Йәмғиәт
5 Октябрь 2021, 08:04

Ҡунаҡҡоловтар йортона һыу бушлай үткәреләсәк

Идиә Ғәлимованың сәхифәһенән.Идиә Ғәлимованың сәхифәһенән.
Фото:Идиә Ғәлимованың сәхифәһенән.

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Ҡунаҡҡоловтарҙың йәшәйеше тураһында бығаса бер нисә тапҡыр хәбәр иткәйнек. Нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр булған өс ир-уҙаман тураһындағы яҙмаларыбыҙ бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

 Ошо көндәрҙә Баш­ҡортос­тан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бад­ранов­тың күрһәтмәһенә ярашлы, Ҡунаҡ­ҡолов­тарҙың йортона һыу үткәреү өсөн барлыҡ сығымды Урал аръяғының йәмәғәт башланғыс­тары берлеге үҙ өҫтөнә аласаҡ.

Бер туған Ҡунаҡҡоловтар­ҙың яҙмышына битараф булмай, уларға мөмкин тиклем ярҙам күр­һә­теү теләге менән янып йөрөгән Идиә Ғәлимова был хаҡта бына нимә тип һөйләне:

– Кисә йыуынты һыу өсөн соҡор ҡаҙылып бөт­кәс, машина менән кәрәкле материалдар алырға тип йыйынған мәлдә, Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берлеге­нең Әбйәлил районы буйынса етәксеһе Илнур Рәжәп улы Юлдыбаев шыл­тыратты. Ул беҙгә Азат Шамил улының күр­һәт­мәһен еткергәс, әлбиттә, бик шатландыҡ! Халыҡ менән бергә йыйған 25 мең һум аҡса бар, әммә ул сумманың етмәүе көн кеүек асыҡ ине, сөнки соҡорға төшөрәсәк ҡулсалар ғына шул хәтлем тора. Бындай һөйөнөс­лө яңылыҡ өсөн республика Хөкүмәте етәкселегенә ҙур рәхмәт! Киләһе шаршамбыла барлыҡ кәрәкле материал киләсәк, тип вәғәҙә бирҙеләр. Егеттәрҙең дә ҡыуанысының сиге юҡ, – тип яҡшы хәбәр менән уртаҡлашты Идиә Миҙхәт ҡыҙы.

Шулай уҡ Идиә Ғәлимова алда торған мөһим эштәр менән таныш­тырҙы. Шуларҙың иң ҙуры – йорттоң документтарын теүәл­ләп, газ үткәреү. Әгәр документтар тәртипкә килтерелһә, Ҡунаҡҡо­лов­тарға сертификат та тейеш.

Бына шулай бер туған Фәйез (50 йәш), Рафиҡ (45 йәш), Рәфис (42 йәш) Ҡунаҡ­ҡоловтар изге күңелле кеше­ләрҙең эскерһеҙ ярҙамы менән арыу уҡ мәсьәлә­ләрен хәл итеп, йырып сығып килә.

– Егеттәрҙең айыҡ тормош алып барыуы, ки­лә­сәккә ышаныс менән ҡарап йәшәүе ҡыуандыра. Уларҙың өйөндә һәр ваҡыт тәртип, таҙалыҡ, ҡот уйнай. Бер тапҡыр “Һеҙҙе иң әсендергәне нимә?” тигән һорау­ҙы бирҙем. Яуап мине шул тиклем һоҡландырҙы ла, уйға ла һалды. “Һау-сәләмәт кешеләрҙең эсеп, эшләмәй йөрөүе, хатта коляскала ултырған беҙҙән аҡса һорауы”, – тип яуапланы улар, – ти Идиә Миҙхәт ҡыҙы.

Ысынлап та, уйға һа­лыр­лыҡ, фәһем булырлыҡ һүҙҙәр! Бер туған Ҡунаҡҡоловтарға һаулыҡ, ныҡлыҡ, эштәренең һәр ваҡыт шулай уң барыуын теләйбеҙ!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас