

Ошо ял көндәрендә ер аҫты юлы техник яҡтан асыласаҡ, тип белдергәндәр Өфө мэрияһында.
- Сығыу юлдары икәү: береһе яр буйына тура, икенсеһе - йәмәғәт транспорты туҡталышына. Ер аҫты юлының оҙонлоғо - 110 метр, киңлеге - биш, бейеклеге - 2, 33 метр, - тип аңлатма бирәләр ҡала хакимиәтенән.
Әлеге ваҡытта һуңғы төҙөкләндереү эштәре башҡарыла: тротуарға плитәләр һалына, видеокамералар урынлаштырыла.
Был эште йорттар һәм тораҡ булмаған объекттар төҙөүсе булараҡ теркәлгән "Дортранстрой" компанияһы башҡара.
Халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән был эштең ахырын көтә, сөнки киңлеге буйынса беренселәр рәтендә булған юлды аша сығыу, хатта "йәшелгә" ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Фото:bashnews.ru