Йәмғиәт
6 Октябрь 2021, 17:00

Ирекмәндәр бер көскә туплана

Башҡортостанда ведомство-ара ирекмәндәр советы булдырасаҡтар. Был турала республика Башлығы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партия ағзалары менән осрашыу барышында белдерҙе.

Ирекмәндәр бер көскә тупланаИрекмәндәр бер көскә туплана
Ирекмәндәр бер көскә туплана

Башҡортостанда ведомство-ара ирекмәндәр советы булдырасаҡтар. Был турала республика Башлығы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партия ағзалары менән осрашыу барышында белдерҙе.

Совет төрлө ирекмәнлек ойошмаларын берләштерәсәк һәм министрлыҡтар, ведомстволар, ижтимағи-сәйәси берекмәләр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек ҡорасаҡ.

– Ирекмәнлек хәрәкәте “Берҙәм Рәсәй”ҙең эшмәкәрлегендә, шулай уҡ бар тормошобоҙҙа айырып алғыһыҙ күренешкә әйләнде. Пандемия хәүефе ныҡ көсәйгән мәлдә беҙҙең партия ғына кешеләргә ысын мәғәнәһендә ярҙам күрһәтә алды, – тине Радий Хәбиров. – Ошоноң өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Партия ағзалары алдында телмәр тотҡанда республика Башлығы 2021 йылғы һайлау йомғаҡтарына ла туҡталды. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда тауыш биреү кампанияһын ойоштороу сифатына ил кимәлендә юғары баһа бирелгән.

– Һайлау шыма, тыныс, ойошҡанлыҡ менән үтте. Барыбыҙ ҙа етди бурыс үтәнек, бик һөҙөмтәле эшләнек, – тине Радий Хәбиров. – “Берҙәм Рәсәй”гә килгәндә, ул илдә барған һәр нәмә өсөн яуаплылыҡ тоя. Ҡайһы саҡта кешеләрҙе, уларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатында ғәҙәти булмағанса ҡарар ҡылырға тура килә, ә быны оппоненттар тәнҡитләмәй ҡалмай. Һайлау кампанияһы башланыр алдынан да партиябыҙға һәм, дөйөм алғанда, республикабыҙға ҡаршы көслө мәғлүмәт һөжүме барҙы. Әммә беҙ быға яҡшы ойоштороу эше менән яуап ҡайтарҙыҡ. Һәм күмәкләп еңеүгә өлгәштек.

Республика Башлығы һуңынан ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандарға дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас