Йәмғиәт
7 Октябрь 2021, 16:30

“Башҡортостан”дар – Хәйбулла районында

"Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, кешеләрҙең кәңәшен тотоп эш итегеҙ, тип өйрәтә. Тап шул маҡсатты алға ҡуябыҙ".

“Башҡортостан”дар – Хәйбулла районында“Башҡортостан”дар – Хәйбулла районында
“Башҡортостан”дар – Хәйбулла районында

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре – баш мөхәррир урынбаҫары Самат Азаматов һәм хәбәрсе Илдар Аҡъюлов Хәйбулла районында командировкала.

Урындағы хакимиәттең эштәр идарасыһы Илмир Ҡотоев менән осрашыу һәр йәһәттән дә отошло булды.

"Халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, – ти Илмир Мәжит улы. – Мәҫәлән, әле тротуарҙар һалыу йәһәтенән эштәр эҙмә-эҙлекле бара. Улар һәр урамда булырға тейеш. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, кешеләрҙең кәңәшен тотоп эш итегеҙ, тип өйрәтә, һүҙ ҙә юҡ, дөрөҫ фекер. Тап шул маҡсатты алға ҡуябыҙ".

Илмир Ҡотоев һөйләүенсә, тротуарҙан сабый коляскаһы этеп китеп барған әсәйҙәрҙе күреү шатлыҡлы, мәктәпкә ашыҡҡан балаларҙы осратыу ҡыуаныслы.

Бынан тыш, Илмир Ҡотоев беҙгә райондың йәшәйеше тураһында белешмә бирҙе, бүтән төрлө яңылыҡтар менән дә таныштырҙы.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас