Йәмғиәт
6 Октябрь 2021, 09:00

Балыҡ тоторға китеп...

Дуҫтары кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булған

Балыҡ тоторға китеп...Балыҡ тоторға китеп...
Балыҡ тоторға китеп...

Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығына бер ҡатын шылтыратып, иренең юғалғанлығы хаҡында хәбәр иткән, тип белдерә  "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Ул 4 октябрҙә сәғәт көндөҙгө 2-ләр тирәһендә Бөрө районындағы Ағиҙел йылғаһына дуҫтары менән балыҡҡа киткән булған. Яңы Күлсебай ауылы янында резина кәмәлә йылғаның төпкөрәк урынына йөҙөп китә был ир һәм кире әйләнеп килмәй.

Кискеһен дуҫтары уны эҙләп маташа, тик таба алмайынса, ҡайтып китәләр. Шулай итеп, балыҡ тотам тип килгән ир ғәйеп була.

Уның  иҫән-имен табылыуына өмөттө өҙмәйек.  

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас