм спорт майҙан­сыҡтары ҡуйылды. Баймаҡ, Күмертау, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙа ла матур тәжрибәләр күп, – тине Алан Марзаев.

Республика буйынса иң ҙур проект быйыл Күмертауҙа тормошҡа ашырыл­ған. Ихата биләмәһе дөйөм майҙаны дүрт гектарлыҡ туғыҙ күп фатирлы йортто берләштерә. Проекттың хаҡы 42 миллион һум тәшкил иткән. Проектты үтәгән саҡта беренсе тапҡыр йүгереү өсөн юлдар булдырылған, биш балалар майҙаны, ике тренажерлы спорт майҙансығы һәм бер универсаль спорт майҙансығы ҡуйылған.

Быйыл “Башҡортостан ихаталары” программа­һын тормошҡа ашырған саҡта тик урындағы етештереүселәр тауары һәм ҡорамалдары файҙала­нылған.

– Беҙҙең министрлыҡ иң яҡшы төҙөкләнде­рел­гән ихатаны һайлай башланы. Йорт буйынса өлкәндәрҙе һәм халыҡты әүҙем рәүештә “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” конкурсында ҡатнашыр­ға саҡырам. Иң яҡшы проекттар диплом һәм аҡсалата бүләк менән наградланасаҡ. Өсөнсө урынға – 500 мең, икенсе урынға – 700 мең һәм беренсе урын өсөн 1 миллион һумлыҡ премия ҡаралған, – тине Алан Марзаев.

Шулай уҡ министр “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты тураһында ла һөйләне. Уның сиктә­рендә 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөклән­дерелгән, шулай уҡ 13-сө Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе ҡала проекты тормошҡа ашырыла.

Әле эштәр тулыһынса 38 район һәм ҡалала тамамланған. Иң уңышлыһы тип Ҡыйғы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Нуриман райондары һәм Бөрө ҡалаһындағы проекттар танылды.

18 муниципалитетта эштәр тамамланыу өҫтөндә. Бында әҙерлек кимәле 70-тән 90 процент­ҡа тиклем. Башлыса йәшелләндереү, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу, видеокүҙәтеү системалары һәм яҡтылыҡ урынлаштырыу эштәре ҡалған.

Ете ҡала һәм райондың әҙерлеге 70 проценттан кәмерәк, улар министрлыҡ контролендә. Бында артта ҡалыу материалдар хаҡының артыуы һәм проектты үҙгәртеү менән бәйле.

Бөтә проекттар ҙа 1 декабргә тиклем тамам­ланасаҡ.

Сәфәр емешле үтте!

 

Кәңәшмәлә һөйләшеүҙең ҙур ғына өлөшө инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә арналды. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Һәр ваҡыттағыса республика был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлә, инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдыра. Беҙҙә махсус биләмәләр – “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе, ТОСЭР-ҙар бар. Уларға ҙур өмөт бағлана һәм тәүге ыңғай һөҙөмтәләр ҙә байтаҡ.

Үткән аҙна башында республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселек иткән Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанда булып ҡайтты. Өс көнлөк сәфәр бик эшлекле шарттарҙа үтте, яҡтар өсөн ул үтә файҙалы булды. Был турала кәңәш­мәлә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева һөйләне.

Сәфәр барышында  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев, Ҡаҙағстандың Премьер-министры Асҡар Мамин, Ҡаҙағстан Парламенты Сенаты рәйесе Маулен Ашимбаев, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе хакимы Ғәли Искәлиев, Ҡаҙағстандағы Рәсәй илселегенең ваҡытлыса ышаныслы вәкиле Александр Комаров менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.

Рәсми делегацияның төп сараһы Баш­ҡор­тостан­дың инвестиция һәм иҡтисади мөмкин­лек­тәре презентация­һы булды. Ҡаҙаҡтарға рес­публиканың мөмкинлектәрен, инвесторҙар өсөн булдырылған шарттар тураһында һөйләнеләр. Уның йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади бәйлә­неш­тәрҙе үҫтереү өсөн эш төркөмө булдырырға ҡарар ителде. Беҙҙең яҡтан уға Премьер-министр Андрей Назаров етәкселек итәсәк.

Сәфәрҙең тағы бер мөһим ваҡиғаһы  Башҡортостан Вәкиллегенең Конгресс-бюроһын асыу булды. Шулай уҡ Нур-Солтандағы Дуҫлыҡ йортонда республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тыуған һәм әле Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтар менән осрашты. Тағы бер һәйбәт яңылыҡ: коронавирус пандемияһы тамам­ланғас Башҡортостан менән Ҡаҙағстан ара­һында даими авиабәйләнеш асыласаҡ. Был бизнес өсөн дә, туризм өсөн дә яҡшы мөмкинлек буласаҡ.

– Дөйөм алғанда, сәфәр бик яҡшы һәм һөҙөмтәле үтте. Беҙ унан яңы инвестиция проекттары, сауҙа бәйләнеше артыр тип көтәбеҙ, – тине Маргарита Болычева.

Федераль дәүләт статистика хеҙмә­тенең Башҡортостан буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Мөхәмәт улы Ғәниев етеп килгән мөһим ваҡиға – Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һәм уға әҙерлек барышы тураһында һөйләне.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас