Йәмғиәт
6 Октябрь 2021, 15:45

"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй

Ошо көндәрҙә “ҡыҙыу линия”ға Өфөнән бер ағай шылтыратып, поликлиникаға ҡайтанан прививка яһатыуға алып барып килеүҙәрен үтенгән. Уға шунда уҡ ирекмән Раил Әҙиәтуллин ярҙам ҡулы һуҙған.

"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй
"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй

"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" тип аталған ирекмәндәр үҙәгенә төрлө йомош менән оло йәштәге һәм ауырлыҡ менән хәрәкәтләнгән кешеләр йыш мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә “ҡыҙыу линия”ға Өфөнән бер ағай шылтыратып, поликлиникаға ҡайтанан прививка яһатыуға алып барып килеүҙәрен үтенгән. Уға шунда уҡ ирекмән Раил Әҙиәтуллин ярҙам ҡулы һуҙған.

Шамил Бәширов бар ғүмерен тиерлек һаулыҡ һаҡлауға бағышлаған – травматолог булған. Хеҙмәт юлын баш ҡалалағы 13-сө дауаханала башлаған, 21-се клиник дауаханала травматология бүлексәһенә етәкселек иткән. Артабан уға Өфөнөң 11-се дауаханаһы баш табибы вазифаһын йөкмәргә, хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләргә лә тура килгән.

Хәҙер инде ун йылдан ашыу Шамил Бәширов – күреү һәләте буйынса инвалид. Ҡатыны юҡ, яңғыҙы ғына йәшәй. Шуға ла медицина ойошмаһына үҙе генә бара алмаған. Февраль һәм март айҙарында вакцина ҡаҙатҡанда уға күршеһе ярҙам иткән булған.

– Табип булараҡ, прививка эшләтеү мотлаҡ тип һанайым. Коронавирустан вакцинаны тәҡдим ителә башлағас та яһаттым. Өйҙә бер үҙем булһам да, тышҡа сығырға, лифтта һәм подъезда төрлө кеше менән осрашырға тура килә бит, – ти пенсионер ағай. – Тәүҙә “Спутник V” һалғайнылар, уның икенсе компонентынан һуң аҙна тирәһе ауырыным. Был юлы “Спутник Лайт”ты ҡаҙаттым, уныһы еңел үтер, моғайын.

Шамил Бәширов ирекмәндәргә ныҡ рәхмәтле булыуын белдерҙе, был йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, тине.

Өфөнөң Совет һәм Октябрь райондары халҡын хеҙмәтләндереүсе 50-се дауахананың баш шәфҡәт туташы Людмила Кочетова әйтеүенсә, прививкаға килеүселәр йәйгеһен кәмеп торған, сентябрь аҙағынан иһә кире артырға керешкән. “Күп кенә ойошмалар менән тығыҙ эшләйбеҙ, ә ауыр хәрәкәтләнгәндәрҙең өйҙәренә барабыҙ. Вакцина яһау башланғандан бирле 30 мең самаһы доза беҙҙең аша үтте. Һуңғы арала көнөнә 120 – 150 кеше прививкаға килә”, – ти ул.

Ирекмән Раил Әҙиәтуллин бәләкәй сағынан уҡ башҡаларға ярҙамлаша икән. Ата-әсәһе шулай өлкәндәр, күршеләр, ауылдаштар хаҡында гел хәстәрлек күрергә өйрәтеп үҫтергән уны. “Әле хәлебеҙҙән килә икән, ярҙамлашырға тейешбеҙ”, – ти Раил.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" тип аталған ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың мартында төҙөлгәйне. Уға республикалағы 25 эре ирекмәндәр ойошмаһы ҡарай, йәмғеһе һигеҙ меңдән күберәк ирекмән тупланған. Был кешеләр мохтажлыҡ кисереүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтә, ауыл-ҡалалар халҡына һыу баҫыу, дауыл, янғын кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында ла ярҙамлаша.

Колл-үҙәккә эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 телефоны аша (түләүһеҙ) шылтыратып мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: Ирекмәндәр үҙәге.

"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй
"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй
"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй
"Беҙҙең хәстәр" мохтаждарҙы хәстәрләй
Автор:Даян Мазитов
Читайте нас