Йәмғиәт
7 Октябрь 2021, 13:30

Фатир урынына – аҡса

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге "Көмөш шишмә" торлаҡ комплексына ҡараған 8-се, 11-се, 12-се һәм 13-сө йорттарҙан фатир һатып алыу өсөн аҡса биреп, буш ҡул менән ҡалған граждандар тураһында һүҙ бара.

Фатир урынына – аҡсаФатир урынына – аҡса
Фатир урынына – аҡса

"Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды" асыҡ хоҡуҡи компанияһының Күҙәтеүселәр советы "Крона" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең торлаҡ төҙөүсе ойошма булараҡ үҙ бурыстарын үтәмәүе һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр мәнфәғәтендә ҡарар сығарҙы. Уларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү компенсация түләү юлы менән тормошҡа ашырыласаҡ.

– Өфөнөң Дим биҫтәһендәге "Көмөш шишмә" торлаҡ комплексына ҡараған 8-се, 11-се, 12-се һәм 13-сө йорттарҙан фатир һатып алыу өсөн аҡса биреп, алданып ҡалған граждандар тураһында һүҙ бара. Уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә 1 миллиард 860 миллион һум йүнәлтеләсәк, шуның 223,2 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан алынасаҡ, – тип аңлатты Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Был торлаҡ комплексынан фатирҙарҙы меңдән ашыу кеше алған булған, шуларҙың 749-ына өлөшсө булараҡ индергән аҡсаһын кире ҡайтарасаҡтар. Проблемалы объекттар буйынса саралар планына ярашлы был мәсьәләне яйға һалыуға 2023 йылда ғына тотонорға тейештәр ине, әлеге ҡарарға ярашлы, өлөшсөләр компенсацияны быйыл уҡ ала башлаясаҡ.

"Крона" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостандың Арбитраж суды тарафынан банкрот тип танылған, ул һалған 7-се, 9-сы, 10-сы йорттар ғына файҙаланыуға тапшырылған, ҡалғандарын төҙөү туҡталған.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52949 

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас