Йәмғиәт
7 Октябрь 2021, 18:30

Артабанғы юл - Йылайырға

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Йылайыр районында командировкала булып, ундағы социаль-иҡтисади хәлдәр менән танышты, белем усаҡтарында педагогтар, уҡыусылар менән осрашты.

Артабанғы юл - ЙылайырғаАртабанғы юл - Йылайырға
Артабанғы юл - Йылайырға

“Башҡортостан” гәзите редакцияһынан Самат Азаматов менән Илдар Аҡъюлов Йылайыр районында командировкала булып, ундағы социаль-иҡтисади хәлдәр менән танышты, белем усаҡтарында педагогтар, уҡыусылар менән осрашты.

Йылайыр районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Айытҡолова һөйләүенсә, коронавирус пандемияһына бәйле, белем биреү учреждениеларында төрлө йүнәлештә аңлатыу эштәре алып барыла, битлек кейеү, ҡулды махсус шыйыҡса менән эшкәртеү кеүек һаҡланыу саралары ҡулланыла, уҡытыусылар вакцина эшләтеүгә ыңғай ҡарашта.

"Мәсьәлә тулыһынса Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың күҙәтеүе аҫтында, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтар юҡ", – ти Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас