

7 октябрҙә Волга буйы федераль округында "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" Президент платформаһына ҡараған "Һинең аҙымың" Бөтә Рәсәй студенттар конкурсы ярымфиналы башлана. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда 14 октябргә ҡәҙәр үткәрелгән сарала федераль округтың барса төбәктәренән 1600 студент, шул иҫәптән Башҡортостандан 159 кеше ҡатнашасаҡ.
Коронавирус инфекцияһы йоҡтороу хәүефе ҙур булғанлыҡтан, конкурс Волга буйы дәүләт физик культура, спорт һәм туризм университетындағы бер нисә урында бәләкәй төркөмдәргә бүлеп ойошторола.
"Был конкурста ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Мәскәүҙән һәм Татарстандан тиңдәштәрем менән бер командала "Иң мөһиме хаҡында һөйләйем" тигән йүнәлештә тәүге һынауҙы үттек. Иң ҙур бүләктәрҙең береһен алдым – яңы дуҫтар таптым. Ярымфиналдан да ыңғай хис-тойғолар, ҡыҙыҡлы эштәр, танышлыҡтар көтәм", – ти Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алған Мелания Яковлева.
Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған Кәримә Әхтәмова иһә, тыуған яҡ тарихын яратҡас һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынғас, "Илемде асам" йүнәлешен һайлаған. Ул да еңеү яулауҙы түгел, ә тиҫтерҙәре араһынан ышаныслы иптәштәр табыуҙы төп маҡсаты тип күрә.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев әйтеүенсә, "Һинең аҙымың" – илдең һәр студенты өсөн үҙенең һәләттәрен һәм яҡшы сифаттарын күрһәтеү, шулай уҡ бай тәжрибә туплау мөмкинлеге.
"Һинең аҙымың" Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналдары ошо арала барлыҡ федераль округтарҙа уҙғарыла һәм, дөйөм алғанда, унда 10 мең самаһы студент ҡатнашасаҡ. Сараның йомғаҡтары быйыл ноябрь башында билдәле булырға тейеш.
"Рәсәй – мөмкинлектәр иле" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ил Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы булдырылған һәм үҙ платформаһында төрлө маҡсаттағы 26 проектты тормошҡа ашыра.
Фото: tvc.ru